6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Мәңге беренсе буласаҡ
07.02.06


       Президент булыу - еңел түгел. Уның нисеклеген яҡынса ғына кү ҙ алдына килтерергә була. Ниндәй һуң был йөк - ауырмы, әллә, киреһенсә, еңелме Президентҡа өйрәнеү мөмкин һәм был президентлыҡҡа өйрәнеүгә ҡарағанда бер ни тиклем еңелерәк.
       Мортаза Рәхимовҡа бөгөн 72 йәш тула. Республика етәксе һенә - айырым ҡараш. Һәр эше лупа аша тикшерелгән кеүек. Һәм хатта йөҙ сырайы ла иҫәпкә алына. Һүҙҙәре тураһында әйтергә
       лә түгел, һуңғы хәрефенә тиклем тикшерелә. Интервьюларында Мортаза Рәхимовтың үҙ адресына һәм республикала һуңғы 15 йыл тирәһендә барлыҡҡа килгән власть номенклатураһына ҡарата , уның ҡарамағына ғәҙел булмаған тәнҡит һүҙҙәре яңғырауына үпкә белдергән сағы булғыланы. 12 йыл дәүерендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостандың халыҡ тарафынан һайланған
       беренсе Президенты булып ҡала. Һәм уның эскерһеҙ реакцияһы
       власҡа хас булған ҡаты күңеллелектән йыраҡ тороуы хаҡында һөйләй.
       Был йылдар дауамында республика башлығының Кремль кабинеттарында халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ниндәй һылтау һәм дәлилдәр килтереүе халыҡ өсөн билдәһеҙ булып ҡала. Нисек
       кенә булмаһын, ел - дауыллы 90 - сы йылдар артта ҡалды, ә я ңы быуат яңы һорауҙар тыуҙыра. Республика тураһында уның етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улынан да яҡшыраҡ белгән кеше
       юҡ. Уның тормошо Башҡортостан менән тығыҙ бәйле.
       Дәүләттең рәсми сайтында ентекле һаналып китеүенсә,
       Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе бу лып эшләү осоронда Башҡортостан Республикаһының дәүләт
       суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә (1990 йыл, 11
       октябрь), Федератив Килешеү һәм Федератив Килешеүгә Өҫтәмәгә (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһына ҡул ҡуйыла ( 1993 йыл, 24 декабрь). Публицистар, сәйәсәт белгестәре һәм эксперттар билдәләүенсә,
       " проблемалары етерлек булған ғәйәт ҙур илдә социаль - иҡтисади күрһәткестәре һәм рухи үҫеше ҡәнәғәтлек тойғоһо
       тыуҙырған, хәл - тороштоң тотороҡлоғо, милләт - ара һәм
       конфессия - ара татыулыҡ менән айырылып тороусы төбәктә
       булыу күңелгә йылылыҡ өҫтәй". Хатта тышҡы күҙәтеүселәрҙең д ә республика чиновниктарының "Яҡшы йәшәү өсөн яҡшы эшләү кәрәк" тип яңғыраған Президент лозунгыһы аҫтында эшләүен билдәләүе ҡыуандыра. Нефть эшкәртеү һәм нефть - химия
       комплексының яңы Рәсәй өсөн ғәҙәти булмағанса оҙаҡ ваҡыт дәүләт ҡанаты аҫтында ҡалыуы ла Мортаза Рәхимовтың халыҡ ихтыяжы өсөн нефть баһаһын бик яҡшы белеүе менән аңлатыла. У л үҙе 34 йыл дауамында Өфө нефть эшкәртеү заводтарында эшләгән. Шуға күрә "олигарх" һүҙенә беренсе Президент үтә кире ҡарашта булыуын белдерә.
       Бына ни өсөн 2003 йылдың көҙөндә уның республикаға дуҫ булмаған капиталдың яуыз экспансияһына ҡаршы төшөүен республика халҡы аңлап ҡаршы алды. Башҡортостандың беренсе П резиденты 90 - сы йылдар уртаһында төбәктең хосусилаштырыу э йфорияһына бирелеүенә юл ҡуйманы. Ә ғауғалы мөнәсәбәттәр асы ҡлау - республикала был хәлгә әле булһа, йомшаҡ итеп әйткәндә, насар ҡараш һаҡлана.
       Ҡәҙерләү, орошоу, бүләкләү - былар дәүләттең беренсе шәхе се ҡулында. Электән шулай килә, һәм был тәртип берәүҙәрҙең тулыһынса хуплауын, икенселәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙыра. Башҡортостанда власты үҙәкләштереү Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда алдараҡ булды. Башҡа институттарҙың берҙәм үҙәк
       институты файҙаһына көсһөҙләнеүе - көрсөктө йырып сығыу билдәһе.
       Республика журналистары билдәләүенсә, "бөгөн Башҡортостан
       Президентының барлыҡ энергияһы республика һәм ил өсөн әһәмиәтле дата - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлеккә йүнәлтелә. Һәм был байрам сараһын Мортаза
       Рәхимовтан да яҡшыраҡ ойоштора һәм үткәрә алыусы булмаясағын Кремлдә лә яҡшы беләләр".
       Рәсәйҙең иң ҡеүәтле һәм күп милләтле төбәктәренең береһе булған республикабыҙ етәксеһе бөгөнгө тыуған көнөн дә эш мөхитендә үткәрәсәк, тип ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин. Был электән шулай килә һәм тыуған көн ҡәҙимге эш көндәре араһында юғалып ҡаласаҡ. Өҫтәүенә түңәрәк дата ла түгел. Ҡотлауҙар, һаулыҡ, оҙон ғүмер, уңыш теләүҙәр яңғырар! Сәйәси
       оҙон ғүмерлегенә ғәжәпләнеүҙәр һәм уның уңыштарын төрлөсә юрауҙар булыр. Рәсәй тарихында Борис Ельцин булған кеүек, Башҡортостан тарихында Мортаза Рәхимов мәңге беренсе Президент булып ҡаласаҡ. Республикала унан да абруйлыраҡ шәхес юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал