6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Насвай ҡулланыу - үҙ - үҙеңә дошман булыу
09.02.06


       Тәмәке туҙаны, елем, эзбиз, һыу һәм тауыҡ тиҙәге ( дөйәне ке лә ярай) - "ярлылар өсөн ҡалъян" ошо өлөштәрҙән әҙерләнә. Насвай (нас, насыбай) Рәсәйгә тонналап азиат илдәрҙән килтерелә. Был һаҫыҡ ағыуҙы башлыса үҫмерҙәр һатып ала, "эшкәртелгәнен" мәктәп коридорҙарында төкөрөп китергә лә күп
       һорамайҙар.
       Насвай тыйылған наркотиктар исемлегенә индерелмәгән, шуға
       күрә күптәр уны бөтөнләй зыянһыҙ тип иҫәпләй, хатта уның ярҙамы менән тәмәке тартыуҙы ташларға маташыусылар ҙа бар. Ә ммә наркологтар билдәләүенсә, насвай никотинға өйрәнеү кимәлен кәметмәй, киреһенсә көсәйтә генә икән: тел аҫтына һала торған тәмәкеләге никотин кимәле бер сигареталағы никотиндан күберәк, тип белдерә улар.
       Насвайҙы әҙерләгәндә иң ғәҙәти санитар - гигиена нормалар ы ла һаҡланмай, шуға күрә был ағыуҙы яратыусылар өсөн ирендә р һәм ауыҙ эсендә шештәр барлыҡҡа килеүе, эс ауыртыуы өйрәнелгән күренеш. Бынан тыш насвай ҡулланыусы ир - аттарға
       яҡын киләсәктә импотентлыҡ янай. Составы буйынса специфик матдә ҡулланыу ауыҙ эсе ҡыуышлығы һәм ашҡаҙанда рак
       ауырыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Урта Азияла был проблема таралған да инде, ә беҙҙә, Республика онкология диспансерына н алынған мәғлүәмәттәр буйынса, азиат илдәренән килеүселәр иҫәбенә ауыҙ ҡыуышлығы рагы менән ауырыуҙар ике процентҡа ар тҡан. Әйткәндәй, үткән йылдың сентябрь айында Туймазыла
       мәктәп уҡыусыһының ошо матдә менән ағыуланыуы билдәле. Уны ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар.
       Насвай героин түгел, әлбиттә. Әммә, практика күрһәтеүенсә , ул буласаҡ "анашасы" һәм "героинщиктар" өсөн бик яҡшы стар т майҙаны булып хеҙмәт итә. Шуға күрә төрлө кимәлдәрҙә был
       ағыуҙы наркотиктарҙың "ҡара исемлегенә" индерергә тырышыу б улғыланы. Административ яза алыу ҡурҡынысы аҫтында булһа ла, Башҡортостандың наркотиктарҙы контролдә тотоу хеҙмәте
       белгестәре лә насвай һатыуҙы тыйыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һөҙөмтәләр күренмәй.
       - Ҡануниәттә бындай үҙгәрештәр төбәктә түгел, федераль кимәлдә индерелергә тейеш, - ти Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Константин Максимов. - Ә әлегә был ағыуҙың рәсми рәүештә наркотиктарға ла, тәмәке изделиелары исемлегенә лә индерелмәүе сәбәпле, хоҡуҡ һаҡлау органдарына уны таратыуға ҡаршы көрәшеү еңел бирелмәй.
       Яңы закон көтөп ултырырға ярамай, төбәктәрҙә был проблеманы
       үҙҙәренсә хәл итәләр. Ҡайһы бер урындарҙа халыҡ насвай менән һатыу итеүсе азиаттарҙы баҙарҙан ҡыуып сығара, икенсе
       ерҙә сауҙәгәрҙәрҙең эшмәкәрлеге статьяға яраҡлаштырыла. Мәҫәлән, Туймазыла милиция һәм наркополиция хеҙмәткәрҙәре урындағы мәктәп уҡыусыларын насвай менән тәьмин итеүсе
       Кавказ кешеһен административ яуаплылыҡҡа тарттыра. Ул сифатһыҙ тауар һатыу йәки санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйепләнә. Дөрөҫ, ике мең һум штраф сауҙәгәрҙе ҡурҡышҡа төшөргәндер тип уйларға тура килмәй.
       Ҡурғанда алты килограмм героин һәм насвай тулы бер нисә тоҡ менән тотолоусыға 228 - статья ( "Наркотик матдәләр һаҡл ау, ташыу һәм һатыу) менән бер рәттән 238 - се статья
       ("Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән тауар һәм прокция етештереү, һаҡлау һәм һатыу") буйынса ғәйепләү белдерелә:
       Ҡурған өлкәһенең гигиена һәм эпидемиология үҙәге эксперттары был матдәне кеше һаулығы өсөн хәүефле тип таба, сөнки унда ҡурғаш һәм кадмий кимәле мөмкин булған норманан б ер нисә тапҡыр күберәк. Һөҙөмтәлә наркотиктар менән һатыу итеүсе 12 йылға иркенән мәхрүм ителә.
       Күптән түгел Алтай таможняһы хеҙмәткәрҙәре Ҡаҙағстандан Новосибирск ҡалаһына шәхси автобуста 530 килограмм насвай алып китеп барыусы Үзбәкстан гражданкаһын ҡулға ала.
       Әйткәндәй, насвайҙың "тыуған илендә" уға ҡаршы көрәш етди
       кимәлгә күтәрелә. Мәҫәлән, Төркмәнстан президенты был ағыуҙ ы ҡулланыуҙы тыйыусы указға ҡул ҡуйған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал