6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Бала саҡ иҫтәлектәре генералға йәшәргә ярҙам итә
13.02.06


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 4 50 йыл тулыуын билдәләүгә арналған мәҙәни - мәғлүмәт
       акцияһы сиктәрендә Санкт - Петербургта ҡыҙыҡлы осрашыуҙар етерлек булды. Улар араһында Башҡортостан рәсми
       делегацияһының ҡала губернаторы Валентина Матвиенко менән о срашыуы, Башҡортостан сәнғәт оҫталарының иҫ киткес матур
       концерт программаһы менән сығыш яһауы, Рәсәйҙең көньяҡ - көнбайыш төбәктәре һәм Европа илдәре башҡортары ҡоролтайы, к үргәҙмәләр, презентациялар һ. б. һанап үтергә була. Әммә осрашыуҙарҙың береһе айырыуса иҫтә ҡалды...
       Пулково аэропортында vip - залда Питерҙағы ватандаштарыбы ҙ менән хушлашыу мәлендә БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов менән нимә тураһындалыр әңгәмәләшеүсе, т үшендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены балҡыған генерал иғтибарҙы йәлеп итте. Самолет осорға ваҡыт бар ине әле, һәм беҙ уның менән яҡынданыраҡ танышып өлгөрҙөк. Баҡһаң, генерал - майор Риф Сәхәбүтдинов яҡташыбыҙ булып сыҡты, ул Мостай Кәримдең а уылы, Шишмә районының Келәш ауылынан икән. Өфөлә тыуыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең бала саҡ һәм мәктәп йылдарын нәҡ ошонда, Келәштә үткәргән. Келәш мәктәбен тамамлағандан һуң Риф Рәйес улы тормошон армия, авиация менән бәйләргә
       ҡарар итә. Башта хәрби училищены тамамлай, илдең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт итергә тура килә, һуғыш барған урындарҙа : Әфғанстанда, Тажикстанда, Чечняла була. 2002 йылдың майында уны Ленинград хәрби округына ҡала һәм Ленинград өлкәһенең авиация начальнигы, авиация буйынса 6 - сы армия командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
       Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүе хаҡында Риф Рәйес улы оҙаҡ һөйләп торманы: "Барлыҡ һуғыштар ҙа - минеке. "Девятая рота"
       фильмын ҡараһағыҙ, Әфғанда, Чечняла нисек булыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Барыһы ла фильмда күрһәткәнсә булды.
       Иҫкә төшөргө лә килмәй. Күпме хәрби осоусыларҙы - иптәштәремде юғалтырға тура килде...Ул ҡурҡыныс локаль һуғыштарҙа тере ҡалырға миңә бала саҡ иҫтәлектәрем ярҙам итте: Келәштәге мәктәп йылдары, пионер йыйындары, усаҡ янында йырҙар йырлау, ауылдашым Мостай Кәрим менән осрашыуҙарҙы хәтергә төшөрҙөм, әйткәндәй, мин ғүмерем буйына унан түҙемлелек, кешелеклелек сифаттарына өйрәндем".
       Генерал Сәхәбүтдинов Герой йондоҙо тураһында ла һөйләргә теләмәне. Ҡайҙа һәм нимә өсөн Рәсәй Геройы исемен алыуы тураһында һорағас, "Йондоҙҙо Кремлдә бирҙеләр", - тип кенә ҡуйҙы. Һәм йылмайҙы ла: "Төньяҡ - Кавказ хәрби округы
       территорияһында, дөрөҫөрәге Чечняла һәм Дағстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан өсөн", - тип өҫтәне. Герой исеме бушҡ а бирелмәй. Яҡташыбыҙҙың һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында фараз итергә генә ҡала.
       Риф Рәйес улы үҙенең тыуған яғын онотмай, йыш ҡына Келәшкә ҡайтып йөрөй. Бында уның әсәһе йәшәй. Уның бер үҙенә донъя көтөүе ауырға тура килә, шуға күрә улы уны Өфөгә , барлыҡ уңайлыҡтары булған фатирға күсерергә теләй, Премьер
       - министр менән ошо турала һөйләшәләр ҙә инде.
       Рәсәй Армияһы тураһында генерал Сәхәбүтдинов ғорурлыҡ менән, шул уҡ ваҡытта әсенеп һөйләй. Уның фекере буйынса, беҙгә профессиональ армия кәрәк, контракт буйынса хеҙмәттән
       тыш был проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Рәсәйҙә ысын ирҙәр бар, һәм улар контракт нигеҙендә үҙ Ватандарын һаҡларғ а әҙер, тик бының өсөн тейешле шарттар булдырыу - лайыҡлы эш хаҡы, хеҙмәт тамамланыуға торлаҡ менән тәьмин итеү мөһим, ти
       ул. Әммә армияға саҡырылыу ҙа һаҡланырға тейеш, ул тормошҡа
       яңы аяҡ баҫыусы егеттәр өсөн батырлыҡ мәктәбе ролен үтәй.
       - Мин үҙемдең энемде лә армиянан "ҡасырманым", бында, Санкт - Петербургтан алыҫ түгел, Красное Селола хеҙмәт итә, - тине Риф Рәйес улы хушлашҡанда. Һүрәттә: Келәш ауылы генерал - майоры Риф Рәйес улы.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал