6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Зарубин - Чика Өфө янында үлемен таба
10.02.06


       1775 йылдың 9 февралендә 1773 - 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыларының береһе Иван Никифорович Зарубин - Чика язалап үлтерелә. Өфөнө штурмлауға етәкселек иткән урынында, Ағиҙел йылғаһы аръяғында уның башын киҫеп өҙәләр. Фетнәсе атамандың мәйете эшафот менән ҡуша яндырыла, ә башы барыһы ла күрерлек итеп ҡаҙыҡҡа ултыртыла.
       Иван Зарубин сығышы менән ярлы Яйыҡ казактарынан. Крәҫтиәндәр һуғышы башланғанда уға 36 йәш була. Ул ауыр тормош мәктәбен үтә: ҡулға ла алына, төрмәлә лә ултыра. Әммә
       ер, казак иреклеге өсөн көрәш тәжрибәһен дә етерлек ала. Зарубин Пугачев барлыҡҡа килеү менән икеләнмәйенсә ихтилалға ҡушылыусы тәүге казактарҙың береһе.
       Беренсе сиратта беҙҙе Зарубиндың хәрби биографияһының Башҡортостанға бәйле биттәре ҡыҙыҡһындыра. Пугачев уны туптар етештереүҙе яйға һалыу өсөн Воскресенский заводына ебәрә. Атаман был бурысты үтәй: "заводтар суйын туптар ҡоя башлай".
       Тиҙҙән Зарубинға "Петр өсөнсө" яңы бурыс йөкмәтә - ул да булһа Өфө ҡамалышына етәкселек итеү. Хәҙер ул Петербургтағы Дәүләт хәрби коллегияһы президенты исеме менән "граф Чернышев" тип йөрөтөлә башлай.
       Һәм бына "граф Чернышев" Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылына килә, унда Крәҫтиәндәр һуғышының икенсе үҙәге урынлаша.
       Крәҫтиәндәр һуғышы буйынса күренекле тарихсыларҙың береһе Юрий Лимонов Зарубин - Чиканың Өфө янына килеү датаһын атамай, уны башҡорт ғалимы Әнүәр Әсфәндиәров асыҡлай. Был ваҡиға 1773 йылдың 12 декабрендә була.
       Зарубин үҙенең төп бурысы тип Өфөнө баҫып алыуҙы һанай. Уның ғәскәрендә 10 мең кеше, туптар һаны 25 була. Әммә башта
       ул ҡаланы һуғышһыҙ баҫып алырға ниәтләй, тик был уйы барып сыҡмай.
       1773 йылдың 23 декабрендә баш күтәреүселәр ҡаланы үҙ ҡулдарына алырға тырышып ҡарай. Һуғыш иртә менән башлана һәм һигеҙ сәғәт дауам итә. Ике яҡтан да бик ҡаты артиллерия уты асыла. Ҡамалышта ҡалыусылар штурмды кире ҡағыу өсөн "партикуляр граждандарҙы" - чиновниктарҙы, сауҙәгәрҙәрҙе,
       мещандарҙы йәлеп итергә мәжбүр була. Һөжүм, ниһайәт, кире ҡағыла, һәм Өфө "матушка - государыня" власы аҫтында ҡала.
       Бер айҙан, 1774 йылдың 25 ғинуарында Өфө тағы штурмға тотола. Пугачев яҡлылар дүрт яҡтан һөжүм итә. Һуғыш ун сәғәт самаһы дауам итә. Баш күтәрелеүселәр һан яғынан өҫтөнөрәк булыуына ҡарамаҫтан, һөжүм тағы ла кире ҡағыла.
       Уңышһыҙлыҡтың сәбәбе пугачевсыларҙың тәжрибәле
       артиллеристары булмауында, нығытмаларҙы штурмлай белмәүҙәрендә була. Уңышһыҙ штурмдарҙан һуң Зарубин Өфөнө оҙ ©«» ҡамалышҡа алырға ҡарар итә.
       1774 йылдың яҙында ҡалала аслыҡ башлана. Ҡаланың баш күтәрелеүселәр ҡулына күсеүе ҡотолғоһоҙ була. Әммә полковник
       Михельсон етәкселегендәге ғәскәрҙәр ярҙамға килә һәм пугачевсылар отряды еңелеү кисерә. "Граф Чернышев" егермеләгән кеше менән көньяҡҡа, Табын яғына ҡаса. Унда Зарубинды әсирлеккә эләктерәләр. Һорау алыу ваҡытында ул
       үҙен бик ҡыйыу тота. Һөҙөмтәлә Иван Зарубинды үлем язаһына
       тарттырырға ҡарар ителә.
       Өфө һаҡсыларының ҡаһарманлығы тураһында бер уникаль документ һаҡланған. Был Өфө комендант канцелярияһының 1773 й ылдың 24 ғинуарынан 1774 йылдың мартына тиклем Зарубин - Чика отрядтарына ҡаршы хәрби хәрәкәттәр барышы тураһындағы ж урнал. "Пугачев тарихын" яҙған ваҡытта был журнал менән Александр Сергеевич Пушкин да файҙаланған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал