6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Эҙһеҙ юғалыуҙар үҙ - ара бәйле түгелме
14.02.06


       Үткән йылдың икенсе яртыһында республикала бер - бер артл ы өс ҡыҙ юҡҡа сыға - ул ваҡытҡа ҡыҙҙарға 18- әр йәш була. Ав густ айында Өфө ҡыҙы, нефть университеты студенткаһы Регина Әхмәрова өйөнән сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Ноябрь айы башында Бүздәк районынан Туймазыға илткән юлда Туймазы п едколледжының өсөнсө курсында уҡыусы Гөлназ Аллағолова эҙһеҙ юғала: һуңғы тапҡыр уның трассала машина туҡтатып торғанын күрәләр. Бер нисә көндән шулай уҡ юлда Өфө ҡыҙы Әлиә Усманова юҡҡа сыға: ҡыҙ үҙе уҡыған Стәрлетамаҡ хореография училищеһына юлланған була. Шаһиттар уның да машина туҡтатып ултырыуын күрә...
       Матбуғат биттәренә йыш күҙ һалыусыларҙың шиктәре урынлы: бәлки был аяныслы ваҡиғалар үҙ - ара бәйлелер БР Эске эштәр
       министрлығының енәйәт эштәре буйынса эҙләү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев был турала түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Өс осраҡта ла "үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылды - кешенең юғалыуында криминалға шик булғанда беҙ шулай итәбеҙ, - тине ул журналистар менән осрашыу ваҡытында.
       - Уларҙың һәр береһе айырым тикшерелә, эштәрҙе берләштереү
       өсөн нигеҙ юҡ, һәм бында серия күрергә тырышыу кәрәкмәй. Бөгөнгө көндә эштәрҙең береһен асыҡлау буйынса етди алға китеш барлығын әйтә алам.
       Ҡыҙҙарҙың өсөһө лә ғәҙәти ғаиләнән, өлгөлө тәртиптәре мен ән айырылып торалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нәҡ ошондай осраҡта
       юғалған кеше енәйәтселәр тырнағына эләгеүе ихтимал, тип һанарға урын бар. БР Эске эштәр министрлығының оператив - эҙләү бүлеге начальнигы Марат Ғиззәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, күпселек осраҡта алкологиктар, бомждар юғала - бында йыш ҡына уларҙың үҙҙәренән башҡа бер кем дә ғәйепле түгел, улар йә эскегә биреләләр, йә "донъя күрергә" сығып китәләр. Күптән түгел генә шундай бер осраҡ асыҡланды: ҡатын
       телевизорҙан күрһәтелгән бомждар тураһындағы сюжеттан үҙенең ике йыл элек юғалған тормош иптәшен күреп ҡала. Ике йыл дауамында ир кеше өйөнән бер нисә минут арала ғына урынлашҡан коллектив баҡсаларҙа көн күргән һәм ҡатыны менән улы тураһында иҫенә бик һирәк төшөргәндер тип уйларға ҡала.
       Имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балалар, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр даими рәүештә ҡасыусан. Өсөнсө урында психик йәһәттән сәләмәт булмағандар, шулай уҡ өлкән йәштәге, хәтерен юғалтып яфаланыусылар, склероз менән ауырыусылар һ. б. тора.
       Өҫтә һанап үтелгән категорияға ҡарамаған кешеләр юғалған осраҡта милиция беренсе сиратта "криминаль китеү" йәки бәхетһеҙ осраҡ версияһын тикшерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ваҡытта нәҡ шулай килеп тә сыға.
       - Бәғзе берәүҙәр юл һәләкәтенә осрай, ҡышын күптәр туңып үлә, балыҡсыларҙың һыу аҫтына китеүе ихтимал, һунарсыларҙы
       бер кем дә ҡырағай хайуандар ҡорбаны булыуҙан һаҡламай, - тип һөйләй Владислав Горкавцев.
       Хоҡуҡ һаҡлау органдарына кешенең юҡҡа сығыуы тураһында
       ғариза килгәс үк ул хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегенә индерел ә. Милиционер был турала нимә уйлауына ҡарамаҫтан, әйтәйек, "бер аҙ йөрөр ҙә ҡайтыр", ул ғаризаны ҡабул итергә бурыслы. Хәлдең нисек дауам итеүенә ҡарап, енәйәт эше асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Мәҫәлән, 2005 йылда кешеләрҙең юғалыу
       факттарынан "үлтереү" статьяһы буйынса 28 енәйәт эше асылған.
       - 12 осраҡта үлтереүселәр асыҡланды, дүртеһендә юғалғандарҙың мәйете табылды, улар мәжбүри үлем менән үлмәгән тип әйтергә сәбәп бар. Республикала кешене урлау, һатыу, сит илгә алып сығыу осраҡтары булғаны юҡ, - тип белдерҙе ул.
       Шулай уҡ үткән һәм ағымдағы йылда эҙһеҙ юғалыусылар һаны һуңғы йылдарҙың уртаса статистика күрһәткестәренән артмай, һәм ығы - зығы ҡуптарыуға сәбәп юҡ, ти бүлек начальнигы.
       - Хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләүҙе милиция һәр саҡ айырым контролдә тота, - ти Горкавцев. - Эҙләү аҙаҡҡа тиклем дауам итә: яңы мәғлүмәт барлыҡҡа килгән һайын 10, 20 йыл элек асыл ған эштәрҙе лә күтәрәбеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал