6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Бушлай һәм сифатлы дауаланасаҡбыҙ
02.02.06


       Түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһенә эләккән ябай кеше башта, ғәҙәттә, юғалып ҡала, һуңынан йүтәлләүсе һәм асыулы сиратта бер - ике сәғәт ултырғандан һуң, кешелек йөҙө н юғалтыуға яҡынлаша. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иң йомшаҡ күңеллеләре врачтар тураһында ла иҫкә ала: бахырҙар, нисек аҡылдан яҙмайҙар икән! Шул тиклем ауыр эш һәм шундай түбән эш хаҡы!
       Хәҙер Башҡортостанда медицина персоналының эш хаҡын ғына түгел, "һаулыҡ һаҡлауҙың көсһөҙ яҡтарын да" үҙ контроле аҫтына аласаҡ "Сәләмәтлек" милли проекты үҙ көсөнә ингәндән һуң, өҫтә һүрәтләнгән күренеш көнүҙәк булыуҙан туҡтар, моғайын.
       Халыҡҡа медицина ярҙамы юғары технологиялы һәм юғары һөҙөмтәле булырға тейеш, тип белдерҙе БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов. Бының өсөн бөгөн эшләүсе үҙәктәрҙе медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү генә етмәй,
       яңыларын да төҙөү кәрәк. Бынан тыш ҡала һәм район дауаханаларын кадрҙар менән тәьмин итеү мотлаҡ - был инде эш
       башлауға саҡырыу ғына түгел, проект сиктәрендә әйтелгән йүнәлештә тәүге аҙымдар яһау. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт
       медицина университеты һәм белем биреү учреждениелары
       тарафынан бөгөн 600 - ҙән ашыу врач һәм 800 тирәһе башҡа медицина хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә һәм ҡабаттан уҡытыу
       тураһында саралар үткәреү ҡаралған.
       - Йөклө һәм бала табыу ваҡытында ҡатын - ҡыҙҙарға медицин а ярҙамы күрһәтеүсе учреждениеларҙы әҙерләү тураһында ла оноторға ярамай. Бөгөн һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын йыһазландырыу, бала табыу йорттарын дарыу менән тәьмин итеү өсөн барыһы ла эшләнә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү тураһында әйтергә лә түгел, - тип һөйләй Шәмиғолов.
       Министр был сараларҙың инфекция ауырыуҙарын, балаларҙың ү лем осраҡтарын, ваҡытлыса эшкә һәләтлекте юғалтырға мәжбүр и ткән ауырыуҙар буйынса күрһәткестәрҙе кәметергә, ауыр хроник патологиялы ауырыуҙарҙың ғүмерен оҙайтырға, нәҫелдән
       килгән сирҙәр буйынса инвалидлыҡты иҫкәртергә мөмкинселек
       бирәсәк, тип ышаныс белдерә.
       - Әгәр пландар тормошҡа ашһа, 2008 йылға бушлай дауалау
       курстары үтеүсе рәсәйлеләр һанын дүрт тапҡыр арттырырға мөмкин буласаҡ. Тимәк медицина ярҙамы ла арзаныраҡ һәм юғары кимәлдә була, халыҡтың йәшәү сифаты яҡшыра, тигән һүҙ.
       Өҫтәүенә алда һанап үтелгән сараларҙы башҡарыу илдә медицина фәне һәм техникаһы үҫеше өсөн этәргес көс ролен үтәй, төбәктәрҙә белгестәр һанын һаҡларға һәм арттырырға мөмкинселек бирәсәк, - ти Фәнил Булат улы.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сәлиә Мырҙабаева
       әйтелгәндәргә ҡушып, "Сәләмәтлек" милли проектын тормошҡа а шырыу "халыҡ араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау" буйынса киң күләмдә мәғлүмәт кампанияһы
       үткәрергә мөмкинселек бирәсәк, тип өҫтәне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал