6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Боҙ өҫтөндә финал уйындары
08.02.06


       Рәсәй мотоуҙышсылары тағы бер тапҡыр үҙҙәренең көсөн күрһәтте. Төп старттарҙа хәҙер һигеҙ рәсәйле ҡатнашасаҡ, уларҙың дүртәүһе Өфөнөң Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге клубы өсөн сығыш яһай, тағы берәүһе Учалы намыҫын яҡлай.
       Красногорск ҡалаһында үткән ярымфиналда беҙҙең уҙышсылар йомғаҡлау протоколында беренсенән дүртенсегә тиклем урындарҙың барыһын да яуланы. Финал уҙышында ла бары тик рәсәйлеләр генә ҡатнашты. Финишҡа беренсе булып Владимир Лумпов килде, уның артынан Башҡортостан вәкилдәре - Михаил Богданов, Андрей Шишегов һәм Илья Дроздов теҙелде. Германияла үткән ярыштарҙа Рәсәйҙең алдынғы мотоуҙышсылары а ртыҡ алдыра алманы. Дмитрий Буланкин да, Николай Красников та тәүге уҙышта уҡ трассанан төшөп ҡалды. Шулай
       булыуға ҡарамаҫтан, егеттәр проблемаларын хәл итеүгә һәм финалға квалификация үтеүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә Буланкин бишенсе урын, Красников - алтынсы урын яуланы. Беренсе һәм дүртенсе урында Саранск вәкилдәре - Юнир Базеев һәм Максим З ахаров.
       Шәхси чемпионаттың төп старттарында һигеҙ рәсәйлегә ҡаршы
       түбәндәге сит ил спортсылары көрәшәсәк: Франц Цорн (Австрия ), Пер - Олов Серениус (Швеция), Вячеслав Никулин ( Германия ), Томми Флюктман ( Финляндия), Стефан Свенссон ( Швеция),
       Антти Аакко ( Финляндия), Харальд Симон (Австрия) һәм Джонн и Туинстра ( Нидерланд). Әммә донъя беренселеге өсөн көрәш
       ватандаштарыбыҙ араһында буласаҡ. Техник проблемалар ситләп үтһә, баҫҡыстарҙың барыһын да рәсәйлеләр биләүе лә ихтимал.
       Боҙ өҫтөндә мотоуҙыштар буйынса шәхси донъя чемпионатының ф инал уйындары 25 - 26 февралдә Саранск ҡалаһында һәм 11 - 12 мартта Ассен (Нидерланд) ҡалаһында уҙасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал