6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Күлгә инер алдынан сығырыңды уйла
13.02.06


       Санаңды йәй көйлә, ә һыу инеү миҙгеленә - ҡыш әҙерлән. Йы л һайын Өфөнөң Калинин районында Индустриаль шоссеға яҡын урынлашҡан ғәйәт ҙур күләүек үлемдәр уңышын йыя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда эскән баш менән инеп, юҡҡа сығыусылар етерлек. Ә
       инде күлгә бәйле ихата легендаларын һанап та бөтөрлөк түгел .
       Өйөрсәк (Волчок) исемен йөрөтөүсе был күлдең диаметры 300
       метрға етә - өс футбол яланы майҙаны тигән һүҙ. Ә һыу ятҡылығының тәрәнлеге тураһында аныҡ ҡына белеүселәр һирәк. Ул иһә ярайһы уҡ тәрән - яр янында һигеҙ метр, унан төптәрәк
       43 метрға тиклем барып етә. Икмәк заводы янында яр айырыуса текә. Хәйер йәйгеһен быны үҙҙәре тикшереп ҡарарға теләүселәр
       байтаҡ табыла, һәм уларҙы тағы бер тапҡыр иҫкәртеү кәрәкте р, тип уйлайым. Түбәнгә табан һигеҙ метр тирәһендә һыу сағыштырмаса таҙа булһа, артабан бик тығыҙ бысраҡ ҡатлам китә, уны хатта водолаздар ҙа ҙур ҡыйынлыҡ менән йырып үтә.
       Уның ҡалынлығы дүрт метр самаһы. Артабан тотош ҡәбер ҡараңғылығы башлана, хатта бер генә ҡояш нуры ла үтеп инмәй.
       Күрәһең, Өйөрсәк карст рельефлы күлдер. Тәрәнлектә эҙләү эштәре алып барыуы бик ҡатмарлы - соҡор - саҡырҙар күп. Ярҙа н алыҫ түгел күл төбө иҫке тәгәрмәстәр менән ҡапланған, водителдәр уны резина ҡәберлегенә әйләндергән.
       Өйөрсәктә батып үлеүсе бәхетһеҙҙәрҙең яҙмышы бик үҙенсәлекле һәм серле тип әйтергә була. Ғүмеренең һуңғы мәле (шаһиттар етерлек булһа ла) һәм батып үлеүсенең мәйетен тапҡанға тиклем бик күп ваҡыт үтеүе ихтимал, уның бөтөнләй табылмауы ла мөмкин. "Күл төбөндә паттерн күп - был карст рельефындағы ҡыуышлыҡтар, унда теләһә нимә тула һәм бер ваҡытта ла кире сыҡмай", - тип һөйләй РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса төп дәүләт инспекторы Сергей Карась.
       Күл тураһында быуындан быуынға тапшырылып килгән легендалар ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Йәнәһе күл төбөнән ҡара тоннель тәрән ер аҫтындағы бик ҙур күлгә, унан - Ағиҙел йәки Өфө йылғаһына сыға икән... Күптән түгел үткәрелгән тикшереү ваҡытында теүәл күрһәтеүсе приборҙар тотош һыу аҫтына китеп юғалған бинаны ла ( шундайыраҡ та вариант йәшәп килә) күрһәтмәгән. Ә бына мәкерлелек йәһәтенән күлгә тиңдәр юҡ. Ярҙан 30 метр алыҫлыҡта эхолот бик ҙур балыҡты күрһәтә, нәҡ улар һыу инеүселәргә ҡапыл ҡағылып, уларҙы һыу төбөнә ебәреүе ихтимал.
       Һыу инеү миҙгелендә ватандаштарыбыҙ тауыш биргәндәге кеүек, күмәкләп һәм ойошҡан рәүештә бата. Үткән йылда ғына республикала ике йөҙҙән ашыу кеше батып үлгән. Йәғни, ҡотҡарыусыларға эш етерлек. Статистика Өфөлә һыу төбөнә китеү осраҡтары айырыуса күп булыуын күрһәтә. Өйөрсәк күлендә билдәле фажиғәләр ғына ла йылына биш - алтыға етә. Ә
       бит уларҙың шаһитһыҙ үткәндәре лә етерлектер, моғайын. Икенсе нимәгә иғтибарҙы йәлеп итергә теләйем, был күлдә һыу
       инеүҙе ни тиклем генә тыймаһындар - үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына
       ҡуйыусылар табыла. Тик бына уларҙы һуңынан табырҙармы икән һуң

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал