6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Һүрәттәрҙә - мәңгелек һулышы
13.02.06


       Егерменсе быуаттың бөтә донъяға билдәле рәссам, ғалим, аҡыл эйәһе, яҙыусы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәхәтсеһе Николай Рерихтың 54 картинаһы Өфөгә килде һәм Башҡортостан Р еспубликаһының Милли музейында урынлаштырылды. "Гималаи" сер ияһы йөҙҙән ашыу һүрәттән тора, ун йыл элек уларҙың күптәре республиканың баш ҡалаһында булып киткәйне инде. Әммә был юлы өфөлөләр бөйөк оҫтаның яңы, уникаль эштәрен күрәсәк, тип ышандыра БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре.
       Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәре
       буйынса, был күргәҙмә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Николай Рерих исемендәге Халыҡ - ара музей, БР Милли музейы һәм Мәҙәниәтте һаҡлау буйынса халыҡ - ара лиганың Башҡортостан бүлексәһенең уртаҡ проекты булып тора. Проект БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һ әм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың ярҙамы менән
       торошҡа ашырыла.
       - Өфөнөң мәҙәни тормошонда был ваҡиға әһәмиәтле генә түге л, тарихи күләмдәге әһәмиәткә эйә тип әйтер инем. Күргәҙмә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә арналған, был осраҡлы хәл түгел. Сөнк и матурлыҡ һәм рухилыҡ идеялары һәр милләт һәм халыҡ идеялар ы менән үрелеп бара, - тип белдерҙе "Башинформ" агентлығында
       үткән матбуғат конференцияһында Ғәли Вәлиуллин. - Рерихтар ғаиләһе беҙгә ҡалдырған ҡеүәтле ижади мираҫта рухилыҡ һәм тәбиғәт гүзәллеге берләшеп килә. Николай Рерихтың ижадына ҡағылған ваҡытта беренсе сиратта уның картиналарының
       сафлығы һәм тәрән фәлсәфәһе уйландыра. Беҙ был күргәҙмә тураһында күптән хыяллана инек, өҫтәүенә Рерихтың картиналары Өфөлә һуңғы тапҡыр ун йыл элек булды. Был ваҡыт эсендә үҫеп еткән яңы быуынға был һоҡланғыс рәссам һәм мәғрифәтсенең ижады менән танышыу ҡыҙыҡлы буласаҡ. Бөгөн һәр беребеҙҙең бындай мөмкинселеге бар: Рерихтың баһалап
       бөткөһөҙ эштәре Өфөлә 10 февралдән 4 апрелгә тиклем буласаҡ .
       - Мәҙәни мираҫ дөйөм кешелек эволюцияһы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә, ә Николай Рерихтың исеме - донъя күләмендә мәҙәниәт байрағы ул, - тип билдәләне Николай Рерих исемендәг е халыҡ - ара музей вәкиле Дмитрий Ревякин. - Бөгөн мәҙәниәт айырыуса ярҙамға мохтаж. Заман йәмғиәтендә проблемалар етерлек, әммә ниңәлер бик һирәктәр генә рухи ҡиммәттәргә иғтибар бирә. Донъяны ҡотҡарасаҡ матурлыҡ тураһында оноторға ярамай.
       Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы
       хеҙмәткәре, сәнғәт фәне кандидаты Наталья Тютюгина һәм Халыҡ - ара "Мәҙәниәтте һаҡлау лигаһы" йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе вәкиле Галина Святохина р Ьссамдың Гималай этюдтары бер кемде лә битараф ҡалдырмаясағына ышана.
       - Николай Рерихтың 1996 йылда Өфөлә ойошторолған тәүге картиналар күргәҙмәһен генә лә хәтергә төшөрөү етә. Ғәҙәттә музейға килеүселәр һаны бик үк күп булмауын иҫәпкә алғанда, ғәжәйеп хәл ине, - тип хәтерләй Наталья Владимировна. - Халы ҡ ағымы бер ҙә туҡталып торманы. Мин быны бөгөнгө сәнғәттә кешелә һәм уның йөрәгендә яңғыраған мөхәббәт, тыныслыҡ һәм и лаһилыҡ тойғоһо етмәүе менән аңлатам. Был ябай этюдтар түгел, рәссамдың табыныуҙары, бына шуныһы мөһим. Шулай уҡ рәссамдың барлыҡ мираҫын Рәсәйгә тапшырырға хыялланыуын хәтергә төшөрәйәк. Шуға күрә һәр яңы экспозиция менән беҙ Николай Константиновичтың ихтыярын үтәйбеҙ, тип уйларға кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал