6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Нефтте һатып бөтәйек әле, унан күҙ күрер
03.02.06


       Башҡортостан Республикаһында эшмәкәрлектең төп төрө - нефть продукттары етештереү булыуы билдәле. 2005 йылда республикала 67 миллиард һумлыҡ файҙалы ҡаҙылмалар, шул иҫәптән нефть һәм газ табылған, тип белдерә Башҡортостанстат . Үткән йыл кимәле менән сағыштырғанда яғыулыҡ - энергетика
       ҡаҙылмалары табыу кимәле кәмемәгән тип әйтергә мөмкин. Бәхеткә ҡаршы, тәбиғәт Урал тауҙарына ер аҫты байлыҡтарын йәлләмәй биргән.
       Рәсәйҙә башҡа нефть һәм газ төбәктәре лә бар, әлбиттә. Әм мә һуңғы арала рәсәйлеләрҙе энергетик запастарҙы һатып бөткәндән һуң нисек көн күрербеҙ, тигән һорау борсой.
       Ас - яланғас тороп ҡалмаҫбыҙмы Энергия ресурстары өсөн аҡс а билдәле кешеләрҙең кеҫәһенә инә, ә ресурстар бөтһә, тимәк
       аҡса ла кәмейәсәк, бынан иһә ҡалған күпселек зыян күрәсәк. Бәлки һуң булмаҫ борон сеймал менән тәьмин итеүсе ролен ташлап, аҡрынлап сит илгә юлланыусы мейеләрҙе тәғәйенләнеше буйынса файҙалана башларға, юғары технологияларға тотонорға ваҡыттыр
       Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге рәсәйлеләр араһында түбәндәге темаға һорау алыу үткәргән: халыҡ Рәсәйҙе ң энергия ресурстары экспорты сәйәсәтен хуплаймы
       Һәм бына яуаптар ниндәй һөҙөмтәгә килтерә. Респонденттарҙың
       41 проценты өсөн был сәйәсәт тотороҡло табыш килтереүсе һәм
       донъя аренаһында билдәле урын биләргә мөкинселек биреүсе
       дөрөҫ сәйәсәт. Тағы 32 процент өсөн был сәйәсәт мәжбүри, сөнки донъя баҙарына сығарырлыҡ башҡа байлыҡ юҡ. 14 процент иһә энергия ресурстары экспортын хата, илде бөлгөнлөккә алып
       барыусы сәйәсәт тип һанай.
       Шуныһы ҡыҙыҡ, һорауға яуап биреүселәрҙең килеме юғарыраҡ булған һайын уларҙың тәҡдим ителгән сәйәсәт тураһында фекере
       түбәнерәк. Һәр ғаилә ағзаһына айына биш мең килем алыусы респонденттар сәйәсәттең дөрөҫлөгөнә ышана. Табышы биш меңдән ашыу булған төркөм ағзалары энергия ресурстарын экспортҡа оҙатыу - хаталы юл тип һанай.
       Уларға шулай уҡ донъя баҙарында нефть һәм газға хаҡтарҙың юғарылығы хаҡында һорау бирелә. Рәсәй өсөн был яҡшымы әллә киреһенсәме
       Ил етәкселегенең энергия ресурстарын экспортҡа оҙатыу ставкаһын дөрөҫ сәйәсәт тип иҫәпләүселәрҙең 57 проценты донъя баҙарында нефть һәм газға хаҡтың юғарылығында Рәсәй
       иҡтисады өсөн беренсе сиратта ыңғай яҡтарҙы күрә. 17 процен т был хаҡтар иҡтисадҡа кире йоғонто яһай тип белдерә, һәм 13 процент өсөн был факторҙың ил иҡтисадына бер ниндәй йоғонто һо ла юҡ.
       Әйтелгән сәйәсәтте хаталы тип таныусылар араһында был
       һандар, ярашлы рәүештә, 35, 30 һәм 25 процент тәшкил итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал