6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Яҡшыраҡ йәшәргә теләйһеңме Нисек икәнен минән һора!
01.02.06


       Рәсәй Президенты Владимир Путин бишенсе ҙур матбуғат
       конференцияһын үткәрҙе. Рәсәй дәүләте башлығы менән осрашыуға электрон һәм матбуғат баҫмаларының туғыҙ йөҙҙән ашыу хеҙмәткәре аккредитация үтте. Дөйөм алғанда, матбуғат
       конференцияһында, сит ил киң мәғлүмәт сараларын да иҫәпкә алғанда, меңдән ашыу хәбәрсе ҡатнашты, интернет - гәзиттәрҙе ң һаны һиҙелерлек артыуын билдәләргә кәрәк. Алтмышҡа яҡын
       хәбәрсе президентҡа һорау менән мөрәжәғәт итә алды.
       Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән быға тиклем үткән осрашыуҙарҙан айырмалы рәүештә, был юлы күпселек һорауҙар халыҡ - ара темаларға, өстән бер өлөшө генә - дәүләттең эске сәйәсәтенә ҡағылды. Владимир Путин журналистарҙың ҡыҙыҡһыныуына яуап итеп Украина, Грузия һәм Көнбайыш Европа менән энергетика һәм газ мөнәсәбәттәре тураһында күп кенә комментарий бирергә мәжбүр булды. Ил үҙ мәнфәғәттәрен я ҡларға тейеш, тип һанай дәүләт башлығы. "Украинаны дотациялау Рәсәйгә йыл да өс - биш миллиардҡа төшә. Беҙ нәмә
       өсөн түләйбеҙ" - тип урынлы һорау бирҙе Путин һәм тарҡалыуына инде ун дүрт йылдан ашыу ваҡыт үткән элекке
       Советтар Союзының башҡа ҡалаларына ҡарата ла ошондай иҫәпләүҙәр эшләргә мөмкин.
       Һөйләшеү башында уҡ Владимир Путин үткән йылда илдең социаль - иҡтисади үҫешенең яҡшы һөҙөмтәләренә бәйле ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Эске тулайым продукт үҫеше 5,9 проценттан юғарыраҡ булмауы көтөлһә лә, ул 6,4 процент
       кимәлендә теркәлгән. Фонд баҙары байтаҡ үҫеш алған һәм
       Рәсәйҙең алтын валюта запасы артҡан. Икенсе яҡтан ҡарағанда , президент инфляцияны тотҡарлау барып сыҡмауын билдәләне (быйыл ул тағы ла төп бурыстарҙың береһе буласаҡ), уның ҡарауы граждандарҙың килеме артты, ә был бик ҙур әһәмиәткә эйә. Сәйәсәткә килгәндә, Владимир Путин ирешелгән уңыштар иҫәбендә РФ Йәмәғәт палатаһын булдырыу, сәйәси фирҡәләр тураһында закондарҙағы үҙгәрештәр һәм төбәктәрҙә власть органдары формалашыуы, "контртеррорсылыҡ операцияларының там амланыуын" билдәләне.
       - Бер кем дә "һигеҙҙең" һимеҙ бесәйҙәр өйөрөнә әйләнеүен
       теләмәй, - тине Владимир Владимирович. - Беҙҙең ил өс йүнәлеш буйынса эшләргә тәҡдим итә: энергетик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм мәғариф ү ҫеше. Ә ил эсендә төп бурыс булып халыҡтың мохтажлығына ҡаршы көрәш ҡала. Бынан тыш Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылыу юлынан тайпылырға уйламай. "Иң мөһиме - А ҠШ менән хәл итергә, улар ғына беҙҙе тота. Ҡалған илдәр риза", - тип белдерҙе Владимир Путин.
       Ил президенты төбәк башлыҡтарын тәғәйенләү системаһының б ашҡарылыуы буйынса ҡәнәғәтлек белдерҙе. Төбәктең буласаҡ
       етәксеһе кандидатураһына тап килгән критерийҙар тип президент "тәжрибә, әҙәплелек һәм эшләй белеүҙе" билдәләй, быға тағы ла "элекке эшмәкәрлектә күрһәткән һөҙөмтәләр" өҫтәлә. Милли проекттар тураһында һөйләгәндә, Владимир Владимирович "уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән средствоның урланыу" хәүефе булыуын таный, әлбиттә, әммә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса хөкүмәт һәм йәмғиәт - шул иҫәптән РФ Йәмәғәт палатаһы һәм властың барлыҡ кимәлендәге депутаттар - ярҙам итергә тейеш.
       Рәсәй бизнесы һалымдарҙың түбәнәйеү мөмкинселеге тураһында һорау биргән РТР журналисына рәхмәтле буларға тейеш. Владимир Путин был йәһәттән ҡәтғи әйтте: "Һалымдар түбәнәйәсәк!" Был темаға ҡағылышлы президентты бер һорау
       ғына борсой - нисек итеп ил иҡтисады артыҡ аҡсаны "эшкәртә" алыр, сөнки ул туранан - тура властың икенсе бурысы - инфляцияға ҡаршы көрәш менән бәйле.
       Челябинск танк училищеһында һалдатҡа көс ҡулланыуҙың эҙемтәләренә тураһында һүҙ йөрөткәндә, Владимир Путин түбәндәгеләрҙе белдерҙе: оборона министры Игорь Иванов ҡоро ер ғәскәрҙәренең ҙур өлөшөн, һауа - десант ғәскәрҙәре һәм
       диңгеҙ пехотаһының бер өлөшөн 2007 йылдың декабренән үк контракт формаһына күсерергә йыйына. Шулай уҡ Ҡораллы Ғәскәрҙәрҙә тәрбиә һәм контроль эше системаһы үҙгәртеләсәк , унда хәрби полиция булдырыу ҙа ихтимал. Ә 2008 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Армияһында хеҙмәт итеү бер йыл менән сикләнәсәк.
       Һәм, ниһайәт, НТВ телекомпанияһы хәбәрсеһе "2008 йылда Владимир Путинды кемдең алмаштыра алыуы ихтимал"- тигән
       һорау бирҙе. "Рәсәйҙә илгә етәкселек итә алырлыҡ кешеләр кү п. Быға һуңғы яуапты тик һайлаусы ғына бирә ала", - тип яуап ланы Владимир Владимирович. Матбуғат конференцияһы башланып 2 сәғәт 5 минут үткәндән һуң, һөйләшеү тура эфир сиктәренән сыҡты, әммә дәүләт башлығы журналистар менән аралашыуын
       дауам итте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал