6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Армияға ышаныс кәмей
07.02.06


       Теҙгенде бер аҙ бушаттыҡ буғай. Йылдан ашыу инде армиянан
       бары тик тәьҫирләндерә торған ура - хәбәрҙәр генә килә. Йә эш хаҡын арттыралар, йә торлаҡ сертификаттарына бәйле проблеманы хәл итергә вәғәҙә бирәләр. Рәсәй киңлектәрендә һәм сит илдә штат кейемендәге оборона министры хәрби күнекмәләрҙә үҙен бик шәп күрһәтте. Чечняла контртеррорсылыҡ
       операциялары тураһында еңеү тонында ғына һөйләргә күнектек,
       йәнәһе, шул тиклем боевиктар юҡ ителде, беҙҙекеләр араһында
       юғалтыуҙар юҡ тиерлек.
       Һәм тәү ҡарамаҡҡа бер нимә лә социаль шартлау вәғәҙә итмәгәндәй ине. Шул тиклем тынысландырып ташланылар. Армияға саҡырылыусыларҙы оҙатыу хаҡында матур репортаждар ки сәге үҫмерҙәрҙең "тормош мәктәбен тейешенсә үтергә" биргән анттары менән үрелеп барҙы. Әммә ҡайһы ваҡыт бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә ҡорал тоҫҡап, хәрби частәрҙән ҡасыу
       осраҡтары тураһындағы хәбәрҙәр, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр
       араһында бер ҙә имен тип әйтергә мөмкин булмаған статистика бының киреһен һөйләй. Һәм бына быуа йырылды. Армияның төп пр облемаларын финанс тәьмин ителештә түгел, ә социаль йөкмәткелә эҙләргә кәрәк.
       Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең һуңғы тикшере ү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, армия үҙенең алға барыусы реформалары һәм яҡты пландары тураһындағы ялтырауыҡ отчеттары менән рәсәйлеләрҙе бер аҙға ғына алдай алды.
       Ышаныс боҙо бик нескә булып сыҡты. Декабрь айында федераль институттар араһында Ҡораллы Көстәр ярайһы уҡ хуплау менән ф айҙаланһа, 2006 йылдың ғинуарына хәл кире яҡҡа үҙгәрҙе.
       Рәсәй армияһында "бабайлыҡтың" тамырҙары ныҡ һәм тәрәндә ята. Был бәләне ҡапларға тырышыу уның ҡот осҡос һәм боҙоҡ формала кире ҡайтыуына алып килә. Һөҙөмтәлә, йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һалдаттар өҫтөнән көлөү факттарына хайран ҡалып, Ҡораллы Көстәр эшмәкәрлеген хуплауҙан йыраҡ тороусылар һаны 54 процентҡа
       тиклем артты. Тағы бер аҙ - һәм армия уға шелтәле ҡараш ташлаусы рәсәйлеләр һаны буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары
       менән тигеҙләшәсәк - һуңғыларҙың эшмәкәрлеген хуп күрмәүселәр респонденттарҙың 57 процентын тәшкил итә.
       Ҡораллы Көстәрҙә һалдаттарҙы йәберләү осраҡтарын йомоп ҡалдырырға тырышыу күпселек рәсәйлеләрҙең армияға кире мөнәсәбәтен көсәйтә. Баҡһаң, врачтарҙың еңел ҡулынан хроник сирле үҫмерҙәр хеҙмәт итергә оҙатыла, суд баҫҡысында торған йәш егеттәргә военкомдар армияға "путевка" бирә, госпиталдә докторҙар туҡмалған һәм имгәтелгән һалдаттарҙың диагнозын үҙгәртеп күрһәтә икән. Офицер намыҫы ысынбарлыҡта бер - береһен һыуҙан ҡоро сығарырға тырышыуға ҡайтып ҡала. Барыһын да тикшереп, проблеманы хәл итергә вәғәҙә биреүсе хәрби прокуратура погонлы енәйәтселәрҙе ҡаплай.
       Шуға күрә Рәсәй халҡының барлыҡ йәмәғәт институттары араһында киң мәғлүмәт сараларына ышаныс белдереүе ғәжәп түгел. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре
       буйынса, 48 процент киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Һәм матбуғат тарафына "һатлыҡйән журналистар"
       билдәһе аҫтында ҡаршы сығыштар булыуына ҡарамаҫтан, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге рәсәйлеләрҙең яртыһының тип әй терлек хуплауын яулаған институт булып ҡала ( партия һәм профсоюздар рәтендә).
       Әгәр ҙә армияға "үләнде йәшел эмаль менән буяу" һәм
       армияны дауалау менән шөғөлләнер урынына һәр ваҡыт үпкәләп танау тартыу оҡшай икән, ул саҡта Ҡораллы Көстәр теләгәнде ысынбарлыҡ итеп күрһәтеү сәнғәтендә генә профессиональ булыуға иҫәп тота ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал