6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Чудов һәм Васильев алтын миҙалһыҙ ҡалды
14.02.06


       Туринда үткән Олимпиада ярыштарының ике көнөндә ваҡиғалар е терлек булды. Бында саңғысыларҙың гемоглобины ла, Рәсәй делегацияһының йәшәү өсөн шарттары насар булыуы ла, тәүге
       сенсациялар ҙа - һөйләй башлаһаң күп инде. Рәсәйлеләр төрлө төҫтәге өс миҙал яуланы. Яҡташтарыбыҙ иһә үҙҙәренең сығышы тирәләй шау - шыу күтәреүгә өлгәшһә лә әлегә наградаға лайыҡ була алманы.
       Ярар. БР вәкилдәренең алда мөмкинселектәре булыр әле. Хәйер, әле беҙ кәм тигәндә лә ике миҙалсыбыҙ менән ғорурлана
       алыр инек. Биатлон оҫтаһы Максим Чудов һәм трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильевтың сығыштарын күҙәтеүсе күп һанлы рәсәйлеләрҙе күҙ алдыма килтерәм. Уларҙың еңеүенә ышаныс башта артҡандан арта барҙы, һуңынан барыһын да үкенес тойғоһо биләп алды.
       Максим Чудов ярышты ышаныслы башланы. Йылдам йүгерҙе, атыуы ла тәжрибәле һунарсыларҙан кәм түгел ине. Тәүге ике өлөштә биш сәпкә лә тейҙерә алды, әммә өсөнсөһө уның өсөн уңышһыҙ булды. Ятҡан килеш атҡанда Максим тәүге патронын уҡ ҡыйыш ебәрҙе. Ҡалған дүртәүһендә тағы ике тапҡыр
       яҙа атты. Бөттө - хуш, миҙал,сөнки һәр яҙа атыу ваҡытҡа тағ ы бер минут өҫтәй. Бында Максимдың йүгерек аяҡтарына ла ышаныс юҡ. Һуңғы сиктә Чудов тағы ике тапҡыр сәпкә тейҙерә алманы һәм һөҙөмтәлә 32 - се урын биләне. 20 километрлыҡ уҙышта ул лидерҙан дүрт минут 49 секундҡа артта ҡалды.
       Осоусы саңғысы Дмитрий Васильев 95 метрлыҡ трамплиндан тәүге һикереүҙә үк хайран ҡалдырҙы, барыһынан да алыҫыраҡ китә алды. Был спорт төрөнөң иң яҡшы вәкилдәре лә уның ҡаҙанышын ҡабатлай алмаҫ ине - 104,5 метр.
       Һәм бына лидер хоҡуғы буйынса Васильев иң аҙаҡҡы булып хә л иткес аҙымға яҡынлаша. Судьяларҙың техника өсөн түбән баһаһы алыҫлыҡҡа осош буйынса ҡуйылған мәрәйҙәргә зыян килтермәһен өсөн уға 101 метрҙан да артығыраҡ осорға кәрәк. Еңеү өсөн иң яҡшыһы - 103 метрҙан алыҫҡараҡ осоу.
       Васильев нисектер ышанысһыҙ ҡуҙғалды, трамплиндан да бик үк көслө шыумай һәм ергә барып төшөүе лә килешһеҙ генә килеп
       сыға. 100,5 метр һәм судьяларҙың түбән баһалары. Һөҙөмтә - бары тик унынсы урын.
       Хәйер, Васильевтың да, Чудовтың да миҙал йәки еңеү менән
       ҡыуандырыр өсөн мөмкинселектәре буласаҡ әле.
       Башҡортостандың башҡа спортсыларына килгәндә, улар ярайһы уҡ яҡшы сығыш яһаны. Илдар Фәтҡуллиндың сығышын
       ғына уңышлы тип әйтеп булмай, ул ни бары 44 - се урында.
       Ә бына ике төр ярышта ҡатнашыусы Сергей Масленников ике һикереүҙән һуң бишенсе урынға сыҡты һәм 15 километрға уҙышта лидерҙан бары 46 секундҡа артта ҡалды. Алда барған спортсыларҙы ҡыуып етеүен етте, әммә һөҙөмтәлә бары тик
       унынсы урын биләүгә өлгәште.
       Шорт - трексы Вячеслав Кургинян 1500 метр араға ярымфиналғ а квалификация үтте. Артабан беҙҙең йәш спортсы үтә алманы, әммә һөҙөмтәлә 16 урын яуланы. Алда уны 1000 метрлыҡ дистанция көтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал