6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

"Таҙартыу" өсөн яуап бирҙеләр
02.02.06


       Благовещенда булып үткән милиция "таҙартыуы" өсөн ғәйепле
       тип табылыусы өс эшҡыуарға Благовещен район суды хөкөм сығарҙы. Был хәлдәрҙең 2004 йылдың декабрендә башланыуы
       хәтерегеҙҙәлер. "Төшөрөп" алған өс ир- егет, Олег Катаев, Виктор Героев һәм Ринат Исланов милицонерҙарҙың документ
       күрһәтеүҙе талап итеүҙәренә тупаҫ яуап бирә һәм һуғыш ойоштора. Тағы 30 - 40 - лап кеше бизнесмендарға ярҙамға ташлана. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан бар эргәһендәге уҫмаҡлашыуҙа, тревога буйынса күтәрелгән милиция нарядын да иҫәпкә алғанда, бөтәһе 70 - ләп кеше ҡатнаша. Һөҙөмтәлә дүр т милиция хеҙмәткәре дауаханаға эләгә, өс эшҡыуарға енәйәт э ше асыла, ҡалала иһә билдәле "таҙартыу" эше башлана. Был тур ала беҙҙең гәзит бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайны инде.
       Благовещен район суды рәйесе Әғиән Ғәлиевтың "БАШвестЪ" г әзитенә белдереүенсә, ғәйеплеләрҙең икәүһе - Олег Катаев һәм
       Ринат Исланов шартлы яза менән ҡотолоп ҡалған. Тәүгеһе өс й ыл һынау ваҡыты менән ике йылға хөкөм ителгән һәм 50 мең һум күләмендә штраф түләргә тейеш, икенсеһе шулай уҡ өс йыл һынау ваҡыты менән өс йылға хөкөм ителә. Виктор Героев иһә ике йыл ярымға иркенән мәхрүм ителә. Хөкөм ителеүсе суд
       залында уҡ ҡулға алынды.
       - Өсөһө лә алған язаларына лайыҡ, тип иҫәпләйем, - тине су д сығарған хөкөм тураһында Әғиән Ғәлиев.
       Әммә әлегә хөкөм үҙ көсөнә инмәгән, һәм ғәйеплеләрҙең адвокаттары Юғары судҡа ялыу менән мөрәжәғәт итә ала.
       Вазифа биргән мөмкинселектәрен арттырып файҙаланыуҙа ғәйепләнеүсе һигеҙ милиционер хаҡында һүҙ йөрөткәндә, эште
       ҡарау тағы ла кисектерелде. Был юлы, тип хәбәр иттеләр "БАШвестЪ" гәзитенә Благовещен район судында, сәбәп ғәйепләнеүселәрҙең береһе икенсе адвокат һайлауында, уныһы әлегә эш материалдары менән танышып өлгөрмәгән.
       - Үҙ яғыбыҙҙан беҙ процесты тиҙләтеү өсөн мөмкин булғанды ң барыһын да эшләйбеҙ, әммә унда ҡатнашыусылар күп, шуға күр ә тикшереү эшен кисектереү өсөн мөмкинселектәр ҙә етерлек, -
       ти Благовещен район суды рәйесе. - Һигеҙ милиционерға ҡарат а асылған эште берләштерергә кәрәкмәй ине. Айырым - айырым беҙ уларҙы ҡарап бөткән булыр инек инде.
       Был енәйәт эше буйынса сираттағы, унынсымы, ун беренсеме - тыңлауҙар 13 февралгә тәғәйенләнде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал