6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Республика халҡы саңғыға баҫасаҡ
09.02.06


       Өфө, Октябрьский ҡалаларында йәшәүселәр һәм уларҙың ҡунаҡтары "Рәсәй саңғы юлы - 2006" тип исемләнгән бөтә Рәсәй
       байрамына ҙур теләк менән ҡушылды. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында байрам ө сөн яуаплы кешеләр - БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Ощепков һәм хакимиәттең физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе,
       ярыштар директоры Александр Никерин отчет бирҙе.
       Бындай сараларҙа ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны мөһим роль у йнай. Октябрьскийға килгәндә, беҙгә теүәл генә һан әйтә алманылар ( сама менән 11 мең тирәһе). Өфөлә иһә, бындай акция тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, һәр саңғы һәм һә р саңғы таяғы иҫәпләнгән: барлығы 13 732 ҡатнашыусы теркәлгә н. Шаһиттар ике ҡалала ла ойоштороу кимәлен юғары булыуын билдәләй.
       Өфөлә ярыштар бер нисә этапҡа бүленде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярышта ҡатнашыусылар өсөн иң яҡшы шарттар ҡаланың Дим, Октябрь һәм Киров райондарында булдырылған. Димдә, әйткәндәй, саңғы спорты стадионы төҙөү өсөн шарттар яҡшы тигән һығымта яһалды. Был объектты төҙөү мөмкинселеге
       артабан да тикшереләсәк.
       Саңғыла шыуыу байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла символик сувенирҙар тапшырылды. Еңеүселәр һәм призерҙар бағымсыларҙан ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Өфөнөң саңғыла йөрөргә яратыусылары араһында иң өлкәндәре - 84 йәшлек Владимир Матвеев һәм 80 йәшлек Асия Сөләймәнова -
       билдәләнде. Октябрьскийҙағы ветерандар бер аҙ йәшерәк - Петр Евсеевҡа 79, Нина Сергеевнаға 65 йәш.
       Призерҙар Гран - при ярыштарында ҡатнашыу өсөн Мәскәү
       өлкәһенең Яхрома ҡалаһына барырға йыйына.
       Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән һөйләшеү барышында В ладимир Самородов ҡыҙыҡлы идея менән сығыш яһаны:
       - Киләһе йылда беҙҙең республикала Башҡортостандың үҙ ирк е менән Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йыллығы байрам ителәсәк. Ниңә беҙгә ошо байрам сиктәрендә Башҡортостандың һ әр районында күмәк саңғы ярыштары ойоштормаҫҡа
       Быйылғы миҙгелдә Башҡортостанда бер нисә ҙур күләмле ярыш планлаштырыла. Яҡын арала Башҡортостан Республикаһы Пр езиденты һәм Хөкүмәт Премьер - министры призына саңғы
       спорты фестивале үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал