6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Байрамдар

Башҡортостанда Сыуаш әҙәбиәте көндәре бара
27.11.03


       Сыуаш шиғриәте Башҡортстанда тыуып, ошонда нығынды тиһ әм, сыуаш халҡы үпкәләмәҫ тиеп уйлайым. Ни өсөн тигәндә тап Бәләбәй районының Һылыҡбаш ауылында сыуаш халҡының тәүге
       яҙма әҫәрен - "Нарспи" поэмаһын яҙыусы Константин Иванов т ыуған, Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Ухсай ҙа сығышы менән ошо ауылдан. Улар икәүһе лә Константин Иванов геройҙары - бер береһенә ғашиҡ Нарспи һәм Сетнер йөрөгән һуҡмаҡтарҙы та паған...
       19 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостанда Сыуаш әҙәбиәте көндәрен тантаналы асыу булды . Кисәлә Башҡортостандың, Сыуаш Республикаһының билдәле дәүл әт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күренекле шағирҙары, сәнғәт оҫталар ы сығыш яһаны.
       БР Хөкүмәте Премьер -министры урынбаҫары , мәҙәниәт һәм
       милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов һәм Сыуаш Республик аһы министрҙар кабинеты рәйесе урынбаҫары Валерий Андреев ик е халыҡ араһында йәшәп килгән дуҫлыҡ, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт ө лкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында әйтеп үтте. Валерий Андреев Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәримгә һәмРауил Бик баевҡа сыуаш республикаһы Президенты Указы менән Сыуаш Респу бликаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Ике республиканың Яҙыусылар союзы идаралары рәйестәре Рауил Бикбаев һәм Валерий Турғай башҡорт һәм сыуаш әҙәбиәттәре ара һындағы оҙаҡ йылдар йәшәп килгән дуҫлыҡ, ижади бәйләнештәр х аҡында һөйләне.
       Сыуаш Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре бу йынса министр урынбаҫары Михаил Краснов ике халыҡ дуҫлығын ю ғары баһаланы. Башҡортостанда йәшәүсе милләттәштәре хаҡындағ ы хәстәрлек, ихтирам өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостанда Сыуаш әҙәбиәте көндәренә арнап "Китап" нәшриә те "Сильбий шишмәләре" тип исемләнгән китап нәшер итте. Был йыйынтыҡҡа Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсе сыуаш шағирҙарын ың һәм башҡорт шағирҙарының сыуаш теленә тәржемә ителгән әҫә рҙәре ингән.
       "Китап" нәшриәте директоры Азамат Урманшин ҡәҙерле ҡун аҡтарға ошо китапты бүләк итте. Сәхнәгә бер бер артлы күтәрелгән башҡорт шағирҙары Марат кәр имов, Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Александр Филиппов,
       Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер, сыуаш шағирҙары Р әйсә Серби, Виктор Овчаров үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
       Кисәлә шиғырҙар йыр-моң, бейеү менән аралашып барҙы. Ру шан Биктимеров һәм Азамат Биксуриндың ҡурай моңдарын, Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәр тле бееүҙәрен, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделмәнов, Сыуаш дәүләт академия капеллаһы солисы Вяч еслав Вяхтеркин,Сыуаш республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Елена Соловьеваның сығыштарын яратып ҡабул иттеләр.

24.11.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал