6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
насәйәсәт

Валентина Матвиенко: "Һәр Питер кешеһенең өйөндә башҡорт балы булырға тейеш"
07.02.06


       Ошо көндәрҙә Санкт - Петербургта Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуына арналған м әҙәни - мәғлүмәт акцияһы үтте. Был ҙур сараның йомғаҡтары менән "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһен БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры
       Илдус Илешев таныштырҙы.
       - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек буйынса программаның т әүге сараһы нәҡ Санкт - Петербург ҡалаһында үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Был, беренсе сиратта, акцияны үткәреү тураһындағы идеяны шунда уҡ хуплап ҡаршы алыусы республика П резиденты Мортаза Рәхимовтың, шулай уҡ уны әҙерләү буйынса к үп эш башҡарған БР Хөкүмәтенең хеҙмәт емеше. Санкт - Петербург губернаторы Валентина Матвиенко һәм ҡала Хөкүмәте тарафынан хуплау булмаһа ла беҙ был акцияны үткәрә алмаҫ инек, әлбиттә. Байрам сараларын лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаһы һаналған Питерҙан башлап, беҙ юбилейҙы
       бик юғары дәрәжәгә күтәрҙек. Һәм унан түбән төшмәәсәкбеҙ.
       Башҡортостан һәм Санкт - Петербург араһында ныҡлы тарихи бәйләнештәр бик күптән килә. Сығыштары беҙҙең республиканан булған күп шәхестәр Санкт - Петербургтың мәҙәни, йәмәғәт, иҡтисад тормошоноң ғорурлығына әйләнгән. Бик күп исемдәрҙе а тап үтергә мөмкин, мәҫәлән, беренсе сиратта, ижади тормошон Өфөлә башлаусылар араһынан күренекле балет бейеүсеһе Рудольф Нуреев, пианистка Вера Тиманова, Федор Шаляпин. Бөгөнгө музыка сәнғәтендә Юрий Шевчук һәм башҡалар. Санкт -
       Петербургта күп кенә рәссамдарыбыҙ йәшәй. Ә беренсе тау институтына башҡорт Исмаил Тасимов нигеҙ һалған.
       Мәҙәни - мәғлүмәт акцияһы сиктәрендә үткән Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшө һәм Европа илдәре
       башҡорттары ҡоролтайын айырыуса билдәләп үтер инем. Унда Рәсәйҙең егерменән ашыу төбәгенән һәм һигеҙ Европа
       дәүләтенән 400 - гә яҡын делегат ҡатнашты. Ҡоролтайҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына ҙур иғтибар бирелде. Глобалләштереү шарттарында был проблема бик
       актуаль яңғырай. Ҡоролтайҙы беҙ бик бай һәм күп төрлө мәҙән и программа фонында үткәрҙек тип әйтергә кәрәк. Ҡаланың төрлө өлөштәрендә бер нисә күргәҙмә асылды. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы фондтарынан Дәүләт рус музейында асылған "Ун һигеҙенсе - ун туғыҙынсы быуаттарҙа рус графикаһ ы" күргәҙмәһе айырыуса Питер халҡының иғтибарын яуланы. Санк т - Петербургтың мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Николай Буров билдәләүенсә, Дәүләт рус музейы бинаһы быға тиклем төбәк музейҙарының береһенә лә тәҡдим ителмәгән. Нестеров музейы өсөн иһә ҡағиҙәнән ситләшергә булғандар.
       "Башҡорт милли кейемдәре" күргәҙмәһе, "Ҡурай сәскәһе" фотокүргәҙмәһе, балаларҙың һүрәттәр күргәҙмәһе лә иғтибарһыҙ
       ҡалманы. Был әүҙем мәҙәни десант беҙгә республикабыҙҙы барлыҡ матурлығы, төрлөлөгө һәм үҙенсәлегендә күрһәтергә мөмкинселек бирҙе. Бер яҡтан быны Петербург халҡы һәм ҡунаҡтары күрһә, икенсе яҡтан был гүзәллеккә Санкт - Петербургҡа төрлө төбәктәрҙән килгән яҡташтарыбыҙ, ватандаштарыбыҙ, ҡоролтай делегаттары ла шаһит булды. Улар өсөн сара тарихи Ватан, уның мәҙәниәте менән күптән көтөлгән осрашыуға әйләнде. Ҡаланың мюзик - холлында ойошторолған сәнғәт оҫталары концертын таң ҡалып ҡаранылар, программаның төп өлөшөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле тәшкил итте. Шулай уҡ йырсылар, ҡурайсылар -
       Геннадий Родионов, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Флүрә К илдейәрова, Әлфиә Кәримова, Римма Амангилдина һәм башҡалар ҙа бик матур сығыш яһаны.
       Санкт - Петербург ҡалаһында мәҙәни - мәғлүмәт акцияһын үткәреп, беҙ өс ҙур мәсьәләне хәл иттек. Иң башта Рәсәйҙең төньяҡ - көнбайыш төбәктәрендә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ алдында торған тел, мәҙәниәт, сәйәсәт, йәмәғәт проблемаларын
       хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлттек. Икенсенән, Питер халҡын үҙебеҙҙең мәҙәниәт, сәнғәт менән таныштырҙыҡ. Өсөнсөнән, юбилей датаһы - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуына әҙерлек башланыуы тураһында федераль кимәлдә хәбәр иттек. Юбилейға әҙерлек тураһында хәбәр Питер телеканалдары, шулай уҡ "Россия", "Культура" федераль каналдары аша дөйөм Рәсәй киңлегенә таралды. Беҙ быны башҡарылған акцияның төп йомғаҡтарының береһе тип һанайбыҙ.
       Бынан тыш БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм Санкт - Петербург губернаторы Валентина Матвиенко араһында бик йылы һәм төплө һөйләшеү булды. Осрашыу барышында киләсәккә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә аныҡ юлдар билдәләнде. Башлыса алғанда, Петроград районында Өфө урамын тергеҙеү һәм төҙөкләндереү хаҡында килешелде. Был маҡсатҡа ҡала етерлек аҡса бүлә. Проектта Башҡортостан да ҡатнашырға ниәтләй. Һүҙ урамда Башҡортостан һәм Өфө мәҙәниәте һәм милли үҙенсәлектәрен сағылдырыу, уны т анылырлыҡ итеү тураһында бара. Санкт - Петербургҡа беҙҙең республиканан туранан - тура тауарҙар, продукттар, беренсе сиратта, башҡорт балы оҙатыласаҡ. Әйткәндәй, Валентина Матвиенко күптән инде "Питерҙа йәшәүсе һәр кемдең өйөндә башҡорт балы булыуы тураһында хыялланыуын" белдерҙе, сөнки у л "иң сихәтле, иң сифатлы, иң файҙалыһы".
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Санкт - Петербургта үткәрелгән ак ция ҡуйылған маҡсатына иреште. Ҡалғандары яҡын арала Рәсәйҙ ең башҡа ҡала һәм төбәктәрендә уҙасаҡ. Улар шулай уҡ юбилей -
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуына арнала.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал