6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Бында ирҙәр эшләй алмай
01.02.06


       - ...Ишек ҡыңғырауына баҫалар. Асам да автоматик рәүештә "Ун икенсе. Һөйләгеҙ" - тип әйтеп һалам, - "09" белешмә хеҙм әте бригадиры йылмая. Телефонсыларҙың эштәге ғәҙәте шәхси тормошона үрелеп үҫеүе һирәк күренеш түгел. Хәйер, уларҙың эшендә автоматҡа әйләнмәйенсә мөмкин дә түгелдер шул.
       Ҡаланың телефон буйынса белешмәләр биреү бүлмәһендә иртә менән 14 сәғәткә һуҙылған марафон башлана. Хатта һауала ла көсөргәнешлек артыуы һиҙелә. Миллионлаған кеше йәшәүсе ҡаланың төрлө мәғлүмәт һорап шылтыратыуҙарына ике сменала 36 телефонсы яуап бирә. Улар араһында ирҙәр юҡ һәм бер ҡасан
       да булмаған. Йылдар буйына бер - береһенә оҡшаған, ҡайһы ваҡыт буталсыҡ һорауҙарға яуап биреү өсөн сикһеҙ түҙемлек һә м әҙәплелек кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡатын - ҡыҙҙар эш е инде.
       Уларҙың һәр береһенең үҙ холҡо, әммә эш өҫтәле артына ултырырға ваҡыт еткәндә үҙ кәйефеңде тупһа артында ҡалдырыу мотлаҡ. Ҡағиҙәләр ҡаты, бер һорауға яуап 26 секундтан да оҙағыраҡ булырға тейеш түгел. Тәжрибәле телефонсы үҙ
       сменаһында меңләгән белешмә бирә, бригаданың һорауҙарға яуаптары 24 меңгә барып баҫа. Йылдар үткән һайын улар йөҙләгән төрлө хеҙмәт, ойошма һәм учреждениелар номерҙарын я ттан әйтеп бирә ала. Йыш ҡына клиентты беренсе һүҙҙәренән уҡ
       таныйҙар. Телефонсылар өлөшөнә төшкән "көмөш" зыянлы һанала, хатта хаҡлы ялға ла улар башҡаларҙан биш йылға алдараҡ сыға. Күҙҙәр тала, кәүҙә талсыға, эмоциональ көсөргәнеш тураһында әйтергә лә түгел, әлбиттә. "09"
       хеҙмәтендә эшләүселәргә үҙегеҙҙең нисә тапҡыр асыуланып
       тауыш күтәреүегеҙҙе хәтерләгеҙ әле.
       Бригадир Ольга Степная хәҙер инде йылмаймай, ул ғәҙәтигә әйләнгән мәғәнәһеҙ һорауҙарҙы хәтеренә төшөрә: бер урында ла
       киҫешмәгән урамдар мөйөшөндә урынлашҡан йорт телефонын һорауҙары бар, ҡайҙа нисек барып етергә мөмкинлеген һорап та
       шылтыраталар. Телефонсылар клиенттарҙан бер генә нәмә көтә - ул да булһа аныҡ һорауҙар. Юғиһә "Иҫке Өфөлә иң бәләкәй завод ниндәй" кеүек һорауҙар был мөләйем ҡатындарҙы истерикаға еткереүе мөмкин. Ә шаярып яуаплау уларға интрукция буйынса тыйыла.
       Баш ҡаланың белешмәләр хеҙмәтендә йәнең теләгән телефон номерын һорашырға мөмкин. Телефонсыларға ярҙамға килеүсе иҫәпләү техникаһы бары тик кешесә һөйләшә генә белмәй. Ә хеҙмәткә башланғыс һалынған осорҙа ябай яҙыу журналдары ғына файҙалана. "Мин "09" хеҙмәтенә 60 - сы йылдарҙа килдем,
       15 кеше эшләнек, - тип хәтерләй Зәйтүнә Нурушева, - тимер өҫтәлдәр артында ултырабыҙ, унда ҡулдан эшләнгән ҡағыҙҙар картотекаһы һаҡлана. Дисплейҙар 15 йыл элек кенә барлыҡҡа килде". Белешмәләр хеҙмәтенә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен б ағышлаусылар тураһында айырым һөйләргә кәрәк. Ниндәйҙер
       бер ирҙең Нурушеванан нисек итеп аш бешерергә һорап шылтыратыуы тураһында бөгөн легенда итеп һөйләйҙәр. Ул иһә баш тартмай, аңлата, шулай бергә аш бешерәләр.
       Беҙ "09" телефонсылары өсөн аноним булып ҡалабыҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә улар телефон шылтыратыуары буйынса социаль үҙ гәрештәрҙе бик һиҙгер тойомлай. Кәнәфиҙә йәйелеп ултырған ко ммерсантмы, дауахана телефонын һорап илаусы әбейме, кесе йәш тәге хулиганмы, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күргәндәй була улар... Белешмәләр хеҙмәте өсөн төп кредо - әҙәплелек,
       шылтыратыусыға ихтирамлы мөнәсәбәт. Билдәле артистарҙың концерты үткән көндәрҙә тамашасылар шылтыратыуынан
       телефон трубкалары ҡыҙа. Көн һайын кем дә булһа республика Президентының ҡабул итеү бүлмәһендәге телефон номерын һорап мөрәжәғәт итә. Аралашырға кешеләре булмаған ҡарттар шылтыратыуы мөмкин.
       Нисек кенә булмаһын, беҙҙе ҡотларға була. Ҡала халҡының күпселеге баҙар иҡтисады артынан ҡыуһа ла, изгелекле мөнәсәбәтте онотмай. "09" номерын йыйған меңәрләгән абоненттың бер - ике тиҫтәһе генә "Һаумыһығыҙ!" тип өндәшә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал