6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Авиаторҙар хыял киңлегендә йөҙмәй
10.02.06


       Ошо көндәрҙә граждандар авиацияһы тыуған көнөн билдәләне.
       Халыҡ хужалығының үҙаллы тармағы булып ул 1923 йылдың туғыҙынсы февраленән, СССР - ҙа Һауа флотының төп идаралығы эргәһендә граждандар авиацияһы буйынса совет төҙөлөү ваҡытынан алып иҫәпләнә. 1979 йылдан башлап авиаторҙарҙың һөнәри байрамы февралдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Өфө нөң граждандар авиацияһы вәкилдәре 86 - се тыуған көнөн ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала Был турала журналистарға "Өфө" халыҡ - ара аэропортының йәмәғәтселек менән бәйләнеш б уйынса генераль директор урынбаҫары Таһир Мөхәмәтшин, "Башҡорт авиалиниялары" авиакомпанияһының осоусылар составы профсоюзы рәйесе Олег Приходько һәм "Өфө авиалиниялары" компанияһының генераль директоры Сергей
       Михайлов һөйләне.
       Өфө аэропорты ҙур үҙгәрештәр кисерә. Күптән түгел генә ул акционерҙар йәмғиәтенә әйләнде. Штатта 1850 кеше иҫәптә тора , уртаса эш хаҡы - 10 мең һум.
       - Беҙҙә штатты ҡыҫҡартыу проблемаһы тормай, кадрҙар йыш алмашына тип тә әйтеп булмай, - тип һөйләй Таһир Мөхәмәтшин.
       Бөгөн "Өфө" аэропорты Рәсәйҙең алдынғы аэропорттары иҫәбенә инә. Ә инде Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү алдынан башланған реконструкциянан һуң уның статусы тағы ла юғарыраҡ
       күтәреләсәк. Аэровокзал, складтар, ҡунаҡхана һәм башҡа биналар комплексы яңыртыла. Был эштәрҙең барыһына ла 500 миллион һум бүленгән.
       - Реконструкция 2007 йылдың йәйенә тамамланырға тейеш, - ти Таһир Мөхәмәтшин. - Уны тамамлағандан һуң аэропорт сәғәте нә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә аласаҡ ( бөгөн 600). "Респуб лика ҡапҡаһы" матурланасаҡ, хеҙмәтләндереү исемлеге лә киңәй ергә тейеш.
       2005 йылда аэропорттың саф табышы һигеҙ миллион һум тәшкил иткән. 900 меңдән ашыу пассажир һәм 4000 тоннанан артыҡ йөк ташылған. Өфө аэропорты хеҙмәтләндереүе менән 25 а виакомпания файҙаланған, уларҙың өсәүһе алыҫ, икәүһе - яҡындағы сит илдәрҙән.
       - Авиакомпаниялар исемлеген киңәйтергә планлаштырабыҙ - аэропорт өсөн был отошло, - ти Таһир Мөхәмәтшин.
       Әммә бөгөнгө көндә Өфөнөң "Башҡорт авиалиниялары" авиакомпанияһы иң яҡшы ваҡытын кисерә тип әйтеүе ҡыйын. Үткән йылда сығымдар 60 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса бурыс ҡына ла 20 миллион һумдан артып киткән.
       - Бөгөнгө хәл башлыса беҙгә банкротлыҡ тураһында дәғүә белдереүҙән барлыҡҡа килде, - ти Олег Приходько. - Был компания эшмәкәрлегенә тап төшөрҙө, финанс күрһәткестәргә лә
       йоғонто яһаны. Беҙ әлегә тиклем "БАЛға" кем хужа булырын белмәйбеҙ - Рәсәйме әллә республикамы, беҙҙең өсөн был иң
       мөһим һорау.
       Бөгөн "БАЛ" авиакомпанияһынан "Өфө" аэропорты файҙаһына 4 4 миллион һум түләтеү хаҡында эш асылған. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, компания барлыҡ ысулдар менән өҫтәмә аҡса эшләргә тырыша, ти Приходько, ул беренсе сиратта эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләүгә тотонола.
       "Өфө авиалиниялары" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте республиканың кесе авиацияһы ролен үтәй. Бөгөнгө көндә йәш авиакомпанияның - ул 2001 йылдың сентябрь айында булдырыла -
       11 АН - 2 самолеты, өс Ка - 26 вертолеты һәм бер "Robinson" вертолеты бар. Яҡын арала тағы бер американ вертолеты алырға
       ниәтләйҙәр. Ниңә Күмертауҙа сығарылған Ка - 226 - 50 вертол еты һатып алып, үҙ етештереүселәребеҙгә ярҙам итмәҫкә, тигән һорауға компанияның генераль директоры Сергей Михайлов "бер үк ресурслы "Robinson" Ка - 226 - 50 вертолетына ҡарағанда арзанғараҡ төшә" тип белдерҙе.
       Авиакомпания күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр исемлегендә - пассажирҙарҙы вахта буйынса ташыу, йөктәр ташыу, авария - ҡотҡарыу эштәре, янғын һүндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү, ауыл хужалығы эштәре ( аэросәсеү, сүп үләндәре һәм кимереүселәргә ҡаршы көрәш, ашлама индереү һәм башҡалар),
       экскурсия осоштары ойоштороу, һуңғы тәҡдимдәр араһында - такси хеҙмәте лә күрһәтелә.
       2005 йылда "Өфө авиалинияларының" таҙа килеме 700 мең һум
       тәшкил иткән. Ул Волга буйы төбәгендәге башҡа авиакомпаниялар рейтингында алдынғы урындар биләй.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал