6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Генерал Кусимов аттарҙы һаҡларға ҡушҡан
15.02.06


       Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Таип улы Кусимов лайыҡлы рәүештә башҡорт халҡының милли геройҙары иҫәбенә инә. Ул 1909 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Күсем ауылында донъяға килә. Бала сағынан эшкә егелә, кулактарға ялланып эшләй. 1928 йылда Таһир Таип улы үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа, курсанттан генерал - майорға тиклем
       юл үтеп, ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт итә.
       1932 йылда берләштерелгән Татар - башҡорт хәрби мәктәбен тамамлағандан һуң, Таһир Кусимов взвод командиры итеп
       тәғәйенләнә, һуңынан эскадронға етәкселек итә. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем Кавказ аръяғы хәрби округында эскадрон
       командиры, дивизия штабының разведка бүлеге начальнигы һәм кавалерия полкының командир ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.
       Бөйөк Ватан һуғышында Таһир Таип улы Брянск, Воронеж,
       беренсе һәм икенсе Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре составында 112 - се Башҡорт - 16 - сы Чернигов кавалерия дивизияһы полкына етәкселек итә. Немец - фашист
       илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Совет Президиумы Указы менән 1944 йылдың ғинуарында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Награда д окументтарында уның батырлығы тураһында түбәндәге һүҙҙәр яҙыла: " 58 - се гвардия кавалерия полкы командиры, гвардия полковнигы Кусимов Т. Т. 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепр аша сығыуҙы яҡшы ойоштора. Полк плацдармда урынлаша һәм дивизия частәренә йылға аша сығыу өсөн шарттар тыуҙыра".
       Һуғыштан һуң Таһир Таип улы штаб начальнигы, дивизия командиры, армия корпусының командир урынбаҫары була. 1947 й ылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны, 1951 йылда - СССР - ҙың К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡораллы Көстәрҙең
       Генераль штабы Хәрби академияһын тамамлай.
       1963 йылдан алып отставкаға сыҡҡансы Кусимов Башҡорт АССР - ы хәрби комиссары була.
       Яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев "Генерал Кусимов" китабында үҙенең дуҫы Таһир Таип улы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Ш улай уҡ Кусимовтың үҙенең иҫтәлектәр яҙмаһы ла һаҡланған:
       - Һеҙ ваҡиғаларға бай булған ҙур тормош кисерәһегеҙ. Иң иҫтәлекле көнөгөҙҙө белергә мөмкинме
       - Ҡазанда Татар - башҡорт хәрби мәктәбенә уҡырға ингән кө н. Дөрөҫөн әйткәндә, минең аңлы тормошом, 46 йыл ғүмеремде бағышлаған Совет Армияһына юлым ошонан башланды ла инде. Хәрби мәктәпкә барып эләгеүем ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Урта
       Азиянан тыуған ауылыма ҡайтҡас, мине хәрби комиссариатҡа саҡырып алдылар. Ҡазан мәктәбенә, милли команда кадрҙары
       әҙерләүсе тәүге хәрби уҡыу йортона кандидаттар йыялар икән. Саҡырылыуҙың маҡсатын белгәс, шунда уҡ яҙылырға теләк белдерҙем. Әммә йәшем етмәгәне асыҡланды, өҫтәүенә йүнле документтарым да юҡ - берәҙәктең ҡайҙан булһын инде! Минең
       менән яҡынданыраҡ танышҡандан һуң, военком үҙе ҡарар ҡабул итте. Тиҙ арала документ эшләнеләр - фамилиямды тыуған ауылым буйынса Кусимов тип яҙҙыҡ, бер йылға "өлкәнәйҙем" - буй бар, Аллаға шөкөр. Комиссия Белоретта булды: ун һигеҙ егеттән ике кеше: мин һәм Учалы районынан Таһиров фамилиялы егет үттек. Уҡырға инеү имтиханын бирҙек, исемлектәрҙе элгәндәрен көтә - көтә интегеп бөттөк. Ә инде уларҙы сығарып элгәс, иҫебеҙ китте: исемлектәрҙә беҙҙең фамилия юҡ ине...
       Инде ҡайтырға әҙерләнеп бөткәйнек, ҡапыл беҙҙе, конкурста н үтмәгәндәрҙе - утыҙлап кеше - клубта йыйҙылар. Мәктәп комиссары Ниғмәт Еникеев нарком Ворошиловтың хәрби мәктәп ко мандованиеһы үтенесе буйынса "бәхетһеҙҙәрҙе" әҙерлек курсына ҡалдырырға рөхсәт итеүе тураһында белдерҙе. Беҙ был курстарҙа башлыса дөйөм белемгә эйә булдыҡ, бер йылдан инде тулы хоҡуҡлы курсанттарға әйләндек. Хеҙмәтем шулай башланып китте.
       - Һеҙ бит элекке кавалерист, атығыҙҙы һағынаһығыҙҙыр
       - Аттарға бәйле айырым иҫтәлектәр һаҡлайым. Хәрби йылдарҙ а улар күп булды, ҡайһыларын ғүмерем буйына иҫләйем. Сталинградта, мәҫәлән, минең менән күп һуғыштар аша үткән тоғро дуҫым снаряд ярсығы тейеп һәләк булды... Ул минең өсөн
       бик ҡәҙерле ине, сөнки уны мин етәкселек иткән эскадрондың яҡшы хәрби һәм сәйәси әҙерлек күрһәткестәре өсөн Әзербайжан Компартияһы бүләк итте. Һуңынан да, шул иҫәптән тыуған
       яғымда ла, ат бүләк иткәндәре булды. Бөгөнгө йәштәрҙең атҡа ихтирамлыраҡ ҡарашта булыуын теләр инем.
       ...Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Кусимов ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ, беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм күп кенә миҙалдар менән наградлана.
       Таһир Таип улы үҙенең лайыҡлы рәүештә алған наградалары менән ғорурлана. 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парадында ҡатнашыуы менән дә ғорурлана ул. Был турала бер кем дә унан яҡшыраҡ һөйләй алмаясаҡ:
       - Еңеү Парады. Тормошомдоң был сағыу, гүзәл минуттарын тулҡынланыуһыҙ хәтергә төшөрә алмайым. Бөгөн дә ҡайһы ваҡыт
       1400 хәрби музыканттан торған оркестр башҡарған марш ҡолағыма ишетелгәндәй була. Марш көйө Ҡыҙыл майҙандың һәр мө йөшөнә үтеп инә һәм күңелдә бер нимә менән сағыштырып булмаҫлыҡ ҡыуаныс тойғоһо барлыҡҡа килтерә. Йылы, яҙғы ямғыр яуа башланы, ул фронтта йыйылған арығанлыҡты йыуып төшөргәндәй булды.
       Мин М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия батальоны сафында баҫып торам. Парадта ҡатнашыусыларҙың йөҙҙәренә ҡарайым. Ниңәлер фронт юлдары, ҡайһы бер сағыу эпизодтар иҫкә төшә...
       ... Курск Дуғаһында еңелгәндән һуң дошман үҙенең алдан әҙерләнгән оборона һыҙығы артына - Днепрҙың уң яҡ ярына йәшеренде. Беҙгә уны эҙәрлекләргә, Днепр аръяғында нығынырға ирек бирмәҫкә кәрәк. Армия разведкаһының
       мәғлүмәте буйынса, дошмандың оборона линияһы төптәрәк урынлашҡан, ярҙа тик хәрби һағы ғына тора. Тиҙ арала хәрәкәт итеү мотлаҡ. Ҡаршы ярҙа һәр ҡыуаҡ, һәр түмәләс беҙҙең өсөн ҡотҡарыусы урын да, үлемесле ҡапҡан да булыуы ихтимал. Миңә ышанып тапшырылған 58 - се кавалерия полкы тулы булмаған тәүлек эсендә йылғаны аша сығырға әҙерләнде. Һалдар төҙөлдө,
       һөжүм итеү төркөмдәре билдәләнде. 1943 йылдың 27 сентябренә
       ҡараған төндә йылғаны аша сыға башланыҡ. Әммә фашистар тәүге десантты күреп ҡалды. Күк йөҙөн ракеталар яҡтыртты, төшөп ярылған снаряд ярсыҡтарынан йылға ҡайнай. Һәм ошо гөрһөлдәүҙәр эсендә мин башҡорт халыҡ йыры "Сибайҙың" таныш көйөн ишеткәндәй булдым. Йырсы иптәштәренә бында, сал Днепр ярында, беҙҙең тыуған башҡорт киңлектәре, ғаиләбеҙ , балалар һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге өсөн көрәшеүебеҙ тураһында һөйләй ине, буғай. Ә Ватан һәм уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо һалдатты еңелеү белмәҫ итә.
       ... 1991 йылдың 8 майында Мосолмандар зыяратында Советтар
       Союзы Геройы Кусимовтың ҡәбере өҫтөндә һәйкәл асылды.
       Һәйкәл авторы - Юрий Устинов.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал