6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Гүзәллеккә табыныу кәрәк
07.02.06


       Талант кешегә юғарынан бирелә, уны бары тик һаҡларға һәм ижад өсөн көсөңдө лә, ваҡытыңды ла йәлләмәйенсә, "тоҡандыра белергә" генә кәрәк. Быға сағыу миҫалдарҙың береһе - һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн врач карьераһын
       ташлаған рәссам Роберт Йәғәфәров. Ә "Ваҡыт мозаикаһы" уның
       "Урал" галереяһында асылған сираттағы күргәҙмәһе.
       Роберт Миҙхәт улы - үҙенсәлекле шәхес, үҙенең баһаһын белгән һәм башҡаларға ихтирамлы мөнәсәбәттә булған көслө һәм ғорур кеше. Һөнәре буйынса ул табип, 1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын (хәҙер БДМУ) тамамлай һәм егерме йыл дауамында 13 - сө дауаханала эшләй, инфекция бүлегенә етәкселек итә. Махсус художество белеме юҡ, тик был мөһим дә
       түгел. Оҫта үҙенең биш йәштә үк яҡшы рәссам булыуын йәшермәй: балаларҙы артыҡ уҡытыу кәрәкмәй, улар төҫ һәм композицияны интуитив рәүештә тоя, ти ул.
       1995 йылда Йәғәфәров медицина практикаһын ҡалдыра һәм ижади эшмәкәрлеккә тотона. 1996 йылда РФ Рәссамдар союзына һ әм ЮНЕСКО сафына инә. Ун йыл эсендә егермеләгән шәхси күргәҙмәһен ойоштора, бөтә Рәсәй, зональ, төбәк һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
       Йәғәфәровтың эштәре Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм республиканың башҡа музейҙарында һа ҡлана. Уларҙы сит илдәр - АҠШ, Франция, Германия, Норвегия, Төркиә, Малайзия һәм башҡа илдәрҙәге шәхси коллекционерҙар һ атып ала.
       Рәссам донъя матурлығын һүрәтләй, тик уның ҡәҙимге сағылышында түгел, ә юғалып барыусан, ғәҙәттән тыш гүзәллект е күрһәтергә тырыша ул.
       Ҡатын - ҡыҙҙар һәм аттар, рәссамдың фекере буйынса, - сикһеҙ һоҡланырға мөмкин булған гүзәллек сағылышы.
       - Мин нимә әйтергә теләйем: үҙен йәмһеҙ тип һанаусы ҡатын
       - ҡыҙ хаҡлы түгел. Ҡатын - ҡыҙ матурлығы ҡурсаҡ ҡиәфәте мен ән
       баһаланмай, һеҙ миңә ышанығыҙ! Иң мөһиме - ул буш һәм йәнһеҙ булмаһын!..
       Ҡатын - ҡыҙ - йомаҡ. Сер. Нәфислек. Сафлыҡ. Нәзәкәтлек. Ул үҙе бер донъя. Йәғәфәровтың картиналарындағы ҡатын - ҡыҙҙар - яланғас һәм туҡымаларға төрөлгән, балет пачкаһында, киң эшләпәләр һәм ҡупшы күлдәктәр кейгән, ҡулдарына бала күтәргән йәки шиғырҙар китабы тотҡан...
       - Ҡатын - ҡыҙ тормошҡа башланғыс һалыусы һәм табыныу предметы. Асыҡ, аңлашылыусан ҡатын - ҡыҙҙар ир - аттарҙы ҡыҙыҡһындырмай. Ҡатын - ҡыҙҙа сер булырға тейеш - шул саҡта
       ғына ул күп нәмәгә һәләтле. Ошондай ҡатын - ҡыҙар өсөн һуғыштар башланған, улар өсөн ирҙәр үлемгә барған.
       Роберт Миҙхәт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Өфөлә күргәҙмәләрҙә меңдән ашыу картинаһы менән сығыш яһаған, әммә "бер экспозиция икенсеһен бер ваҡытта ла ҡабатламаны".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал