6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Мейеләрҙе һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, йәки Һаумы, эшһеҙлек
10.02.06


       Ҡәнәғәт булыуы бер ҙә еңел түгел икән! Тормошоң бер ниндә й проблемаһыҙ, шыма ғына аҡһа ла донъяның ҡайғы - хәстәрһеҙ картинаһын боҙорға һәләтле берәй сәбәбе табыла.
       Һәр кешенең тормошҡа ҡарата үҙ талаптары бар, әммә уны
       нисек итеп яҡшыртырға мөмкин, тигән һорауға яуап биреүселәр
       һирәк осрай. Дөйөм алғанда, беҙҙең тирә - яҡ мөхиткә йоғонт о яһауыбыҙ хаҡында уйланмауыбыҙҙы танырға тура килә.
       2006 йыл республикала Төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителде , һәм быға бәйле бар нимәне төҙөкләндерергә тура килә. Кемде р
       "кеше булырға ҡамасаулаусы ялҡаулығын һәм йыйнаҡһыҙлығын" ғ әйепләй, кемдер тормош шарттарына зарлана. Студенттар ата - әсәләр һәм уҡытыусылар аңларға теләмәй, тип бара, йәштәштәре
       һәм ятаҡтағы күршеләренең тупаҫлығына зарлана, "дөйөм ятаҡта шарттарҙың насарлығына" ризаһыҙлыҡ белдерә, "ихата һәм подъездарҙың ҡот осҡос хәлдә" булыуына, ҡала транспорты һәм климат шарттарына дәғүә белдерә, "кисектергеһеҙ рәүештә мейеләрҙе төҙөкләндереүҙе" һәм "кешеләрҙе расаларға бүлеп
       ҡарамауҙы" талап итә.
       Шулай ҙа тулыһынса бәхетле булыу өсөн беҙгә нимә етмәй һу ң Нимәне һәм нисек итеп төҙөкләндерергә кәрәк
       Өс юғары уҡыу йорто - БДУ, БДПУ һәм ӨДАИ студенттары менән аралашыу һөҙөмтәһендә "БАШвестЪ" гәзите кешеләрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге өсөн сәбәптәр етерлек, тигән фекергә килде. Проблемаларҙың бер өлөшөн студенттар үҙҙәре хәл итә ала, ә бына икенсе өлөшөн хәл итеү өсөн ситтән ярҙам мотлаҡ.
       Торлаҡ, хеҙмәт хаҡы, эш урыны! Йәштәрҙең төп проблемалары
       ошо өс һүҙгә ҡайтып ҡала.
       Властың ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыуына ҡарамаҫтан, студенттар үҙҙәре өсөн мөмкин булған торлаҡ майҙаны элеккесә
       - ҡыуыш булып ҡала, тип иҫәпләй. Ҡыҙыҡ, әммә "фатир һорауы"
       ситтән килеүселәрҙе генә түгел, ярайһы уҡ тәьмин ителгән студенттарҙы ла борсой, улар ата - әсәләре менән йәшәргә теләмәй һәм айырым торлаҡ тураһында хыяллана.
       (Вадим, 19 йәш): - Минеңсә, был проблема барыһын да борсо й. Хатта урындағы йәштәрҙе, өфөлөләрҙе лә. Мин үҙем сит райондан килдем, дөйөм ятаҡта йәшәйем һәм диплом алғандан һуң ниндәй хәлгә төшөрөмдө ҡотом осоп күҙ алдыма килтерәм.
       Баш ҡалала ҡалырға теләр инем, әлбиттә... Йәшәргә урын булһ а, быны эшләүе күпкә еңелерәк булыр ине,
       (Елена, 20 йәш): - Был йәһәттән ярайһы уҡ уңдым, тип әйте ргә була. Өфөгә килеүемдең тәүге көнөндә үк урын таптым. Фат ирға инеп йәшәйем, быға тиклем барыһы ла яҡшы ғына ине, әммә
       ошо көндәрҙә хужабикә хаҡты арттырҙы. Бик күпкә түгел, шула й ҙа минең бюджеттың бәкәленә һуҡты. Үҙ фатирың булыу - минең өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял.
       (Дарья, 22 йәш): - Мин торлағымды төҙөкләндерергә теләйем . Фатир бик ҡыҫын, ҡаланан ситтә йорт төҙөү тураһында хыялланам. Үҙемде лә төҙөкләндерергә ваҡыт - ниһайәт, спорт, бейеү менән шөғөлләнә башларға кәрәк. Ялҡаулыҡ ҡамасаулай
       һәм ихтыяр көсө етеңкерәмәй шул.
       Студенттар фекере буйынса, бәләкәй эш хаҡы һәм "тауыҡ көлөрлөк" стипендия уңышһыҙлыҡтарҙың төп сәбәбе. Аҡса етмәүе өҫтәмә эш эҙләргә мәжбүр итә ( студенттарҙың күпселег е уҡыу менән бер рәттән эшләп тә йөрөй), был өлгәшеүҙә сағылмай ҡалмай, әлбиттә. Хәйер, эш унда ла түгел. Иң ҡыйыны , аҡса барыбер етмәй.
       (Александр, 18 йәш): - Әле диплом алмаған, белгес булып өлгөрмәгән кешегә, айырыуса дәүләт структураһында, күпме эш хаҡы түләйҙәр Өс мең ал да бәхетле бул. Аҙыраҡ та булыуы ихтимал. Ата - әсәйең ярҙам итһә яҡшы ла бит. Ә ундай ярҙам булмаһа Бик ҡыйынға тура килә.
       ( Әлфиә, 21 йәш): - Эш хаҡын арттырһалар, кешеләр үҙ тормошон үҙҙәре лә төҙөкләндерә ала. Стипендия арттырһалар шәп булыр ине. Университетта ремонт үткәреү тураһында әйтәһе
       лә түгел. Миңә йыл ярым ғына уҡырға ҡалды. Уҡыу йылдары эсендә бында бер нимә лә үҙгәрмәне - аудиториялар элеккесә ярым емерек хәлдә.
       (Ольга, 20 йәш): - Төҙөкләндереү йылы үҙенең исемен аҡлар ға тейеш. Әйҙәгеҙ, төҙөкләнәйек һәм төҙәләйек! Эш хаҡы менән бергә тормош кимәлен дә күтәрәйек!
       Бына эшһеҙлек проблемаһына ла килеп еттек. Юғары уҡыу йорттары тәрбиәләнеүселәре иҫәпләүенсә, абруйлы университетҡа уҡырға инеүгә ҡарағанда, яҡшы түләүле эш урыны
       табыуы ҡыйыныраҡ.
       (Артем, 23 йәш): - Минең өсөн эшһеҙлек - вакансиялар булм ауы түгел, ә яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урыны етмәүе. Мин нәҡ
       ошондай хәлдә тороп ҡалдым, бик аҙ хеҙмәт хаҡы түләнгән һәм
       уҡыған һөнәремә ҡағылмаған урында эшләй алам, әммә теләмәйем, шул уҡ эш хаҡына һөнәрем буйынса ла эшләй алам,
       әммә теләмәйем, алған һөнәрем буйынса яҡшы эш хаҡына
       эшләргә теләйем, әммә был мөмкин түгел. Тимәк, һаумы эшһеҙлек!
       (Марина, 17 йәш): - Мин яңы ғына вузға уҡырға индем, әммә эш табырға ла кәрәк. Әлеге ваҡытта юғалып ҡалдым, сөнки бер
       ҡайҙа ла урынлаша алмайым, алмайҙар...
       Психологтар фекере буйынса, 30 йәшкә тиклем йәштәр үҙ көсөнә ышанмай, ата - әсәһе, дуҫтары, уңышлы өйләнеү ( кейәү гә сығыу), дәүләт ярҙамына өмөт итә. Торлаҡты дәүләт бирә ал а, шулай уҡ эш тә, уҡыу ҙа, хаҡтарҙы түбәнәйтеү ҙә унан тора... Күптәр үҙ мөмкинселектәренә ышанмай. Белгестәр йәштәрҙең төп проблемаһы эш урыны булмауҙа түгел, ә үҙҙәрен дөрөҫ баһалай белмәүҙә, тип һанай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал