6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Васильевҡа ыңғай ел кәрәкмәй
14.02.06


       Өфө егете, трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев "Советский спорт" гәзите хәбәрсеһенә ярыштан алған тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, яҡташыбыҙ саңғыла осоусылар ярышында ярайһы ғына шау - шыу тыуҙырҙы - тәүге һикереүҙә ул алдынғы урынға сыҡты , әммә икенсеһен бик үк уңышлы башҡармауы сәбәпле, унынсы урын менән генә ҡәнәғәтләнде. Баҡһаң, өфөлөгә ыңғай ел ҡамасаулаған икән, осоусы саңғысылар уны күрә алмай, ти.
       Дмитрий Васильев тәүге осошоноң уңышлы килеп сығыуы тураһында алдан уйламауын таный. Шулай килеп сыҡты инде, ти ул.
       Икенсе тапҡыр һикергәндә Васильев тыныс була һәм тулыһынса
       үҙенә ышана. Әммә уға, аҙаҡтан һикереүсе дүрт лидерға кеүек үк, ел ҡамасаулай. Саңғыла осоусылар өсөн ыңғай ел дошман менән бер. Ул арҡаға өрә һәм спортсыны аҫҡа этәрә, ә ҡаршы е л киреһенсә - күтәрә икән.
       Васильев елде еңергә маташыуы тураһында һөйләй. Алға эйелергә тырышыуым артыҡ булды. Артҡа ҡайҡайырға тура килде,
       был иһә - тиҙлекте юғалтыу тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә ергә төшөү ҙә тейешенсә килеп сыҡманы - шуға күрә судьялар техника өсөн түбән баһа ҡуйҙы, ти ул.
       Васильев ярыштар тамамланғандан һуң артыҡ ҡайғырмауын белдерә. Әммә ваҡыт үткән һайын миҙал алырға мөмкин булыуы х әтеренә төшә икән.
       Тағы ла Дмитрий үҙенең алға сығыуы менән башҡа күп кенә саңғысыларҙың ҡәнәғәт булмауы тураһында әйтте, хатта уларҙың
       йөҙҙәре үҙгәреп китте, ти ул. Шулай уҡ Васильев ярышҡа тикл ем уға унынсы буласағы тураһында әйтһәләр, бындай һөҙөмтәне уңышлы тип ҡабул итерен белдерә. Сөнки Рәсәй саңғысыларының тренерҙары миҙалға иҫәп тотмаған. Дмитрийға алдан әйтеүҙәренсә, алтынсы урын - супер, ә инде алдағы унау араһы на инһәң - яҡшы, тип һаналған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал