6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ҡтисад

Һалым түләүселәр үҙ хоҡуҡтарын белә
15.02.06


       Һалым хеҙмәте декларация кампанияһының үҙ ваҡытында башланыуы һәм, тейеш булыуынса, 30 апрелгә тиклем дауам итәсәге тураһында белдерҙе. Башҡортостан халҡы тағы ла Рәсәйҙә иң әүҙем һалым түләүселәр тигән исемде раҫлар, моғайын. Бер ҡайҙа, бер төбәктә лә, Мәскәү һәм Санкт - Петербургты иҫәпкә алып, граждандар инспекцияға етди әҙерлек
       менән һәм шул тиклем күләмдә декларация тапшырмай, тип хәбәр итәләр РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында.
       Берҙәм социаль һалым һәм физик шәхестәргә һалым һалыу бүлеге начальнигы Александра Косарева "килем буйынса һалымға" ҡыҙыҡһыныу законлы рәүештә арта бара, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Законлы рәүештә - сөнки билдәле 131 - се федераль закон уны урындағы бюджеттарҙың төп финанс нигеҙҙәренә индерә. Граждандар үҙ бурыстарын ни тиклем намыҫлыраҡ үтәгән һайын, уларҙың йорттарында, райондарында һ әм ҡалаларында "йоҡо тынысыраҡ". Шул арала физик шәхестәр ки леменә һалым дәүләт ҡаҙнаһын тултырыуҙа әһәмиәтлерәк роль уй най бара. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында бөгөн һалым аҡсаһында уның өлөшө 30 процент тәшкил итә ( беҙҙең республиканың консолидацияланған бюджет килемдәрендәге кеүек үк). Һәм уның артыуында шикләнергә сәбәп юҡ.
       Граждандарҙың күпселеге етеш һәм, шуныһы ла бик мөһим, закон буйынса йәшәргә тырыша. Үткән йылда Башҡортостандың һа лым йыйыу органдары республикала йәшәүселәрҙән 141 меңдән ашыу декларация ҡабул иткән. Иң ҡыуаныслыһы шул: йыл эсендә ( 2003 йылдан 2004 йылға тиклем) килемдәре бер миллиондан ашыу булыуын таныусы һалым түләүселәр һаны һигеҙ ярымға артып, 1900 - гә барып баҫҡан. Әммә, тип аныҡла у индерә һалым хеҙмәте белгестәре, ҙур килемде граждандар йорттарын йәки фатирҙарын һатыуҙан ала. 14 кешенең декларацияһында иһә килем туғыҙ һан менән күрһәтелгән.
       Шәхси килемде декларациялау тәртибендә быйыл үҙгәрештәр а ҙ. Декларация формаһына "косметик" үҙгәрештәр (3НДФЛ) һәм от чет биреү формаһына ҡайһы бер төҙәтмә ( 2НДФЛ) индерелде. Рә сәй декларацияһы ҡатмарлы һәм аңлайышһыҙ тиҙәр, әммә был уйҙырмалыр тип уйларға ҡала. АҠШ һалым декларацияһын ҡарағыҙ, тип миҫал килтерә дәүләт һалым инспекторы Эрнст Мөхитов, ул 50 биттән тора (беҙҙекендә иһә 19) һәм ситтән ярҙам булмаһа, уны тултырып бөтөү мөмкин түгел. Әйткәндәй, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми интернет - порталында (унда республика идаралығының сайты ла бар) барлыҡ методик к үрһәтмәләрҙе лә, отчет өсөн махсус программаны ла табырға мөмкин.
       Элеккесә, һалым түләүселәрҙең барлыҡ категориялары ла мөлкәт һәм социаль һалымдан аҡса тотоп ҡалыуға дәғүә итә ала . Һуңғы йылдарҙа был хоҡуҡ менән барыһының да әүҙем файҙаланыуын әйтергә кәрәк. 2006 йылдың беренсе көнөндә Башҡортостандың 2004 йылда хәйриә, белем алыу, дауаланыу йәки дарыу алыуға сығымдары булған 50 меңдән ашыу кешеһе
       үҙҙәренең социаль аҡса тотоп ҡалыуға хоҡуҡтары тураһында белдерҙе. 80 меңдән ашыу кеше башлыса торлаҡ йәки автотранспортын һатҡандан һуң мөлкәт аҡсаһына хоҡуҡтары тураһында иғлан итте.
       Һәм, ниһайәт, ватандаштарыбыҙ һалым түләү йәһәтенән хәбәрҙар булыуын күрһәтә. РФ Һалым кодексында физик шәхестәргә мөлкәт аҡсаһын эш урынында, үҙбухгалтерияһында алыу мөмкинлеге тураһында төҙәтмәләр барлыҡҡа килеүе булды ( 2005 йылдың 1 ғинуары), 10 меңгә яҡын һалым түләүсе тейешл е рөхсәт ҡағыҙҙары артынан һалым инспекцияларына килеп тә етте. Ә һеҙ кешеләр үҙ хоҡуҡтарын белмәй тиһегеҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал