6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Кремлгә. Путин янына
02.02.06


       Владимир Путиндың быйылғы матбуғат конференцияһы бығаса кү релмәгән аншлаг менән үтте. Меңдән ашыу Рәсәй һәм сит ил журналистары, дәүләт башлығы менән өс сәғәт ярым аралашыу, п резидентҡа 65 журналист тарафынан бирелгән 140 һорау.
       Конференция үтәсәк залға эләккәнгә тиклем журналистарға ө с тикшереү үтергә тура килде - башта Спасский ҡапҡаһына ингә н урында документтарҙы күрһәттек, Кремль ихатаһында 15 минут самаһы сират көттөк, бинаға инер алдынан тағы ла документтар
       тикшереү, сумкаларҙы ҡарау, һәм һуңғы этап - залға ингән урында - тағы ла документтар, сумкалар һәм металл эҙләүсе аш а үтеү.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, түҙерлек. Домодедовола, мәҫәлән, пассажирҙарҙы тентенеләр ҙә әле. Хәйер, аэропорттың хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре беҙҙең был йәһәттән инабатлы булыуыбыҙҙы - Путин янынан ҡайтып килеүебеҙҙе белмәйҙәр бит!
       Конференция залында 160 телеобъектив алдында сараның башланғанын көтәбеҙ - әле бер сәғәт самаһы ваҡыт бар. Төп ньюсмейкерҙы көткән арала төбәктәрҙән килгән телевидение
       хеҙмәткәрҙәре Рәсәй тележурналистикаһында эшләүселәрҙән интервью ала. Мәҫәлән, Рәсәйҙең күп һанлы төбәк телекомпанияларының береһенә интервью биреүсе НТВ хәбәрсеһе Владимир Кондратьев күренеп ҡалды. Ә "Коммерсант" гәзитенең "Мин Путинды күрҙем!" һәм "Путин мине күрҙе! "
       исемле китаптары менән дан ҡаҙанған хәбәрсеһе Андрей Колесниковты йәш кенә журналисткалар уратып алған. Ул ҡыҙҙарға мауығып китеп нимәлер һөйләй, бәлки Путин тураһында
       нисек яҙырға өйрәткәндер...
       Залдың беренсе рәттәрендә урын биләү мөмкин түгел, сөнки унда "РФ Президентының матбуғат хеҙмәте" тип яҙылған табличкалар ҡуйылған. Хәйер, һуңынан унда федераль телеканал
       һәм гәзит вәкилдәре урынлашты.
       Матбуғат конференцияһы теп - теүәл билдәләнгән ваҡытында
       - Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 12 - лә башланды. Президент үткән йылдың ил өсөн ниндәй булыуы хаҡында һөйләне, һәм, ғөмүмән алғанда, уның йомғаҡтары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Беренсе булып һүҙ "Шесть соток" гәзите мөхәрриренә
       бирелде, баҡһаң, ул дәүләт башлығының инде өсөнсө матбуғат конференцияһын үҙенең һорауы менән беренсе булып аса икән.
       Владимир Путинға һорау бирергә дәғүә итеүселәрҙе өҫкә күтәрелгән ҡулдар буйынса уның матбуғат секретаре Алексей Громов билдәләне. Әммә матбуғат конференцияһының тура
       эфирҙағы өлөшө тамамланғас, был эште Владимир Путин үҙ ҡулына алды һәм кемдең һорауына яуап бирергә теләүен үҙе белдерҙе.
       Ҡулына "Һорау бирергә теләйем!" тип яҙылған плакат тотҡан ҡыҙ дәүләт башлығының иғтибарын йәлеп иткәс, залда ултырған барлыҡ "блондинкалар" исеменән ул Президентҡа йәш һәм матур көйө ҡалырға мөмкинселек биргән махсус средстволар менән файҙаланыу - файҙаланмауы тураһында һорау бирҙе.
       Махсус средстволар иҫәбенә спиртлы эсемлектәр инһә, мин улар менән файҙаланмайым, тип яуап бирҙе дәүләт башлығы. "Наркотиктарҙы ғөмүмән бер ҡасан да ҡулланманым, бер ваҡытта
       ла тәмәке тартманым, Спорт яратам һәм күп эшләйем. Был һәр
       кеше өсөн мөһим булған эске психологик хәл - торошто һаҡлар ға ярҙам итә". Һуңынан барлыҡ "блондинкаларға" сәләм тапшырырға ла онотманы Путин. Владимирҙан килгән журналист ҡыҙ ҙа һорау биреү бәхетенә иреште - , үҙе әйтеүенсә, Президентҡа был ҡаланың исеме оҡшай икән, шулай уҡ Санкт - Петербургтан килгән киң мәғлүмәт саралары вәкиленә һорау менән мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге бирелде.
       Ике сәғәт ярым аралашыуҙан һуң Президент, моғайын, был сараға килеүселәр памперс кеймәгәндер, тип урынлы билдәләне һәм бер нисә минутҡа тәнәфес иғлан ителде. Һуңынан ул тағы бер сәғәт дауамында журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
       Шулай итеп, был көндө Владимир Путиндың үткән рекорды 23 минутҡа арттырып ҡабатланды - 2004 йылда осрашыу ваҡытында у л журналистар менән өс сәғәт өс минут әңгәмәләшкәйне. 2007 йылда нимә көтөргә ҡала

Елена Макушина Путинды күрҙе.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал