6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Уйын автоматтары аҙыраҡ, он запастары - күберәк буласаҡ
09.02.06


       Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин ҡулланыусылар баҙарының үҫешенә арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
       - Ҡулланыусылар баҙары - иҡтисад көҙгөһө ул, - тине Марат
       Мөҙәрис улы. - Шуға күрә Өфөлә уның тотороҡло булыуы ҡыуандыра. Бында юғары эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция әүҙемлеге, ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Халыҡты төп аҙыҡ - түлек продукттары менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булманы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә эшләүселәр, автотранспорт ремонтлау, ҡунаҡхана һәм ресторан
       хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 20 проценттан ашыу күтәрелде.
       Әлеге ваҡытта баш ҡаланың ҡулланыусылар баҙары 3948 сауҙа
       объекты һәм 1095 йәмәғәт туҡландырыу предприятиеларынан
       тора. 2005 йылда дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метрҙан ашыу
       тәшкил иткән 250 - нән ашыу предприятие төҙөлгән һәм реконструкция үткән. Был маҡсатҡа ике миллиард һум тирәһе аҡса тотонолған. "Метро Кеш - энд - Керри" гипермаркеты, "Сипайлово" сауҙа - сервис комплексының икенсе сираты, "Мир"
       сауҙа һәм күңел асыу үҙәге, "Стройдом" яуаплылығы сикләнгән
       йәмғиәте сауҙа - сервис комплексы, "Мир" электроника һәм көнкүреш техникаһы гипермаркеты кеүек ҙур предприятиелар
       сафҡа индерелде.
       "Иҡтисади универсам" класындағы социаль магазиндар селтәре үҫешә. Бөгөн Өфөлә 34 "Пятерочка", 14 - "Полушка" һә м бер "Оптимаркет" магазины эшләй.
       Иҫке баҙарҙарҙы реконструкциялау һәм яңыларын төҙөү дауам
       итә. Был маҡсатҡа капиталь һалым 2005 йылда 150 миллион һум тәшкил иткән. Заман талаптарына яуап бирмәгән баҙарҙар бөтөрөләсәк. "Ҡояшлы", "Гагарин", "Гастелло", "Тирәктәр", Беренсе май", "Совет", " Комсомол", "Менделеев" баҙарҙарын ябыу планлаштырыла. Улар урынында сауҙа - күңел асыу һәм спорт комплекстары, административ биналар төҙөләсәк.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә баш ҡаланың үҙәк урамдарын төҙөкләндереү ҡаралған. Ленин, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы, Октябрь проспекты, Беренсе май урамдарына айырыуса баҫым яһаласаҡ. Унда йорт фасадтары, машиналар ҡуйыу урындарына тиклем барыһы ла планлаштырылған инде. Өфөнөң тағы 70 урамы шулай уҡ төп урамдар иҫәбенә инә. Үҙәк урамдарҙа дөйөм майҙаны 500 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән тиҫтәнән ашыу ҙур сауҙа - күңел асыу комплекстары төҙөү ниәтләнә. Уларҙың иң ҙурҙары: Ғөбәйҙуллин урамында "МЕГА" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте "И КЕА МОС" халыҡ - ара кимәлдәге күп функциялы сауҙа һәм коммерция үҙәге, "Мегамаг - Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең күп функциялы комплексы, Октябрь проспектында Өфө универмагы алдында сауҙа - күңел асыу комплексы һәм башҡалар.
       Журналистарҙың уйын автоматтары залдарына ҡағылған
       һорауына Марат Ғәлиуллин ҡалала был залдарҙың һанын
       ҡыҫҡартыу буйынса әүҙем эш алып барыла тип белдерҙе. Билдәле һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. 2004 йылда Өфөлә уларҙың
       һаны 167 булһа, бөгөн 90 уйын автоматтары залдары эшләй.
       Әммә барыбер улар ҙур майҙан биләй - 45 мең квадрат метр. Быны "Мир" сауҙа һәм күңел асыу үҙәге майҙаны менән сағыштырып була.
       - Ҡомарлы уйындар бизнесы кесе эшҡыуарлыҡты ҡыҫырыҡлай, ә хлаҡи зыян килтерә, йыш ҡына кешеләр "бер ҡуллы бандитҡа" һуңғы аҡсаһын ҡалдыра, - ти Ғәлиуллин. - Бөгөн Рәсәйҙең ике төбәгендә генә ҡомарлы уйындар бизнесын сикләүсе закондар
       ҡабул ителгән. Ҡалған төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостанда ла был закондар өҫтөндә эш алып барыла. Улар барыһы ла уйын автоматтары залдарын ҡыҫҡартыуҙы, вариант булараҡ, уларҙы ҡаланан ситкә сығарыуҙы күҙ уңында тота. Һәр хәлдә уларҙың мәктәптәр, мәҙәниәт объекттары, вокзал һ. б. урындарҙан алыҫ та урынлашыуы хаҡында һүҙ йөрөтөлә.
       Марат Ғәлиуллинға бирелгән һорауҙарҙың береһе икмәк бешереү заводтарында он запасы тураһында булды. Был һорауға күптән түгел үткән сатлама һыуыҡтарҙа ҡайһы бер магазиндарҙы
       аҙыҡ - түлек менән тәьмин итеүҙең тотҡарланыуы сәбәп булды. Бөгөн икмәк бешереү заводтарында он запасы ике аҙналыҡ, әммә уны бер айлыҡ итеү тураһында һөйләшеүҙәр бара, тип
       яуапланы Марат Ғәлиуллин. Йәғни ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, һәр хәлдә ике аҙна дауамында икмәктең магазиндарға тотҡарлыҡһыҙ оҙатылыуына ышанырға була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал