6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

"Рус революцияһының оләсәһе" Өфөлә
06.02.06


       "Рус революцияһының оләсәһе" тип Екатерина Константиновна Брешко - Брешковскаяны атайҙар. Ул өфөлөләргә лә таныш. 1918
       йыл аҙаҡтарында уның мәҡәләләре "Уфимская жизнь" гәзитендә
       баҫылып сыға.
       Брешко - Брешковская, халыҡ хәрәкәте эшмәкәре, публицист,
       мемуарҙар авторы, 1844 йылдың 3 февралендә, Витебск губернаһы Иваново ауылында отставкалағы поручик ғаиләһендә донъяға килә. Ғаилә легендаһы буйынса, ғаилә башлығы
       Александр Пушкиндың "Пиковая дама" әҫәрендәге Германдың прототибы була. Екатерина өйҙә белем ала, өйәҙ земствоһында һәм атаһы ойошторған халыҡ мәктәбендә эшләй. ""Азатлыҡ дәүерендә" мәктәп ябыла, ғаилә полиция күҙәтеүе аҫтына ҡуйыл а. 1873 йылда Брешковская, ғаиләһен ҡалдырып, йәшерен эшмәкәрлеккә тотона. Киев һәм Петербург бакунистары менән
       элемтәгә инә, "Киев коммунаһында" ҡатнаша, артабан Фекла
       Косая исеме аҫтында крәҫтиәндәр күтәрелешенә әҙерлек маҡсатында "халыҡ араһына" китә. Ул "193 - сө процесс" буйынса каторгаға хөкөм ителеп Себергә оҙатылыусы берҙән - бер ҡатын - ҡыҙ. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына, төрмәлә ултыра , һөргөнгә ебәрелә. Дөйөм алғанда, Брешко - Брешковская бөтәһе
       22 йыл дауамында иркенән мәхрүм була. Ошо йылдарҙағы осрашыуҙарҙан алған тәьҫораттары уға портрет - мемуар очерктар яҙыу өсөн материал булып хеҙмәт итә, тәүге китабы "Воспоминания пропагандистки" исеме аҫтында сыға.
       1896 йылда революционер ҡатын амнистия буйынса иреккә сығарыла. Тынысланырға ваҡыт еткән кеүек тә бит. Әммә бер нисә йыл эсендә Брешковская буласаҡ эсерҙар партияһы өсөн көстәр йыйып 29 губернаны урап сыға. Ошо ваҡытта ул Өфө губернаһында ла була. Григорий Гершуни менән бергә "Рәсәйҙең
       сәйәси азатлығы эшсе партияһын" ойоштора. 1908 йылдың
       яҙында Гершуни "Златоуст ҡырылышының" инициаторы губернатор Богдановичты үлтереүҙе ойоштороу өсөн Өфөгә килә.
       Ә Брешковская Швейцарияға юл тота, Америка Ҡушма
       Штаттарында батшаға ҡаршы көрәш буйынса лекциялар уҡый.
       1905 йылда Рәсәйгә әйләнеп ҡайта. Эсер ойошмаларында эшләй,
       Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайлана. Провокатор Азефтың яла яғыуы буйынса ҡулға алына. Уны Петропавловский нығытмаһына я балар һәм бер аҙҙан Себергә һөргөнгә оҙаталар. Февраль революцияһы уға азатлыҡ алып килә. Брешковская Петроградта йәшәй, "Воля народа" гәзитенә мәҡәләләр яҙа, Ваҡытлы хөкүмәтте һәм айырыуса Керенскийҙы яҡлай.
       Брешко - Брешковскаяның шәхси секретаре Бакрылов уң эсерҙарҙың "Воля народа", "Земля и воля" һәм "Народ и правда " гәзиттәрен баҫтырыуға рус буржуазияһынан 100 мең һум һәм американдарҙан ике миллион һум алыуҙарын әйтеп ысҡындыра. Әммә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла. 1918 йылдың июнендә Һамарҙа К омуч ( Комитет членов учредительного собрания) булдырыла,
       уның составына Брешковская ла инә. Һамарҙы аҡтар баҫып алғас, Комуч Өфөгә ҡаса. Уның составында "Рус революцияһының
       оләсәһе" лә була. Ул Өфө тимер юл оҫтаханаларын баҫып алған
       эсерҙарҙың ярҙамына өмөт итә. Әммә большевиктар аҡтарҙың тылында оҫта эш алып бара, эшселәрҙе үҙ яғына йәлеп итә, күтәрелештәр ойоштора. 1918 йылдың сентябрь айында тимер
       юлсылар баш күтәрә. Быға бәйле Брешковская "Уфимская жизнь"
       гәзитендә "Тыуған илгә шулай ярҙам итәләрме" тигән мәҡәлә менән сығыш яһай, унда автор эсер - меньшевик контрреволюция
       эшселәренә булған өмөттәренең аҡланмауын танырға мәжбүр була.
       Өфө ҡыҙылдар тарафынан азат ителгәс, яҙмыш юлдары
       Брешко - Брешковскаяны аҡгвардеецтар менән бергә Себергә, һуңынан Америкаға илтә. 1920 йылдан алып ул Чехословакияла йәшәй, 1934 йылдың 12 сентябрендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал