6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Рок марафонда еңеүсе - музыка!
01.02.06


       Ошо көндәрҙә Өфөлә "Беҙҙекеләрҙе белегеҙ!" тигән исем аҫтында бишенсе рок - марафон үтте. Был төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтарҙы ғына түгел, "Zdob Si Zdub", "Ne. ru",
       "Crush Test", "Пупсы", "MD", "Lumen", "Год Змеи" һәм "Калип со" кеүек рок - төркөм лидерҙарын һәм фанаттарын берләштереү се ваҡиға булып торҙо.
       Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙенең сығышына рок - музыканттарға ғына хас булған яуаплылыҡ менән ҡараны. Рок - марафондың етди һынауға әйленеүен бер кем дә йәшермәне:
       музыкаль коллективтарҙың бурысы "тамашасыны ҡыҙҙырыуҙан" ты ш, ҡаршы яҡтың "һөжүмен дә" кире ҡағыу ине.
       Барыһының да ҡыуанысына ҡаршы, был еңел булмаған бурысты бар төркөмдәр ҙә үтәп сыға алды, тип әйтергә була. "Русское радионың" (проектты ойоштороусы) алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Константин Бережной һөйләүенсә, ошоға иҫәп тотолған да инде. Бөтә командалар ҙа көслө, ҡыҙыҡлы, билдәле һәм талантлы, һәр береһенең үҙ стиле һәм үҙҙәренә генә хас йөҙө бар.
       Икенсе нәмә тураһында ла оноторға ярамай: ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әүҙем тормош позицияһында тороусы йәш кешеләр,
       улар "наркотиктарға ҡаршы, гармониялы мөнәсәбәт һәм сәләмәт
       тормош яҡлылар". Проектты ойоштороусылар музыканттарҙың шәхси өлгөһө һәм энергетикаһы йәштәргә көслө йоғонто яһарға һәм алама ғәҙәттәрҙән арындырырға һәләтле тип ышана. Өҫтәүенә сәхнәнән мөхәббәте һаҡларға саҡырыусы йырҙар яңғыраны.
       Дуҫлыҡ мөхите сараны йылытыуға булышлыҡ итте. Музыканттар үҙҙәренең яратҡан йырҙарын башҡарҙы, тамашасылар менән әңгәмә ҡорҙо, һорауҙарға яуап бирҙе. Күптәре үҙҙәре тураһынд а мәғлүмәт менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, рок - марафонды
       асыусы "Lumen" төркөмө лидеры Рөстәм Булатов үҙҙәрен Өфөлә генә түгел, башҡа урындарҙа ла йылы ҡабул итеүҙәрен белдерҙе .
       Үткән йылдың яҙында беҙ Рәсәй буйлап тур үткәрҙек - шәп килеп сыҡты. Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа беҙҙе Өфөләге кеүек үк йылы ҡаршы алдылар. Аншлагтар шатландырҙы, әлбиттә. Артабан да шулай дауам итер тип өмөтләнәбеҙ.
       - Музыка минең төп эшем түгел, Аллаға шөкөр, мауығыу ғына , - ти "Год змеи" төркөмө йырсыһы Алексей Морковников. - Муз ыка төп шөғөлгә әйләнеүен теләмәҫ инем, ул саҡта ижад итеү т уҡтала һәм бары тик аҡса эшләү алымына әйләнә.
       "Год змеи" рок - төркөмөнөң ижады наркомандарға арнала ти п әйтергә мөмкин, улар йәш ғүмерҙәрен һәм яҡындарын "һуңғы доза" һәм "сираттағы кайфҡа" алмаштырыусылар тураһында йырлай. "Наркомания юҡҡа сыҡһа, нәмә хаҡында яҙырһығыҙ", - тигән һорау төркөм лидерын аптырашҡа һалманы. Алексей Морковниковтың планында үҙен театрҙа һынап ҡарау теләге лә бар. Бөгөн иһә ул яңы альбом әҙерләй һәм был наркомандар өсөн "көтөлмәгән сюрприз" буласаҡ тип вәғәҙә итә.
       - Мин Алексей менән ризалашмайым, - тип башын сайҡай
       Валентин Кондратенко ( Пупсы"). - Киреһенсә, мин музыканың
       төп шөғөлөмә әйләнеүен теләләр инем. Ул саҡта кәрәкле аппаратура өсөн аҡса эҙләп ваҡытты юҡ - барға бөтөрөргә тура
       килмәҫ ине.
       - Ризамын! - тип килешә уның менән Артур Ғинәтуллин ( "N e. ru"). Башҡа эштәр булырға мөмкин, тик улар бер ваҡытта ла музыканы еңмәһен ине.
       Һүҙҙе тамамлап, рок - марафонға һатылған билеттарҙан алынған аҡсаның бер өлөшө Өфөнөң балалар йортоноң береһенә й үнәлтелеүен, уның ВИЧ - инфекциялы балаларҙы дауалауға тотоноласағын әйтергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал