6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Өрәккә әйләнгән предприятие серҙәре
14.02.06


       Кемдер теге донъяға ышана, ә кем өсөндөр ул - әкиәт кенә булып ҡала. Шулай ҙа һәр кемдең үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла беҙең донъяға параллель - өрәктәр донъяһы булыуы
       хаҡында ишеткәне бар ( ышанырғамы, юҡмы - уныһы һәр кемдең үҙ ихтыярында). Әммә ләкин был идея фанаттары ла өрәккә әйләнгән предприятие тураһында ишеткәне булмағандыр, моғайын.
       Тик бындай күренеш ысынлап та бар, ен - шайтандарың бер яҡта торһон. Өфөләге өрәк - предприятиены аҡса түләтеп туристарға күрһәтергә лә мөмкин булыр ине.
       Ошо көндәрҙә республика Контроль - иҫәп палатаһының сираттағы ултырышында өҫтә әйтелгән ғәҙәттән тыш күренештең презентацияһы үтте. Нәҡ ошонда был хәлдең барлыҡҡа килеү нескәлектәре асыҡланды ла инде.
       Барыһы ла нимәнән башланып китә... Эйе, барлыҡ предприятиеларыбыҙ өсөн дә финанс ауырлыҡтар еткән замандандыр, моғайын. Әммә бөгөн тарихҡа бирелеп тормайыҡ. Һ уңғы ике - өс йыл менән сикләнеү ҙә етә. "Теплоремонтмонтаж"
       муниципаль унитар предприятиеһы блоклы ҡаҙанлыҡтар төҙөү менән шөғөлләнә. Был эшмәкәрлек файҙалы, әлбиттә, әммә уны а ртыҡ килемле тип әйтеүе ҡыйын. 2003 - 2005 йылдарҙа предприятиеның финанс - иҡтсади хәле ауырлаша башлай. Һөҙөмтәлә үткән йыл башына предприятиеның кредитор бурысы 17 ,859 миллион һум, шул иҫәптән бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға - 9,941 миллион һум тәшкил итә. Өҫтәүенә был ваҡытҡа предприятиеның саф активтары минус 8,737 миллион һум була. Рәсәй ҡануниәте буйынса, йыл аҙағына предприятие активы 500 мең һумдан кәмерәк иҫәпләнһә (дәүләт унитар предприятиеһы тураһында һүҙ барыуын хәтергә төшөрәйек), уны ябыу процесы башланырға тейеш. Бына ошо урында серҙәр ба шлана ла инде. Ул ваҡытта етәксе вазифаһын биләүсе Владимир Грабовский законға ярашлы, предприятиеның банкрот и теп танылыуы тураһында Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә бурыслы була. Республиканың Милек мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан да Грабовский исеменә бындай иҫкәрмәләр бер нисә тапҡыр килә. Тик ниңә Грабовскийҙың ҡушылғанды үтәмәүе бөгөнгө көнгә тиклем бөйөк сер булып ҡалыуын дауам итә.
       Уның ҡарауы БР Милек мөнәсәбәттәре министрлығы һәм Грабовскийҙың ғәмһеҙлеге фонында һалым органдары әүҙем эшмәкәрлек башлай. Был аңлашыла ла: улар бюджетҡа тейешле аҡсаны йыйырға тейеш (шул аҡсаға йәшәйбеҙ бит). Шуға күрә һалым йыйыусылар приставтарға рәсми ҡағыҙ йүнәлтә һәм, ҡануниәткә ярашлы, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса Төп идаралығының Совет районы бүлеге "Теплоремонтмонтаж" дәүләт унитар предприятиеһы мөлкәтенә арест һала. Ғәмәлгә ярашлы, шунда уҡ бина һәм ҡоролмаларға хаҡ ҡуйыла. Ошо урында тағы бер ҡыҙыҡлы мәл күҙәтелә: ССП
       менән килешеү буйынса эшләгән бойондороҡһоҙ баһалаусы
       уларҙы 3,414 миллион һумға баһалай. Өфөнөң уртаһында тип әйтерлек - Злобин урамында урынлашҡан, 80 - се йылдарҙа төҙөлгән һәм майҙаны 4,7 мең квадрат метр тәшкил иткән
       13 капиталь бинаның бер квадрат метры 720 һум тора тигән һ үҙ. Бер "квадрат" өсөн 720 һум бөгөнгө хаҡтарҙа - "тауыҡ көл өрлөк". Хатта Өфөлә торлаҡ булмаған фондтың торлаҡтан өс тап ҡыр арзаныраҡ баһаланыуын иҫәпкә алғанда ла был биналарҙың бер квадрат метры кәм тигәндә ун мең һум (!) торорға тейеш.
       Дүрт ай тирәһе ваҡыт үткәндән һуң бина һатыуға ҡуйыла һәм 13, 113 миллион һумға, йәғни бик осһоҙ хаҡҡа һатыла. Хәйер, бер таныш юрист әйтеүенсә, шул уҡ Грабовский әфәнде баһалау менән килешмәүен белдергән осраҡта иҫәп - хисап булмаҫҡа ла мөмкин ине. Ул саҡта был процедура ҡабаттан билдәләнер һәм
       икенсе баһалаусы саҡырылыр ине. Тик был эш башҡарылмаған шу л.
       Һәм республиканың Милек мөнәсәбәттәре министрлығы, алданған хужа булараҡ, билдәле сара күрә башлай, мөлкәтте һатыуҙың ғәмәлгә тап килмәүен таныуҙы һорап, Арбитраж судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итә. Суд ҡарары буйынса министрлыҡтың үтенесе үтәлмәгәс, ведомство аппеляцион ялыу менән сығыш яһай. Был эште алып барыусы суд приставы адресына ла дәғүә белдерелә.
       Ике ведомство араһында тартыш барған арала предприятиены
       яңы күңелһеҙ үҙгәрештәр көтә. Яңы хужа "Теплоремонтмонтаж" дәүләт унитар предприятиеһының бинаны бушатыуын һорай, 50 кешенән торған коллективтан белеме буйынса "технарь" һәм,
       үҙе әйтеүенсә, финанс эштәрендә бер нимә лә аңламаусы директор вазифаһын башҡарыусы ғына тороп ҡала. Техника һәм ҡ орамалдар шулай уҡ һатыуға сығарыла. Ҡағыҙҙа предприятие бар ҙа кеүек, әммә ысынбарлыҡта иһә ул юҡ. Әйткәндәй, предприятиеның өрәккә әүерелеү барышында байтаҡ аҡса юҡҡа сы ға. Эш хаҡын алыу исемлегенә ҡул ҡуйып та хеҙмәткәрҙәр тулы хеҙмәт хаҡы ала алмай, етәксе урынбаҫары кассаға 400 ме ң һумдан ашыу аҡсаны ҡайтарырға онота, ә директор үҙе хәлдәрҙең аяныс булыуын аңлағандан һуң, 2005 йылдың апрелендә закондан тыш яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булдыра,
       әммә сентябрь айына тиклем "Теплоремонтмонтажда" иҫәпләнә, хатта кәрәҙле элемтә хеҙмәтләндереүенә аҡса ла ала. 2005 йылдың башынан сентябрь айына тиклем мөлкәтте һатыуҙан алынған аҡсаның 3,849 миллион һумы нигеҙһеҙ тотонола.
       Өрәк - предприятие бөгөн дә шул уҡ хәлдә. Дәүләттең осһоҙ хаҡҡа һатылған мөлкәтен кире ҡайтарыу мөмкинме һәм уны нисек эшләргә Өфөнөң "злобин" йомағының иң ҙур сере бөгөнгө көнгә ошонан ғибәрәт...

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал