6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Подъезда эсергә мөмкин
08.02.06


       Йәмәғәт урындарында һыра эскән өсөн 326 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. "Тәүге ҡарлуғастар", улар барыһы ла быйылғы
       йылдың алтынсы ғинуарында үҙ көсөнә ингән "һыра" законы
       аҫтына эләккән. Был күбекле эсемлекте барыһының күҙ алдында
       эсеүҙе тыйыусы закондың үткән йылдың аперелендә үҙ көсөнә
       инеүен билдәләргә кәрәк.
       - Ул индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы штрафтар артҡандан
       һуң ғына эшләй башланы, - ти БР Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Андрей Кожевников
       РФ административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексҡа
       төҙәтмәләр индергәндән һуң йәмәғәт урындарында һыра эскән
       өсөн 100 - 300 һум штраф һалыныуы тураһында "БАШвестЪ" гәзите яҙып сыҡҡайны инде. Үҙ балаларын һыра эсеүгә йәлеп итеүсе ата - әсәләр һәм спиртлы эсемлек һатыусыларға штраф т а һиҙелерлек бәкәлгә һуға. Сауҙа итеү нөктәһенә һалынған штр аф 20 - 30 мең тәшкил итә, уның хужаһына ике - өс мең штраф һалына. Һәр осраҡта ла тауар конфискациялана.
       Өҫтә һанап үтелгән һыра яратыусылар - башлыса тыйылған
       урында эсеүселәр, ғәҙәттә улар иҫәбенә 15 - 21 йәштәгеләр и нә. Әйткәндәй, балиғ булмағандар өсөн 300 һумдан 500 һумға тиклем штрафты ата - әсәләр түләргә тейеш.
       - Административ яуаплылыҡҡа һеҙҙе һәр милиция хеҙмәткәре тарттыра ала. Протокол төҙөгәндән һуң тәртип боҙоусы кассағ а штраф түләргә тейеш, - тип һөйләй Андрей Кожевников.
       Дөйөм алғанда, бик кәрәкле закон, тип иҫәпләй Кожевников, әммә бары тик милиция көсө менән генә беҙҙең граждандарҙың м енталитетын үҙгәртеү мөмкин түгел. Дөйөм туҡланыу һәм күңел асыу урындарынан тыш төрлө урамдар, туҡталыштар, йәмәғәт транспорты, ҡунаҡхана, вокзалдар, башҡа төрлө учреждениелар
       йәмәғәт урындары исемлегенә инә. Һыра эсеү өсөн, мәҫәлән, подъездға инергә мөмкин.
       - Подъездар йәмәғәт урындарына иҫәпләнмәй, - ти Андрей Кожевников. - Әммә унан асыҡ һыра шешәһе күтәреп сығаһығыҙ и кән, тимәк һеҙ тәртип боҙоусы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал