6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Сит ил эштәре министрлығы вәкиле журналистар менән осрашты
08.02.06


       Февраль башы - тышҡы сәйәсәткә йомғаҡтар яһау ваҡыты. Был ваҡытта сит ил эштәре министрлыҡтары вәкилдәре журналистар м енән бик теләп аралаша. Үҙенең һөнәри байрамы - Дипломатик х еҙмәткәр көнө етергә өс көн ҡалғас, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Зиннур Мәрҙәнов та "Башинформ" агентлығында журналистар менән осрашты.
       Үткән йылда Башҡортостандың донъя менән тышҡы бәйләнештәре башлыса иҡтисади киңлектә сағылыш тапты. Тышҡы сауҙа әйләнешенең фантастик сумма - алты ярым миллион доллар тәшкил итеүен әйтеү ҙә етә. Әйткәндәй, бар яҡтан да сауҙа сальдоһы ыңғай - сауҙа балансының 80 проценттан күберәген энергия ресурстары экспорты тәшкил итә.
       Рәсәйҙең уңышлы эшләүсе төбәгенә күп кенә сит илдәрҙең иғтибар итеүе тәбиғи күренеш.
       - Үткән йылда беҙгә сит ил делегациялары бик әүҙем килде, осрашыуҙар бер - бер артлы үтеп торҙо, хеҙмәттәшлек тураһынд а байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, - тип һөйләй Зиннур Шәйхуллин улы. - Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Төркиә яғынан һыра һәм
       быяла етештереү сәнәғәтенә бығаса булмаған инвестициялар йәлеп ителде. Швеция һәм Финляндия, шулай уҡ Швейцария менән тышҡы бәйләнештәр йәнләнде. Һандар теле менән әйткәндә, үткән йылда Башҡортостан Республикаһына 70 делегация килде.
       Зиннур Мәрҙәнов ҡайһы бер "йәшерен дипломатик биттәрҙе" лә асты. Баҡһаң, ҡайһы бер сит ил дипломаттарының килеүе
       матбуғат күҙлегенән ситтә ҡала икән. Сәбәптәр төрлө булыуы мөмкин, әммә уларҙың маҡсаты икәү - дәүләттәр араһында мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау йәки ил менән алдан танышыу. Мәҫәлән, декабрь башында Өфөгә РФ Ираҡ Илселегенең беренсе секретаре күңелһеҙ сәбәп буйынса килеп киткән: баш ҡалабыҙҙа нефть университетында уҡыусы Ираҡ студенты өс хулиган тарафынан туҡмалған. Милиция тиҙ арала ғәйеплеләрҙе ҡулға ала, шул ваҡытта һөжүм итеүҙең бер ниндәй
       ҙә милли сәбәбе булмауы асыҡлана. Студент дауахананан
       тулыһынса һауығып сыға һәм уҡыуын дауам итә, ә беҙҙең дәүләттәр араһына аңлашылмаусанлыҡ күләгәһе төшмәне, халыҡ -
       ара конфлкт тураһында һүҙ ҙә юҡ. Дөйөм алғанда, тышҡы күҙәтеүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан сит ил
       студенттары өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы урын булыуын дауам итә . Был ҡыуандыра, әлбиттә. Ә бына Нигерия дипломаттары республиканың вертолет сәнәғәте менән танышыу өсөн килгән. Был турала ла йәмәғәтселеккә һуңынан ғына мәғлүм була.
       Беҙҙең Сит ил эштәре министрлығы менән Германия ведомствоһы араһында граждандар тарафынан Өфөлә немец визаһы алыу мөмкинселеге буйынса эш дауам итә һәм уның аҙағы әлегә билдәһеҙ. Әммә был һорауҙың ыңғай хәл ителеү ихтималлығы арта бара, ти Зиннур Шәйхуллин улы. Бөгөн, мәҫәлән, Өфө - Германия маршруты буйынса осоусы самолет аҙнаһына өс тапҡыр күккә күтәрелә, әгәр ҙә республиканың баш
       ҡалаһында виза алыу мөмкинселеге булһа, көн һайын осорға теләүселәр ҙә етерлек булыр ине.
       Рәсәй Сил ил эштәре министрлығы үҙ өҫтөнә алған ғәйәт ҙур
       бурыстарҙың береһе - 2006 йыл дауамында беҙҙең илдең "һигеҙ " төркөмөндә рәйеслек итеүе. Июль урталарында Санкт - Петербургта "һигеҙ" дәүләт - АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Япония, Германия, Канада, Италия һәм Рәсәй Федерацияһы башлыҡтарының саммиты үтәсәк.
       - Беҙҙең илдең рәйеслек итеүе - Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәр ен тормошҡа ашырыу һәм беҙҙең дәүләттең донъя кимәлендә абруйын һәм йоғонтоһон нығытыу мөмкинселеге, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Зиннур Мәрҙәнов. - Дөйөм алғанда, саммитҡа әҙерле к сиктәрендә ил буйынса туҡһандан ашыу сара үткәреү ҡаралған . Һәм беҙ унда ҡатнашасаҡбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал