6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өфө үҫә һәм үҫешә
01.02.06


       Өфөлә матди етештереү өлкәһе йылдам үҫешә, ҡала хужалығы тармаҡтары тотороҡло эшләй, инвестициялар күләме арта, социаль мәсьәләләр хәл ителә. Ҡаланың 2005 йылдағы социаль - иҡтисади үҫеш күрһәткестәре лә быға дәлил. Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Йосопова матбуғат конференцияһында ошо турала һүҙ алып барҙы.
       Үткән йылда Өфөнөң сеймал табыу һәм эшкәртеү предприятиелары буйынса продукция һәм хеҙмәтләндереү күләме 177 миллиард һум тәшкил иткән. 2004 йыл менән сағыштырғанда был 1,4 тапҡыр күберәк тигән һүҙ. 2005 йылда ҡала буйынса сәнәғәт етештереү индексы 105,7 процентҡа еткән . Финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә инвестициялар
       күләме алдан баһалау буйынса 26,7 миллиард һум тәшкил итәсә к. Ҡала инфраструктураһы үҫешендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып социаль - мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү ҡала . 2005 йылда финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм
       майҙаны 470 мең квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырлған.
       "Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға тиклем социаль -
       иҡтисади үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырылды. 2005 йылда уның сиктәрендә "Инорс - 7" биҫтәһендә мәктәп, Р. Ғарипов исемендәге 1 - се Башҡорт республика мәктәп - гимназияһы һәм Совет районындағы 26 - сы һанлы мәктәптең уҡыу корпустарын төҙөү тамамланды. Һәр мәктәп 825 урынлыҡ. Сипайлово, Шаҡша, Дим һәм Орджоникидзе райондарында дүрт физкультура - һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө. Фрунзе урамында РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе бинаһы, Крупская урамында - "Уралсибнефтепровод" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, К. Маркс урамында - БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҙәге корпусы ҡалҡып сыҡты. Киров районында "Метро Кэш энд Керри" сауҙа комплексы, Белореченский биҫтәһендә - шулай уҡ сауҙа үҙәге барлыҡҡа килде. Күп кенә биналарҙы реконструкциялау тамамланды. "СтеклоНит", "Өфөнефтехим", "УЗЭМИК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сәнәғәт пр оизводстволарында бер нисә ҡоролма сафҡа индерелде. Йыл башынан 32 километрҙан ашыу газ селтәре үткәрелгән, ҡала телефон селтәре ҡеүәте 41 мең номерға артҡан.
       Ҡулланыусылар баҙары һәм баҙар инфраструктураһы тотороҡло эшләй. Сауҙа селтәрендә тауар етерлек, һатыу күләмдәре арта
       бара. Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәләрендә эшҡыуарҙар һәм инвесторҙарҙың әүҙем эшмәкәрлеге һиҙелә. 2005 йылда тауарҙы ваҡлап һатыу әйләнеше 91 миллиард самаһы тәшкил иткән.
       2005 йылда бер кешегә уртаса айлыҡ эш хаҡы 9536 һум тәшки л иткән, был 2004 йыл менән сағыштырғанда 26,7 процентҡа күберәк.
       Эш хаҡын түләү буйынса бурыстар 6,2 миллион һумға кәмегә ­ һәм 2006 йылдың 1 ғинуарына 13,5 миллион һум тәшкил итә. Уның төп өлөшө - 12,6 миллион һум - "БАЛ" авиакомпанияһы бурысы. Ҡалған 900 меңе төҙөлөш һәм ауыл хужалығы ойошмаларына тура килә.
       Эшһеҙҙәр һаны 2004 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ меңгә, эшһеҙлек кимәле - 1,55 процентҡа кәмегән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал