6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

2005 йылда бензин 15 процентҡа артҡан
02.02.06


       Башҡортостандың бензин етештереүселәре үткән йылдың декабрь айында үҙ продукцияһына хаҡты төшөрөү буйынса Рәсәйҙә рекорд ҡуйҙы. Башҡорт етештереүселәренең бензинға
       ҡуйған хаҡы декабрь айында 26, 2 процентҡа кәмене, был ил буйынса иң юғары күрһәткес. РФ Федераль дәүләт статистика
       хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2005 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының 13 субъектында ғына бензинға хаҡ төшөүе күҙәтелгән. Әммә кәметеү дәрәжәһе лә төрлө урында төрлөсә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә һәм Татарстанда хаҡтар ни бары бер процентҡа төшкән. Алты төбәктә бензинға хаҡтар ноябрь айы кимәлендә һаҡланған, Рәсәйҙең бер төбәгендә лә бензиндың ҡиммәтләнеү осрағы теркәлмәгән.
       Тотош Рәсәй буйынса етештереүселәрҙең бензинға хаҡы 2005 йылдың декабрь айында ноябрь менән сағыштырғанда 11,8 процентҡа кәмегән һәм литры уртаса алғанда 7,15 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Росстат. Етештереүселәрҙең А - 76 марка лы бензинға хаҡтары 11,6 процентҡа кәмегән һәм литрына 6,45 һум, Аи - 92 - 14, 1 процентҡа - литры - 6,99 һум, Аи - 95 м аркаһы - 6,5 процентҡа - литры - 8,02 һум тәшкил иткән. Дизе ль яғыулығына етештереүселәрҙең хаҡтары 5,2 процентҡа кәмегән һәм литры
       9,96 һумға еткән.
       Әммә, дөйөм алғанда, үткән йылда етештереүселәрҙең бензин
       һәм башҡа төр яғыулыҡҡа хаҡтары байтаҡҡа артыуы билдәләнә. Бензинға хаҡтың - 18,1 процентҡа, дизель яғыулығына - 24,6 процентҡа, нефткә - 40,9 процентҡа артыуы күҙәтелә.
       Хәҙер етештереүселәр ҡуйған һәм ҡулланыусылар өсөн хаҡтар
       араһындағы айырмаға туҡталайыҡ. Ҡулланыусылар өсөн төрлө маркалы бензинға Рәсәй буйынса уртаса хаҡтар декабрь айында етештереүселәрҙең хаҡтарынан 2,2 - 2,4 тапҡыр артығыраҡ булған. Федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй
       Федерацияһының һигеҙ субъектында декабрь айында ҡулланыусылар өсөн хаҡтар артҡан. Уның айырыуса Төмән өлкәһендә артыуы билдәле ( 1, 7 процент). Ноябрь айы менән сағыштырғанда, бензинға хаҡтар 47 төбәктә үҙгәрешһеҙ ҡалған.
       РФ 33 субъектында бензинға хаҡтар киреһенсә төшкән. Декабрь
       айында Рәсәйҙә ҡулланыусылар өсөн бензинға хаҡ уртаса алғанда 0,1 процентҡа кәмегән.
       Ә бына тотош 2005 йылды ҡараһаҡ, Рәсәйҙә ҡулланыусылар өсөн бензинға хаҡ 15,8 процентҡа, дизель яғыулығына - 23, 2 процентҡа артҡан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал