6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Бөйөк астроном "Урал бөркөтөн" дауалай
02.02.06


       1918 йыл башында Граждандар һуғышының Башҡортостан территорияһы аша ла үткән Көнсығыш фронты төп фронтҡа
       әйләнә. Көнсығыш фронтын нығытыу буйынса тәү сираттағы сара булараҡ, коммунистарҙы мобилизациялау иғлан ителә.
       Бында килеүселәр араһында Көнсығыш фронтының сәйәси комиссары һәм Реввоенсовет ағзаһы итеп тәғәйенләнгән Павел Карлович Штернберг та була.
       Павел Карлович Октябрь революцияһына тиклем үк күренекле ғалим - астроном булараҡ таныла. Ғалим эшләгән Мәскәү обсерваторияһында большевиктарҙың ҡорал склады урынлаша. Павел Карловичтың көрәштәштәре уның һалҡын ҡанлылығы һәм
       тапҡырлығы тураһында һөйләй. Бер ваҡыт обсерваторияға тентеү яһау маҡсаты менән полицайҙар килеп инә. Астрономия профессоры саҡ ҡына ла юғалып ҡалмай, уларға асыулы ҡиәфәт м енән ҡысҡырырға тотона: "Һеҙҙең тәндәрегеҙҙән температура күтәрелә һәм маятниктың сайҡалыуын үҙгәртә, хәҙер бөтә Рәсәй
       буйынса дөрөҫ ваҡыт боҙоласаҡ!" Шаҡ ҡатҡан полицейскийҙарға
       Рәсәйҙә "ваҡытты боҙмаҫ өсөн" обсерваториянан сығып
       китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
       Революционер РСДРП - ның Мәскәү комитеты менән тығыҙ бәйләнештә була, Ҡыҙыл гвардияның Үҙәк штабы ағзаһы, Мәскәү губернаһының хәрби комиссары булараҡ, 1917 йылғы октябрь һуғыштарына әҙерлек эше алып бара. В. И. Ленин һәм Н. К. Крупскаяла уның йәшерен адресы һаҡлана: "Мәскәү", "явк а", Пресня. Астрономия обсерваторияһы, Павел Карлович Штренберг".
       Шул уҡ ваҡытта үҙен уратыусы кешеләр, айырыуса жандармдар
       өсөн тәжрибәле конспиратор бары тик ғалим, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн ҙур мөмкинселектәр асҡан гравиметрик тикшереү ойоштороусыларҙың береһе булып ҡала. Уның астрофотография буйынса эштәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бөтә
       донъяға билдәле Дәүләт астрономия институты бөгөн юҡҡа ғына
       П. К. Штренберг исемен йөрөтмәй...
       Һәм 1918 йылдың сентябрендә ул Көнсығыш фронтҡа килә.
       2 - се армия командующийы В. И. Шорин һәм Реввоенсовет ағзаһы Сергей Иванович Гусев менән бергә сәйәси комиссар
       хәрби дисциплинаны нығытыуға ирешә.
       1919 йылдың февралендә полк командиры, Өфө коммунисы, эшселәр "Урал бөркөтө" тип йөрөткән Александр Чеверев ауырып китә. Павел Карлович уны һауыҡтырыу өсөн барыһын да э шләй.
       Йәшерен эш алып барыу шарттарында Штернбергтың үҙенең һаулығы ла шәптән булмай. 1919 йыл башында Реввоенсовет ултырыштарының береһендә уның тамағынан ҡан китә.
       1919 йылдың 24 авгусында Павел Карлович Өфөнән ҡыҙына хат
       яҙа: "Мин бөтөнләй насарландым, һәм мине ике аҙнаға урынға һалып ҡуйҙылар, хәҙер аяҡҡа баҫтым инде, әммә бөтөнләй хәл юҡ, көскә йөрөйөм".
       Әммә ул оҙаҡ дауаланмай: кире фронтҡа барырға ризалыҡ ала . Үҙәк Комитет Штернбергты армияның ғына түгел, тотош Көнсығыш фронтының РВС ағзаһы итеп ебәрә.
       Октябрь аҙаҡында ул фронттан, Өфөнән ҡыҙына хат яҙа: "Фронтта эштәр яҡшы бара, тиҙҙән Омскиҙа булырға ниәтләйбеҙ" .
       Ҡыҙыл Армия дошманды эҙәрлекләп барып Себерҙе азат итә. Ҡ ыҙылармеецтар янында фронт комиссары ла була. Иртыш аша сыҡҡан ваҡытта бер автомашина һыу аҫтына китә. Павел Карлович машинанан сығып өлгөрә, әммә һыуыҡ тейҙерә.
       6 декабрҙә ул Өфөнән яҙа: "Мин Омскиҙан ҡайтҡас ауырып йығылдым, үпкәләр ялҡынһынған. Врач әйтеүенсә, өс аҙна
       самаһы ятырға тура киләсәк", - 11 декабрҙә хатына былай тип өҫтәй: "Врачтар миндә плеврит та тапты, тимәк ауырыу өс ай тирәһенә һуҙыласаҡ".
       Ышаныуы ҡыйын, әммә ошондай хәлдә лә фронт комиссары үҙенең эштәре менән шөғөлләнеүен дауам итә, Көнсығыш фронт ч астәрен аҙыҡ - түлек менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса эшләй.
       Сир сигенергә теләмәй. 1920 йылдың 4 ғинуарында Павел
       Штернбергты бик ауыр хәлдә Өфөнән Мәскәүгә оҙаталар. Әммә у нда иң яҡшы врачтар ҙа уны ҡотҡара алмай. 31 ғинуар төнөндә күренекле ғалим, революция һалдаты, хәрби комиссарҙың йөрәге
       тибеүҙән туҡтай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал