6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

"Буревестник" бассейны тәнҡиткә түҙмәне
13.02.06


       Өфө Физик культура йортоноң билдәле "Буревестник" бассейны ф айҙаланыу мөмкин булмаған объекттар исемлегенә эләкте. Өфөнөң Киров районы прокуратураһы уның эшмәкәрлеген туҡтатып тороу тураһында дәғүәне судҡа йүнәлтте, тип хәбәр и тә БР прокурорының өлкән ярҙамсыһы Лариса Кучина.
       Әлеге ваҡытҡа прокурорҙар республикалағы 115 йөҙөү бассейнының 60 - тан ашыуының техник хәл - торошон тикшерҙе һәм уларҙың егерме өсөнә генә бер ниндәй ҙә шелтә бирелмәне.
       Тотош ил буйынса үткәрелгән тикшереүҙәргә Пермь өлкәһе Чусово ҡалаһындағы "Дельфин" бассейнының түбәһе емерелеүе ар ҡаһында 11 кешенең һәләк булыуына килтергән фажиғә сәбәп бул ып тора. Быға тиклем күҙәтеү ведомствоһы Өфөнөң Калинин рай онында 261 - се балалар баҡсаһындағы бассейндың эшен туҡтатыу тураһында дәғүә менән сығыш яһағайны.
       "Буревестникка" килгәндә, әле 2003 - 2004 йылдарҙа уҡ республиканың контроль - иҫәпләү палатаһы белгестәре спорт комплексы капиталь ремонт талап итә, тигән һығымтаға килде. Ванна каркасының терәү һәм ригелдәрен артабан файҙаланыу мөмкин түгел, тигәйне улар. Әммә прокурор тикшереүҙәренә тиклем "Буревестник" етәкселеге спорт комплексының техник торошон яҡшыртыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрмәгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал