6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Олимпия уйындарын күҙаллау мөмкин түгел
10.02.06


       Бөгөн Италияның Турин ҡалаһында егерменсе Олимпия уйындары б ашлана. Дүртйыллыҡтың төп ҡышҡы стартында Рәсәй йыйылма кома ндаһы составында Башҡортостандан ете спортсы ҡатнаша. Бәғзе берәүҙәр атлеттарҙың сығыш һөҙөмтәләрен күҙалларға
       маташа. Тик күрәҙәлек итеү кәрәкме икән: заман спортында күҙаллауҙар һирәк тормошҡа аша, фавориттар кәмегәндән кәмей,
       олимпиада уйындары тураһында әйтеп тә торорға түгел. Әгәр
       чемпиондарҙы алдан билдәләү еңел булһа, букмекер конторалар ы күптән бөлгән булыр ине. Беҙ бер нимә лә күҙалламайасаҡбыҙ .Олимпиадала ҡатнашҡан һәр спортсының алтын миҙал тураһында хыялланыуы аңлашыла. Тимәк, әйҙәгеҙ ҡатнашыусыларыбыҙҙың бар ыһының да уңышҡа ирешеренә ышанайыҡ. Уйындарҙа көтөлмәгән хәлдәр булғылай, әлбиттә. Бөгөн һинең турала бер кем дә белмәй, иртәгәһенә һин ил президенты менән бергә саңғыла шыуыуың да ихтимал.
       Олимпия старттарында биш төр уйындарҙы күҙәтеү айырыуса тулҡынландырғыс буласаҡ. Биатлон ярыштарында Өфө районы
       егете Максим Чудов, бобслейҙа өфөлө Алексей Селиверстов һәм
       бер юлы Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе исеменән сығыш
       яһаусы Сергей Голубев ҡатнаша. Саңғысылар ярышында
       республиканан Сергей Масленников, трамплиндан һикереүҙә - Дмитрий Васильев һәм Илдар Фәтҡуллин сығыш яһай. Шорт - трек буйынса Вячеслав Кургинян көс һынашасаҡ.
       Трансляция һәм яңылыҡтарҙа Башҡортостан егеттәрен йыш күрергә мөмкин буласаҡ. Ирҙәр араһында биатлон ярыштары 11, 14, 18, 21, 25 февралдә, бобслей - 24 һәм 25 февралдә, шорт - трек - 12, 15, 18, 22 һәм 25 февралдә, ике төр ярыштар - 11,
       15 һәм 21 февралдә үтә. Трамплиндан һикереү ярышында башҡорт спортсылары 11, 17, 18 һәм 20 февралдә сығыш яһаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал