6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Реклама әҙәп сиктәренән сығырға тейеш түгел
02.02.06


       - 2005 йылдың Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер гәзи т һәм журнал биттәрендә алкоголь һәм тәмәке продукцияһын рекламалау ҡыҙыу барҙы. Һәм йыш ҡына бер баҫмала бер нисә
       реклама күрергә мөмкин ине, - тип борсолоуын белдерә Зөлфирә Аҡбашева. Законды күрәләтә боҙоу осрағы һирәк түгел.
       Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы е тәксеһе килтергән миҫалдарҙың береһе - "Metro Cash and Carry . Лучшие цены" тышҡы рекламаһы һәм компанияның 15 градустан ҡатыраҡ спиртлы эсемлектәрҙе рекламалаусы проспекттарына ҡағыла.
       Беренсе осраҡта беҙ ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттәр
       менән эш итәбеҙ, сөнки иң яҡшы" (лучшие) терминын документаль йәһәттән раҫлау мөмкин түгел. Икенсеһендә ҡағиҙә
       боҙоу алкоголле эсемлектәрҙе рекламалауға бәйле: реклама
       майҙанының 50 проценты пропагандаға ҡаршы йүнәлештә булырға тейеш тигән ҡағиҙә үтәлмәү генә түгел, проспекттарҙа "алкоголле эсемлектәрҙе саманан артыҡ ҡулланыу сәләмәтлеккә зыян китерә" кеүек иҫкәртеүҙәр ҙә юҡ. Зөлфирә Аҡбашева әйтеүенсә, "Метро Кэш энд Керри" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата реклама тураһындағы законды боҙоу буйынса енәйәт эше асылған.
       Ә телевидениела балаларҙың көтөп алған Ҡыш Бабайының
       унитаз өҫтөндә ултырыуын һүрәтләүсе реклама Ә, әйтәйек, би к үк ихлас күңелдән булмаған бушлай кредит вәғәҙә итеү йәки 70
       процент ташлама менән һатып алырға ашығырға саҡырыуҙар Был исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә була. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы ошоноң менән
       шөғөлләнә лә инде. Тауар баҙарында конкурентлыҡ, финанс хеҙмәтләндереү баҙары, тәбиғи монополия һәм реклама тураһындағы закондың һаҡланыуын күҙәтеү һәм контролдә тотоу - Зөлфирә Аҡбашева етәкләгән ведомство эшмәкәрлеге ошонан ғибәрәт.
       Үткән йылда ғына республика антимонополистары монополияға
       ҡаршы закон һәм реклама тураһындағы закондарҙы боҙоу буйынса 304 эш асҡан, 188 тикшереү үткәргән, 24 тауар баҙарында конкурентлыҡ мөхитенең хәл - торошон анализлаған. Бынан тыш төрлө инстанция судтарының 40 эш буйынса ултырыштарында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Кон ституцион суды ултырышында ҡатнашҡан.
       2005 йылда "Конкуренция тураһында" законды боҙоу буйынса 82 эш асылған. Шул уҡ ваҡытта башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан монополияға ҡаршы закондарҙы боҙоу таралыу ала - был темаға ҡараусы 23 эш асылған, улар иҫәбендә субъекттарҙың хужалыҡ эшмәкәрлегенә нигеҙһеҙ рәүештә ҡамасаулау (13), нигеҙһеҙ рәүештә льгота һәм өҫтөнлө к биреү (4), хужалыҡ итеүсе субъекттарға власть функциялары тапшырыу (2) теркәлгән, тип билдәләне Зөлфирә Хәбибулла ҡыҙы .
       Намыҫһыҙ конкурентлыҡҡа бәйле эштәр һаны ла арта - 2005 йылда уларҙың һаны 9 - ға еткән. Бында хужалыҡ итеүсе субъектҡа йәки уның абруйына зыян килтереүгә һәләтле ялған, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр таратыу, ҡулланыусыларҙа
       тауар тураһында хата фекер булдырыу, тауарҙы һатҡанда интеллектуаль эшмәкәрлек йомғаҡтарын законһыҙ файҙаланыу кеүек факттар билдәләнә.
       2005 йылдың тағы бер ҡаҙанышы - реклама буйынса эксперт советы булдырыу. Һөйләшеүгә саҡырылған белгестәр теге йәки был рекламаның әҙәп сиктәренә тап килеү - килмәүен билдәләйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал