6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Халыҡ яҙмышындағы мөһим документ
02.07.03


       1863 йылдың 14 майында Рәсәй дәүләте составында башҡорттарҙы ң хоҡуҡи хәлен билдәләүсе мөһим документ - "Башҡорттар тураһ ында положение" ҡабул ителә.УЛ 1917 йылдың октябренә ҡәҙәр ғ әмәлдә була. Документты 1861-1862 йылдарҙа Ырымбур генерал- губернаторы А. П. Безак эшләй һәм ул Александр - 2 тарафына н раҫлана. Закон ике бүлектән: мишәр, типтәр, бобыль һәм баш ҡорттарҙың бер өлөшөнә (хәрби хеҙмәткә йәлеп ителмәгән канто ндар) ҡарата ҡулланылған "Башҡорттар тураһында положение"нан һәм б ашҡорттарға ғына ҡағылған "Башҡорттар менән идара итеү ҡағиҙ әләренән" тора. "Башҡорттар тураһында положение"ға ярашлы, Башҡорт ғәскәре бөтөрөлә, ә унда хеҙмәт итеүселәр (хәрби хеҙ мәткә йәлеп ителгән башҡорт кантондарынан тыш) граждандар ве домствоһына күсерелә һәм, Рәсәй крәҫтиәндәре кеүек үк, ауыл обывателдәре хоҡуғын ала. Башҡорттар төрлө алыш-биреш, күсем ле һәм күсемһеҙ мөлкәтте шәхси милек итеү, сәнәғәт һәсм сауҙ а йорттары асыу һәм тотоу,һөнәрселек менән шөғөлләнеү, башҡа
       сословиеларға күсеү, йәшәгән урынынан икенсе ергә сығыу, д әүләт хеҙмәте эштәренә урынлашыу хоҡуғына эйә була. Башҡортт ар һәм припущенниктарҙы хәҙер мөлкәтенән һәм башҡа ошондай хоҡуҡтарҙан сикләү, уларҙы язаға тарттырыу суд йәки ауыл йә мғиәте, шулай уҡ хөкүмәт ҡарарҙарынан тыш башҡарыу ҡәтғи тый ыла. Башҡорт феодалдары һәм дин әһелдәре Рәсәйҙең үҙәк губер наларының шундай уҡ ҡатламдары менән тиңләштерелә. Хөкүмәт б ашҡорттарҙы ергә аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе хәүефле ти п таный. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре уларҙың бәхәсһеҙ милеккә
       хоҡуғы итеп билдәләнелә. башҡорттар мираҫ мәсьәләләрен урындағы йолалар буйынса хәл и ткән. Мираҫ бүлеү буйынса теге йәки был йоланың булыуы ауыл сходтарында раҫланған. Бәхәсле осраҡтар суд тәртибендә хәл ителгән. Мираҫҡа дәғүә и теүселәр булмаған ваҡытта ул йәмғиәт ҡарамағына күскән. башҡорт урмандарын, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу, башҡорт ерҙәрен һатыу һәм арендаға биреү буйынса ла Положениела махс ус бүлектәр ҡаралған.
       Ағас ҡырҡыу һәм әҙерләү махсус билдәләгән урындарҙа ғына б ашҡарылған. Мәҫәлән, ҡарағасты 50, ылыҫлы ағастарҙы 100 йыл дан һуң ғына киҫеү рөхсәт ителгән. Баш-башталыҡ була ҡалһа, аҫаба башҡорттар кеүек үк припущенниктар берҙәй үк яуапҡа та рттырылған. Башҡорттарҙы гражданлыҡ ведомствоһына күсереү кантондарҙы ҙу райтыу юлы менән алып барыла. Кантондарҙың һаны 28-ҙән 11-гә
       тиклем кәметелә.
       "Башҡорттар тураһында положение"ны тормошҡа ашырыу өсөн айы рым идаралыҡ булдырыла, ул дөйөм һәм кантон идаралыҡтарына б үленә. "Башҡорттар менән айырым идара итеү ҡағиҙәләре"нә яра шлы кантон системаһы бөтөрөлгәнгә тиклем дөйөм идаралыҡ яры м-хәрби, ваҡытлы характерҙа ҡала. Ул башҡорт ғәскәренең хәрб и аппараты һәм попечителдәре урынына ойошторола, хужалыҡ, ад министратив, земство һәм хәрби йөкләмәләр, контроль һәм ваҡы тлы хәрби бүлектәрҙән тора. Дөйөм идараның башына хәрби губ ернаторға һәм хәрби министрға буйһоноусы башҡорттарҙың мөдир е етәкселек иткән. 1863 йылдың авгусында кантон начальниктары, башҡорттарға һәм
       припущенниктарға 14 майҙағы положениены иғлан итеп, ауыл һә м волость йәмғиәттәрен ойоштороу һәм вазифалы кешеләр һайлау
       тамамлана. бөтәһе 808 ауыл һәм 130 волость йәмғиәте төҙөлә . Уларҙың староста һәм старшиналары булып, нигеҙҙә, хәлле ба шҡорттар билдәләнгән. Кантондар системаһын бөтөрөү һәм башҡо рттарҙы граждандар сословиеһына күсереү 1861 йылдағы крәҫтиә ндәр реформаһының төп өлөшөн тәшкил иткән. Ул урындағы халы ҡты хәрби феодаль иҙеүҙән ҡотҡара һәм төбәктә капиталистик үҫеш мөнәсәбәттәренә юл аса. Ә " Башҡорттар тураһында поло жение" башҡорттарҙың хоҡуҡи нигеҙен конституция әһәмиәтендә көйләүсе тәүге хоҡуҡи акт була.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал