6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ленин уны үҙе бүләкләгән
07.02.06


       1964 йылдың 29 майында Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре
       Сәхәб - Гәрәй Сәйет - Ғәлиев ( 1894 - 1938) исемендәге буль вар барлыҡҡа килә.
       Сәйет - Ғәлиев 1894 йылдың 6 февралендә тыуа. Малайҙың тормошон күңелле тип әйтеп булмай. Өсөнсө синыфтан һуң уға мәктәп менән хушлашырға тура килә. Анкета тултырғанда Сәйет
       - Ғәлиев үҙенең "университеттары" тип Өфөлә һәм станцияла гәзит ташыусы, Шаҡшала Колотов таҡта ярыу заводында таҡта һалыусы, пароход эшсеһе, кондитер фабрикаһы эшсеһе, ҡунаҡханала йыйыштырыусы, малярҙар артеле эшсеһе тип һанап китәсәк. 1905 йыл революцияһына тиклем үк Өфө социал - демократтары й әш егет Сәхиб - Гәрәйгә тыйылған листовка һәм брошюралар таратыуҙы ышанып тапшыра. Ошо эшмәкәрлеге өсөн ул ҡулға алына ла инде.
       Өфөлә тупланған революцион эшмәкәрлек тәжрибәһе, социал -
       демократик әҙәбиәт өйрәнеүе Сәхиб - Гәрәйгә Екатеринбургта
       армияла хеҙмәт иткәндә ярҙам итә. Ул большевиктар ойошмаһы менән элемтә булдыра, 1917 йылдың мартында уны партия сафына ҡабул итәләр. Татар - башҡорт частәрендә пропаганда эшен алып бара.
       Башҡорт, татар һәм рус телдәрен яҡшы белгән Сәйет - Ғәлие в эшсе халыҡты үҙ власы өсөн көрәшкә йәлеп итеү буйынса күп эш башҡара. 1918 йылдың июнендә уны Өфөгә ебәрәләр. Тиҙҙән
       ҡаланы аҡтар баҫып ала, әммә Сәйет - Ғәлиев пропаганда менә н шөғөлләнеүен дауам итә.
       Туғаны М. Х. Хәбибуллин хәтерләй: "Бер тапҡыр ул
       (Сәйет - Ғәлиев - Ю. У.) атайыма нисек итеп Өфөнән сығыуы тураһында һөйләне. Баҡһаң, уны аҡтар тарафынан һаҡланыусы Ағиҙел йылғаһы аша паромда, сәллә һәм сапан кейҙереп, һаҡал йәбештереп оҙатҡандар икән...
       Сәхиб - Гәрәй ағай бер ваҡытта ла бер урында торманы, һәр саҡ ҡайҙалыр бара, йәки уға кемдәрҙер килә. Беҙҙең ауылда ул башлыса фронтовиктар менән генә аралашты..."
       1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың апрель айына тиклем Сәйет - Ғәлиев Өфө губкомының татар - башҡорттар бюроһы ағзаһы була. Артабан РКП (б) мосолмандар ойошмаһының Үҙәк бюроһы ҡарары буйынса Ҡазанда эшләй, һуңынан уны тағы ла Өфөгә ебәрәләр. Бында татар - башҡорт ойошмаһының губерна конференцияһы эшләй. Ул Сәйет - Ғәлиевты Көнсығыш халыҡтары коммунистар ойошмаһының икенсе бөтә Рәсәй
       съезына делегат итеп һайлай.
       Татар АССР - ы барлыҡҡа килгәндән һуң ул республиканың Совнарком рәйесе итеп һайлана. В. И. Ленин менән осрашыуын дауам итә, хат алыша. "Сәйет - Ғәлиев В. И. Лениндың үҙенә сәғәт бүләк итеүе тураһында әйтте, - тип хәтерләй ҡатыны. Бы л 1921 йылда, уның Татарстандағы ҡоролоҡҡа бәйле Мәскәүгә килгән ваҡытына тура килә. Владимир Ильич Сәйет - Ғәлиевҡа осрашыу ваҡытын тәғәйенләй һәм уның сәғәте юҡлығын белгәс,
       эштәргә идара итеүсе Н. П. Горбуновты саҡырып ала һәм сәғәт алып килергә ҡуша. Горбунов алып килгән алтын уҡлы, ике ҡапҡаслы Мозер" кеҫә сәғәтен шунда уҡ Сәйет - Гәлиевҡа бүләк
       итә. "Тарихтан бер көн" рубрикаһы геройы үҙенең иҫтәлектәре ндә В. Лениндың үҙе менән оҙаҡ һөйләшеп ултырыуы һәм Татарстанға кисектергеһеҙ ярҙам ойоштороуы тураһында яҙып ҡалдыра.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал