6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Саңғы юлынан - алға
07.02.06


       Һаулыҡ байрамдары, айырып әйткәндә, күмәкләп саңғыла шыуыу с аралары бар Рәсәй буйлап гөрләп үтте, Башҡортостандың Өфө һ әм Октябрьский ҡалалары ла был хәрәкәттән ситтә ҡалманы.
       1982 йылдан алып йыл һайын үткәрелгән бөтә Рәсәй саңғысылар
       уҙышы һәр саҡ ҙур ҡышҡы байрам булараҡ билдәләнә. Был сара
       матур йолаға әйләнде тип әйтергә мөмкин. Унда профессиональ
       саңғысылар ҙа, ял ваҡыттарында саңғыла шыуырға яратыусылар ҙа ҡатнаша. Һәм уларҙың һаны йылдан йыл арта барыуын билдәләргә кәрәк: 2000 йылда 13 мең тирәһе кеше стартҡа баҫһ а, 2003 йылда уларҙың һаны 17 меңгә барып еткән.
       2004 йылдан башлап, бөтә Рәсәй саңғысылар уҙышын ойоштороусылар уны үткәреү форматын үҙгәртергә ҡарар итте. Йола буйынса старт бирелгән урын - Мәскәү өлкәһенең Яхрома ҡалаһынан тыш, күмәк ярыштар Рәсәйҙең тағы биш ҡалаһында үтте.
       Быйыл иһә ярыштар бығаса күрелмәгән күләмгә етте, Рәсәйҙе ң 45 ҡалаһынан унда 450 меңдән ашыу кеше сыҡты. Өфөлә генә 11 мең кеше саңғыға баҫты. Республиканың баш ҡалаһына яҡын -
       тирәләге ҡала һәм райондарҙан ғына түгел, Нефтекама, Учалы, Күмертау, Октябрьскийҙан да килделәр. Ҡатнашыусыларҙың һәр б ереһе бүләктәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Иң көслө
       саңғысылар Өфөлә үткән "Лыжня России - 2006" директоры Александр Никерин етәкселегендә был байрамдың Мәскәү өлкәһенең Яхрома ҡалаһында үтәсәк бөтә Рәсәй стартында ҡатнашасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал