6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Өфөлә ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина табылды
08.02.06


       - Бөгөн бөтә донъяны ҡуҙғытҡан ҡош киҙеүе вирусына ҡарш ы яңы вакцина өҫтөндә эшләйбеҙ. Был ҡурҡыныс инфекция Төркиәлә, Кипрҙа, Вьетнамда барлыҡҡа килде. Ул илдән илгә еңел күсеп, кеше ғүмеренә хәүеф менән янай, - тип башланы һүҙен "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында "Иммунопрепарат" филиалы директоры Мөхәмәт Алсынбаев. - Н5N1 вирусы А төркөмөнә ҡарай, шуға күрә ул айырыуса хәүефле. Бөгөнгө көнгә уның менән зарарланыусылар һаны 120 тирәһенә етте, уларҙың яртыһы тип
       әйтерлек донъя менән хушлашты. Ғәҙәттә зарарланыу ҡош менән бәйләнешкә ингәндә була, әммә кешенән кешегә күсеү
       осраҡтары ла билдәле. Мәҫәлән, Вьетнамда бер ҡыҙға вирус ағаһынан йоҡҡан, Төркиәлә бер ғаиләлә ике бала зарарлана.
       Гриппҡа ҡаршы вакциналар цехы начальнигы Михаил Пушкарев һәм уның коллегалары вирус кешенән кешегә күсеү һәләтенә эйә була ҡалһа, был фажиғәгә килтереүе мөмкин, тип белдерә.
       - Вирус интерферон кимәлен баҫтыра һәм организмдың иммун системаһына зыян килтерә. Яҡшы вакцина иһә вирусҡа хужа күҙәнәгенә инергә мөмкинселек бирмәй. Вакцина - кешене грипп
       пандемияһынан һаҡлау өсөн берҙән - бер мөмкинселек, - ти ғалимдар.
       Һәм Өфөлә ошондай вакцина барлыҡҡа килде. "Иммунопрепарат" директоры Мөхәмәт Алсынбаев ғинуар айында уларҙың предприятиеһында ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина етештереү эштәре тамамланды, тип белдерә.
       - Миграция юлы менән зарарлы вирусты таратыуҙа ҡоштарҙың роле ҙур, - ти ул. - Улар йорт ҡошон һәм кешене зарарларға һәләтле. Шуға күрә ҡоштар менән эшләүсе хәүеф төркөмөндә эшләүсе кешеләр ( ҡошсолоҡ фабрикалары хеҙмәткәрҙәре, йортта ҡош - ҡорт үрсетеүселәр ) мотлаҡ рәүештә прививка үтәсәк.
       Филиал директоры вакцинаның һөҙөмтәлелеге раҫланған осраҡта предприятие ҡеүәте йылына 25 - 30 миллион доза
       етештереүгә етәсәк, тип иҫәпләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал