6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Матинов тигән ахун булған
03.02.06


       Бөгөнгө Баймаҡ районының Темәс ауылы 1919 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге баш ҡалаһына әйләнә. Башҡортостандың Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйхзада Бабич кеүек күренекле улдарының
       биографияһы Темәскә бәйле. Улар тураһында күп нимә билдәле.
       Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауыллы йылдарҙа Темәстә йәшәүсе, ш унда уҡ һуңғы төйәген табыусы күренекле йәмәғәт эшмәкәре
       Шаһишәриф Матинов тураһында бик аҙҙарға ғына мәғлүм.
       Үҙенең үҫмер йылдары тураһында һөйләгәндә Зәки Вәлиди түбәндәгеләрҙе хәтерләп үтә: "Яҙын мин Үтәктән ҡайтҡанда, беҙгә атайымдың дуҫы, Дәүләт Думаһы ағзаһы Шаһишәриф
       Матинов киде. Атайымдың алдында ул миңә рус теле буйынса
       шөғөлләнеүемде дауам итергә кәңәш бирҙе, мәҙрәсәлә уҡытыуҙан файҙа булмаҫ, тине. Рус телендә бик яҡшы һөйләшеүсе был кеше миңә профессор Грушевскийҙың Украинаның үҙаллылыҡ өсөн хәрәкәтенә арналған һәм профессор Ковалевскийҙың милләт хоҡуҡтары проблемалары тураһындағы хеҙмәттәрен бүләк итте. Бының менән ул мине үҙ өлкәһенә, сәйәси эшмәкәрлеккә йәлеп итергә теләгәндер тип аңлайым".
       Кем һуң ул Шаһишәриф Матинов
       Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Беренсе һәм Икенсе Дәүләт Думаһы депутаты Шаһишәриф Матинов 1854 йылдың июнендә
       Ырымбур губернаһының Орск волосында хәлле ғаиләлә донъяға к илә. Уның атаһы - зауряд - хорунжий Миҙәтғәли дүртенсе тирмә
       старшинаһы булып хеҙмәт итә.
       Шаһишәриф Матинов Ҡазан губернаһында Ҡышҡар мәҙрәсәһен там амлағандан һуң Темәстең рус - башҡорт мәктәбендә уҡыта.
       Шул уҡ ваҡытта ул Темәстә йәшәүсе бер рус уҡытыусыһынан түләүле дәрестәр ала. Рус телен өйрәнеү өсөн бөйөк татар
       мәғрифәтсеһе Ҡәйүм Насыриҙың дәреслектәрен файҙалана, гәзит һәм журналдар алдыра, ҙур теләк менән рус әҙәбиәтен уҡый, һөйләшеү телен камиллаштыра. 1884 йылда аттестация
       үтеү һәм имтихандар тапшырыу өсөн Өфөгә килә, унда өйәҙ ахуны исеменә аттестация үтә.
       1890 йылда Дини идаралыҡ ағзаһы Ризаитдин Фәхретдин һәм тәржемәсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың рекомендациялары
       буйынса Мәкәрйә йәрминкәһенең (Түбәнге Новгород) ахуны итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан ахун вазифаһында Пермь губернаһының Ирбит йәрминкәһенә күсерелә. Тейешле ваҡытын хеҙмәт иткәндән һуң тыуған өйәҙенә ҡайтып, элекке эшен дауам
       итә.
       1901 йылда Ырымбур губернаторы уны Ырымбурға губерна канцелярияһы тәржемәсеһе һәм Карауанһарай ахуны вазифаһын бе рләштерергә саҡыра. Әммә Матинов был тәҡдимдән баш тарта.
       1906 йылда Ырымбур губернаһынан Беренсе Дәүләт Думаһына д епутат итеп һайлана, әммә тиҙҙән Беренсе Дума тарҡатыла һәм Матинов тыуған өйәҙенә ҡайтып, тағы ла ахун вазифаһында эшләй башлай.
       1913 йылда "Тарихтан бер көндөң" геройы Орск өйәҙенең Земство идаралығы ағзаһы итеп һайлана һәм 1917 йылдағы Февраль революцияһына тиклем өйәҙҙең мәғариф эштәренә идаралыҡ итә. Бик ҙур ауырлыҡтар аша үтеп, башҡорт
       ауылдарында мәктәптәр асыуға өлгәшә, уларҙы уҡытыусылар менән тәьмин итә. Башҡорт - татар гимназиялары һәм реаль училищеларҙың матди ауырлыҡ кисергән уҡыусылары өсөн стипендия бүленеүгә ирешә.
       Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда Матинов Зәки
       Вәлидов хөкүмәтендә мөфтөй итеп һайлана. Шаһишәриф Миҙәтғәли улының кандидатураһы Бөрйән - Түңгәүер кантоны рәйесе вазифаһына ла тәҡдим ителә, тик Граждандар һуғышының башланыуы быға ҡамасаулап өлгөрә.
       1919 йылдың 2 февралендә Матинов тиф менән ауырый һәм вафат була. Һуңғы юлға уны, Башҡортостан мөфтөйө булараҡ,
       бик хөрмәтләп оҙаталар. Процессияны Муса Мортазиндың һыбайлылары оҙатып бара. Йәмәғәт эшмәкәренең ҡәбер ташында "Ахун Шаһишәриф Матинов. 1854 - 1919 йй." тип
       уйып яҙылған.
       Шаһишәриф Матинов башҡорт демократия хәрәкәтенең күренекле йәмәғәт эшмәкәре булып тора. 1917 йылдағы революциянан һуң ул Зәки Вәлиди яғын һайлай һәм Башҡортостандың дәүләт үҙаллылығы өсөн көрәшкә илһам биреүселәрҙең береһе була.
       Дәүләт Думаһы депутаты булған сағында уҡ ул юғары трибунанан тороп башҡорт халҡының үҙ ерҙәренә һәм тәбиғәт байлыҡтарына хужа булырға тейешлеге тураһында һөйләй, мөһим
       йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Шаһишәриф Матинов демократия позицияларын яҡлай һәм үҙ халҡының мәнфәғәттәре һ ағында тора. Ул үҙ аҡсаһына мәктәп һәм китапханалар төҙөй, талантлы үҫмерҙәрҙе Ырымбур һәм башҡа ҡалаларға уҡырға ебәрә.
       Баймаҡ районы аҡһаҡалдарының береһе Ғ. Бураншин 1918 йылда яңы мәктәп асыу тантанаһында уның менән осрашыуы
       тураһында хәтерләй. Уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, Шаһишәриф М атинов түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: " Беҙҙең халыҡтың яҙмышы һәм киләсәге белемле кешеләр ҡулында. Шуға күрә һеҙгә белемгә ынтылырға, уҡырға һәм профессиональ кимәлегеҙҙе күтәрергә кәрәк".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал