6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Саңғысылар байрамға әҙерләнә
02.02.06


       Бишенсе февралдә Рәсәйҙә күмәкләшеп саңғыла уҙышыуҙар ойоштороласаҡ. Был спортты яратыусы меңләгән кеше 24 - се тапҡыр бөтә Рәсәй стартына баҫырға йыйына. Уның уникаль географияһы ( 45 ҡала һәм 450 мең ҡатнашыусы) был байрамға донъяла иң ҙур саңғысылар акцияһы тип аталырға мөмкинселек бирә. Башҡортостан да был саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Саңғысыларҙың һуҡмағы быйыл Өфө һәм Октябрьский ҡалалары аша
       үтә. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР физик культура, спорт һәм туризм
       министры Владимир Самородов һәм Өфө ҡала округы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Александр Никерин ошо турала һөйләне.
       Алда көтөлгән байрам - сәләмәт тормошто яҡлау акцияһы ғын а түгел, илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтар берҙәмлеге ул. Был ярышта
       иң мөһиме - ҡатнашыу, үҙеңде бөйөк көстөң бер өлөшө итеп то йоу.
       Башҡортостанда стартҡа 20 меңдән ашыу кеше сығасаҡ. Үткән йылда ошондай уҡ ярыш үткән Октябрьский ҡалаһынан уҙышта ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән бер нисә мең заявка алынды ла инде. 10 мең номер алған ойоштороусылар майкалар барыһына ла етмәүе ихтимал, тип хәүеф белдерә.
       Өфө иһә бындай байрамда тәүгә ҡатнаша. Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙышта ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
       барыһы ла эшләнде. Өфөлә был байрам ике этапта үтәсәк. Башта күмәк старттар Өфөнөң бер нисә районында үтә: Киров районында сәғәт 14. 00 - дә "Ҡояшлы" пляжынан ике мең самаһы
       кеше сығасаҡ. Дим районында 1500 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Совет районы саңғысылары стартҡа Ботаника баҡсаһы эргәһенән сәғәт 12 - лә ҡуҙғала. Октябрь районында - сәғәт 1 - ҙә Ҡашҡ аҙан күле эргәһенән 1500 ярышсы сығасаҡ.
       Икенсе этап бишенсе февралдә "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу
       комплексы трассаһында ойошторола. Бында Башҡортостандың иң көслө саңғысылары ҡатнашырға йыйына. 2006 метрға VIP - уҙыш та планлаштырыла. Унда 300 тирәһе кеше ҡатнашыуы
       көтөлә. Был шоу Туринда үтәсәк Олимпиадаға арналасаҡ.
       Ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла приз вәғәҙә итә. Һәр саңғысыға физик культура һәм спорт буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Вячеслав Фетисовтың ҡултамғаһы ҡуйылған сертификат тапшырыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал