6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ғалимдар беҙҙең портретты төшөрә
10.02.06


       Республиканың ғилми берләшмәһе өсөн был аҙнала шатланырға
       ике сәбәп бар. Һигеҙенсе февралдә Рәсәй фәне көнөн билдәләһәк, унан өс көн алда Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы үҙенең барлыҡҡа килеүенә ун биш йыл тулыуын байрам итте. Һәм ошо көндәрҙә "Башинформ" мәғлүмәт а гентлығында академик тикшереү корпусының күренекле вәкилдәре йәмәғәтселектең иғтибарын фән һәм кешелек аҡылы өлгәшкән ҡаҙаныштарға йүнәлтеү өсөн йыйылды.
       - Был йылдарҙа республиканың Фәндәр академияһы уңышлы эшләп килә, тик һуңғы бер нисә йыл элек кенә беҙҙең институттар һәм үҙәктәр нәҡ Башҡортостан мәнфәғәте өсөн кәрәкле тикшереүҙәр үткәреүгә күберәк иғтибар ала башланы, - тип билдәләне БР Фәндәр академияһы вице - президенты Әхәт Мостафин. Рәсәй фәне бик үк еңелдән булмаған ваҡыттар кисергән арала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге фә нни өлкәлә генә түгел, финанс планда ла тығыҙ бәйләнештә булып, бер - береһенә ярҙам күрһәтте. Бөгөн иһә төп иғтибар төбәктең уңышлы үҫешен анализлау һәм планлаштырыуға кәрәкле социаль - гуманитар тикшереүҙәргә йүнәлтелә. Ғилми йәһәттән өйрәнеү өсөн икенсе ҡеүәтле йүнәлеш булып кеше капиталы тора һәм, ниһайәт, йола буйынса, ғалимдарҙың иғтиба р үҙәгендә энергия ресурстары, уларҙы эшкәртеү продукттарына
       ҡағылған һорауҙар ҡала.
       Бер йыл самаһы элек айырым фәнни йүнәлештәр үҫеше өсөн булдырылған милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге (ЦИНЯО) һәм социаль һәм сәйәси тикшереүҙәр үҙәгенең ( ЦСПИ) бөгөн тулы көскә эшләүсе фәнни - тикшереү институттарына әйләнеү өсөн мөмкинселектәре бар, эштәре һөҙөмтәле һәм әүҙем булған осраҡта, әлбиттә. Иң йәш фәнни берәмек - ЦИНЯО - директоры Марат Кейекбаев үҙәктең иң һуңғы
       уңыштары ( "Сәйәси этник төбәктә милләт - ара мөнәсәбәттәр: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары" төбәк - ара ғилми - ғәмәли конференция үткәреү) менән уртаҡлашты. Бынан тыш үҙәк "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" милли - мәҙәни үҫеш буйынса федераль маҡсатлы программаһын проектлауҙы тамамлаған, уның нигеҙендә республика программаһы төҙөләсәк.
       Был проектты тормошҡа ашырыуҙың кәрәклеге 450 меңдән ашыу башҡорттоң Башҡортостандан ситтә йәшәүенә бәйле, уларҙың этномәҙәни ихтыяждары һәр ваҡыт үтәлә тип әйтеп булмай, был йәһәттән уларға ярҙам итеүсе лә юҡ.
       Бөгөн Марат Кейекбаев етәкселегендә ЦИНЯО республика йәштәрен социологик тикшереү һөҙөмтәләрен анализлай, был тикшереү милләт - ара мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
       ЦСПИ эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә, уның директоры Рим Вәлиәхмәтов Башҡортостан халҡының йәшәйеш сифаты һәм кимәленә фәнни мониторинг үткәреүҙең уникаль системаһын проектлауға айырым иғтибар йүнәлтте. Йәмәғәтселек фекере тулҡынында үҙәк республикала йәшәүселәрҙең үткәрелгән социаль һәм иҡтисади реформаларға реакцияһын өйрәнә. Әммә Ри м Вәлиәхмәтов һәм уның коллегаларының иң мөһим проекты тип Башҡортостандың социаль портретын конструкциялауҙы әйтергә кәрәк, унда көҙгөләге кеүек, ниндәй үҙгәрештәр булыу ы, нимә етмәүе, республиканың кеше потенциалы үҫешендә нимәг ә айырыуса иғтибар бирергә кәрәклеге сағылыш табасаҡ.
       - Тик рус йәки тик башҡорт фәне булмай, был - барыбыҙ өсө н дә уртаҡ эш, - тип журналистарҙың ғилми берләшмәне бүлергә маташыуын туҡтатты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең этнологик тикшереүҙәр үҙәге директоры Айһылыу Юнысова. Үҙәк өс тиҫтә йыл дауамында Уралда йәшәүсе барлыҡ х алыҡтарҙың үҙ - ара аралашыу проблемаларын өйрәнеү менән
       шөғөлләнә. Һәм һуңғы йылдарҙа ғилми әүҙемлек арта бара. 200 5 йылда ғына ете ҙур экспедиция ойошторолған, шул уҡ ваҡытта үткән йыл аяныслы ваҡиға менән дә билдәле - үҙәкә нигеҙ һалыусы, академик Раил Кузеев был донъянан китте. Әйткәндәй,
       теүәл 30 йыл элек уның көсө менән Өфөлә Археология һәм
       этнография музейы булдырылды. Айһылыу Юнысова билдәле этнолог иҫтәлегенә үҙәктә яҡын арала тәүге Кузеев уҡыуҙары үткәрергә йыйыныуҙары тураһында белдерҙе.
       Бөгөн республика Фәндәр академияһының ғилми бүлексәләре Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыу тәбиғәтен һәм социаль - гуманитар эҙемтәләрен өйрәнеүен дауам итә. Билдәле булыуынса, был ваҡиғаның 450 йыллыҡ юбилейы 2007 йылда байрам ителәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал