6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Өфөлә Шаляпинды шпион тип ҡабул итеүҙәре тураһында
14.02.06


       Федор Шаляпин ( 1873 йылдың 13 февралендә тыуған) С. Я . Семенов - Самарский труппаһында Өфөгә гастролгә килгән
       сағында уға ни бары ун ете йәш кенә була. Бында ул оҙаҡ түгел - һигеҙ ай ( 1891 йылдың июненә тиклем) ғына йәшәй.
       Шаляпиндың тормошонда Өфө юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Өфөлә булған ваҡыты тураһында ул үҙе: "Бындағы уңыш минең үҙемде театрға бағышларға тигән фекеремде нығытты" тип яҙып ҡалдыра.
       Гастролдәр тамамланғас, Федор Шаляпин өсөн ауыр ваҡыттар башлана. Труппа тарҡала. Контракт өҙөлә. Йәшәр өсөн аҡса эшләргә кәрәк. Өфөлә ул ваҡытта Йыр, музыка һәм драматик сәнғәт яратыусылар йәмғиәте эшләп килә. 1891 йылдың апрель
       айында Шаляпин Йәмғиәттең етәксеһе Л. В. Рындзюмский менән таныша һәм уның спектаклдәрҙә ҡатнашыу тураһында тәҡдимен ҡа бул итә.
       6 майҙа Шаляпин А. Г. Рубинштейндың "Демон" операһында тәүге тапҡыр Ҡарт хеҙмәтсе ролендә сығыш яһай. Йәмғиәт был спектаклде Дворяндар йыйылышы залында ойоштора. Ф. И. Шаляпин Прозоров фамилияһы аҫтында сығыш яһай ( әсәһе Авдотья Михайловнаның ҡыҙ фамилияһы).
       "Тамашасылар, хатта өйәҙҙең земство идаралығы рәйесе үҙе лә минең тауышымды бик маҡтаны, - тип яҙа Шаляпин. - Сәхнәлә
       сығыш яһау һәләтем булыуын, һәм миңә уҡырға кәрәклеген әйттеләр. Кемдер аҡса йыйып мине Петербургҡа йәки Мәскәүгә
       уҡырға ебәрергә тәҡдим итте, һуңынан Өфөнән китмәҫкә, бында
       йәшәргә, спектаклдәрҙә сығыш яһарға тигән ҡарарға килдек. Рәйес миңә айына 25 - 30 һум түләнгән эш урыны табып бирәсәк . Мин йырлайым һәм идаралыҡта хеҙмәт итәм, был ваҡыт эсендә миңә изгелек теләүселәр баш ҡалаға уҡырға барырға аҡса йыясаҡ".
       Земство идаралығы рәйесе, театр сәнғәте алдында баш эйеүс е М. Д. Брудинский Шаляпинды айлыҡ эш хаҡы 25 һум булған эшкә урынлаштыра.
       Идаралыҡта эшләүселәр яңы хеҙмәткәрҙе һағайып ҡаршы ала.
       Нисек һағаймайһың инде Яңы килгән кешегә бик күптән эшләүселәргә ҡарағанда ла юғарыраҡ эш хаҡы түләйҙәр. Земство
       идаралығы рәйесе үҙе уның менән ҡул биреп һаулыҡ һораша, унан башҡа бер кемдең дә бындай бәхеткә лайыҡ булғаны юҡ әле. Юҡ, йүнле эш түгел был.
       Федор Шаляпин был ҡарашты һиҙмәй ҡалмай, әлбиттә.
       "Идаралыҡта эшләргә бер теләгем дә юҡ, әммә киләсәктә уҡы у мөмкинселеге тураһында уйҙар мине ниндәйҙер мәғәнәһеҙ ҡағыҙҙар өҫтөндә ултырырға, уларҙы күсереп яҙырға мәжбүр итә , - тип хәтерләй йырсы. - Һәм тәүге көндәрҙән үк барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә миңә ышанысһыҙ, хатта дошман күреп ҡарауын һиҙҙем. Шат күңелле һәм аралашыусан кеше булараҡ,
       быны ауыр кисерҙем. Мин килеп ингәндә башҡаларҙың хатта һөйләшеүҙән туҡтауын күреп, үпкәләй инем. Бер көндө, башҡа түҙер әмәлем ҡалмағас, мин хеҙмәткәрҙәрҙең береһенә асыҡтан - асыҡ әйтеп һалдым:
       - Тыңлағыҙсы, һеҙ бында барығыҙ ҙа мине һеҙҙең арттан күҙәтеү өсөн ултыртып ҡуйған кеше тип ҡабул итәһегеҙ, буғай. Тик мин бында шпион булған өсөн түгел, ә консерваторияға
       урынлаштырырға вәғәҙә иткәндәре өсөн ултырам. Ә үҙем был идаралыҡты, ҡаурыйҙарҙы, ҡараны һәм барлыҡ статистикағыҙҙы к үрә алмайым.
       Был кеше миңә ышанды, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы һәм айырыуса ышаныс тойғоһонандыр, моғайын, гитарала полька - трамблан
       көйөн уйнап ишеттерҙе.
       Ошо хәлдән һуң миңә ҡарата мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең береһе миңә былай тип әйтеп һалды:
       - Беҙ ысынлап та һине шпион тип уйланыҡ. Нисек уйламайһың инде Идаралыҡ рәйесе һинең менән ҡул биреп күрешә. Беҙҙең б еребеҙ менән дә күрешмәй ул!
       Бына бит етәкселек нисек үҙ абруйын төшөрә ала икән!"
       Писарь вазифаһы Шаляпинды бала саҡта уҡ ялыҡтыра. "Уҡыуҙы тамамлағандан һуң (ун өс йәштә) атайым мине өйәҙҙең земство идаралығына писарь итеп урынлаштырҙы, - тип яҙа йырсы, - һәм мин уның менән бергә эшкә йөрөй башланым. Бик күп һандар яҙылған оҙон докладтарҙы күсереп яҙабыҙ, йыш ҡына
       һуңға тиклем эштә ҡалып, канцелярия өҫтәлендә лә йоҡларға тура килгән саҡтар булды..." Өфөгә барыр алдынан да ул Диниә
       консисторияһында ҡағыҙҙар күсереп яҙып, икмәк - тоҙлоҡ аҡса
       эшләй. Һәм бына Өфөлә лә уны шундайыраҡ эш көтә. Әммә тиҙҙән буласаҡ йырсының хәле яҡшыра, йәшәгән урынын алмаштырыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә. "Мин кер йыуыусы ҡатындың фатирынан китеп, уңайлыраҡ фатирға күстем. Хужа шулай уҡ гитарала уйнай ине. Миңә ҡалһа, ул заманда Өфөлә би к күптәр гитара уйнаны. Минең йырлағанды белеп ҡалғас, ул ми ңә бик сәйер бер романс өйрәтте. "Не для меня придет весна" тип
       атала ул. Мин йырлай башлаһам, ул ниндәйҙер киҫкен хәрәкәттәр эшләй, йәштәрен һөртөп ала, икенсе бүлмәгә сығып китә, тағы килеп инә. Бер тапҡыр ул миңә былай тип өндәште:
       - Йырлай алыуың менән бәхетле һин! Йәш саҡта минең дә тауышым бар ине, тик мин эсеп уны юҡҡа сығарҙым.
       Был тыныс тормош мине быуа башланы. Уҡырға ебәреү тураһындағы вәғәҙәләрҙән бер нимә лә сыҡмаҫын һиҙәм. Түңәрәктә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар башланды. Спектакль һәм концерттар ҡуйылмай...
       Май айында Өфөгә Украинанан тағы бер труппа килә. Улар Шаляпинды үҙҙәре менән саҡыра, яҡшы эш хаҡы вәғәҙә итәләр. "Мин уларға ҡушылырға әҙер инем инде, - тип хәтерләй ул, - т ик бер мәл миңә фатир хужаһын, уның изге күңелле ҡатынын, ми н йырлай башлаһам китап тотоп ихатаға сығып ултырыусы йәш, сибәр уҡытыусыны ҡалдырып китеү йәл тойолдо. Мин уның
       менән таныш түгелмен, хатта тауышын да ишеткәнем юҡ, тик барыбер уны Өфөлә ҡалдырып китергә теләмәйем. Шул саҡта тағы килеп идаралыҡ рәйесе мине уҡырға ебәреү хәл ителеүе тураһында белдерҙе".
       Украина артистары ҡайтып китә. "Труппа ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә мин иртә менән үҙәгем өҙөлөп театрҙы һағыныу
       тойғоһо менән уяндым, - тип хәтерләй Шаляпин. Башҡа Өфөлә ҡала алмаясағымды һиҙәм. Китергә аҡсам юҡ. Әммә шул көндө
       үк идаралыҡтан 15 һум ссуда һораным, тәмәке һатып алдым һәм ғәҙәттән иртәрәк бесәнлеккә менеп йоҡларға яттым. Ҡаланан китергә йыйыныуым хаҡында хужаға белдермәнем, әммә йоҡларға ятыр алдынан үҙен дә, ҡатынын да ҡосаҡлап үптем. Бесәнлектә сәғәт ярым тирәһе ятҡандан һуң, шым ғына төшөп, тәмәке, гильзаларҙы үҙем менән алдым, ҡалған "мөлкәтемде" ҡалдырып, пристань яғына юл алдым.
       Сәғәт иртәнге етелә мин пароходта ултыра инем инде.
       Идаралыҡтан аҡса алыуыма үкенәм һәм уны ҡайтара алырмынмы т игән уй йөрәгемде өйкәй".
       Был хәл 1891 йылдың июнь башында була. Пароход Ҡазанға юл
       тота.
       Шаляпиндың Өфөнән китеүен нимә менән аңлатырға мөмкин Бы нда уның йәшлеге һәм түҙемһеҙлеге, Шаляпинға ғына хас анархислыҡ, идаралыҡтағы хеҙмәттең күңелһеҙлеге, мохтажлыҡ та үҙенекен иткәндер, моғайын. Шаляпин үҙе әйтеүенсә, уның бурлактарса тәбиғәте азатлыҡ талап итә һәм ул башы һуҡҡан тарафҡа, театр өрәктәрен баҫтырып сығып китә...
       - Бөйөк йырсы булған һәм сығыш яһаған урындар бик күп, әммә Өфө уны данға алып барыусы юлда беренсе ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал