6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Өмөт өлкәһе
31.01.06


       Иртәме - һуңмы, иҫке дуҫтар ялҡыта башлай, әхирәттәр кейәү гә сығып таралыша. Нишләйһең, яңыларын эҙләргә ваҡыт. Әммә йәшлек йылдары үткән һайын яңы кешеләр менән танышыу ҡыйыныраҡ бирелә. Йәштәргә был йәһәттән еңелерәктер, моғайын. Хәйер, улар ҙа "ҡайҙа танышырға" тигән һорау менән
       баш вата. Ярайһы уҡ етеш тормошта йәшәүсе егет һәм ҡыҙҙар йәмәғәт транспорты менән файҙаланмай һәм, ғәҙәттә, урам да ҡыҙырмай. Дискотека - клубтарҙа ваҡыт үткәреү ҙә күптәрҙең күңеленә ятмай. Минең бер танышым интернеттағы форумдарҙа һә м иғландар буйынса таныша. Бер тапҡыр, ике, өс... Бындай "осраҡлы" танышыуҙа асыҡ күңеллелек һәм ышаныслылыҡ кимәле юғарыраҡ, тип һанай күптәр.
       Эш урынында күптәребеҙ яҡын мөнәсәбәт булдырырға тырышмай. Иғлан буйынса танышыу тәжрибәһе үткәрер алдынан, б еренсе сиратта мин үҙемдең шәхси статусымды үҙгәртергә булдым - юрый ғына, әлбиттә. Уртаса йәштәрҙәге, билдәле проблемалары булған уртаса төҫ - ҡиәфәтле, ғаиләле ирҙән 30 йәшлек, бурыстар һәм торлаҡ эҙләү мәшәҡәттәренән азат "мачоға" әйләндем. Коллегаларым миңә юғары белем һәм рухи ихтыяждар тураһында ваҡ - төйәк тураһында яҙмаҫҡа кәңәш бирҙе. Һөҙөмтәлә ошондайыраҡ йөкмәткеле иғлан барлыҡҡа килде: "Үҙаллы, интеллигент, аҡсаға мохтажлығы булмаған, йомшаҡ күңелле йәш ир кеше ял ваҡытын биҙәргә һәләтле ҡатын - ҡыҙ менән танышасаҡ. Автомобиль һәм осрашыу өсөн урын бар.
       Адрес..."
       Хәйер, тәжрибә тулылығы өсөн "йомшаҡ күңелле иргә" өс төрлө ҡиәфәттә сығыш яһарға тура килде. Талап итмәй, киреһенсә, үҙе тәҡдим итеүсе геройым тейешле түләү өсөн ләззәт вәғәҙә итеүсе Өфө альфонстарынан отошло айырыла ине. Бер аҙнанан мин бушлай иғландар баҫҡан гәзиттәрҙә рәхәтләнеп
       үҙемдең иғландарымды уҡый инем инде. Хәйер, был иғландарҙа бирелгән сифаттарҙың яртыһы ғына ла ысынбарлыҡҡа тап килһә, миңә гәзиттең ярҙамы кәрәгер инеме икән. Тағы биш көндән аяҡтарым мине үҙенән - үҙе почтаға килтерҙе. Сират теҙелеп
       киткән. Унда тороусы кешеләрҙе күҙәткән арала мин үҙемдең был өлкәлә беренсе булмауымды аңланым: матур итеп кейенгән 4 0 йәштәр тирәһендәге ҡатын да, мыйығы ла сыҡмаған йәш егет т ә, ҡорһағы кәпәйгән пеләш ир ҙә үҙ иғландарына яуап алырға килгән икән. Минең сират еткәс, почтала эшләүсе ҡыҙ энциклопедик һүҙлек ҙурлығындағы хаттар төргәге тотторҙо. Ми н уларҙы һанап сыҡтым: теүәл 50 дана.
       Иртә менән хаттарҙы уҡырға ултырҙым. Көтөлгәнсә, ҡатын - ҡыҙҙар араһында "етеш тормошта йәшәүсе әфәнде" ҙур уңыш менән файҙалана. 24 йәшлек врач та, 30 йәшлек уҡытыусы ла, "блондинка" Света ла (йәше күрһәтелмәгән) "спонсор" менән танышырға теләк белдергән. Яуаптарҙың бер өлөшө асыҡтан - асыҡ "үҙ бәхетең" менән уртаҡлашырға саҡырып яҙылған.
       - ... Эшем шундай - тирә - яҡта бары тик ирҙәр. Улар миңә
       енси объект итеп кенә ҡарамаһындар өсөн барыһын да эшләргә әҙермен. Үҙем дә иғлан биреп ҡарағайным, ниндәйҙер шикле әҙәмгә юлыҡтым, һуңынан ул артымдан фатирыма тиклем күҙәтеп килде. Үҙе тағы һәр ҡатын - ҡыҙ уның менән булырға риза, тип маҡтана... - Тамараны тыңлағанда, уның дәғүәләренә тап килгән ир - атты бик оҙаҡ эҙләргә тура киләсәк, тигән уй баш ҡа
       килде.
       Ҡатын - ҡыҙҙарҙың хаттары буйынса фекер йөрөтһәң, уларға
       йәшәүе бик ҡыйындыр, тигән уйға киләһең. Бына бер студентка
       мине йомшаҡ күңелле "папик" итеп күрә, икенсе сибәр славян ҡатынына бай һөйәркә кәрәк. "Һеҙҙең менән осрашыу көтәм. Дөйөм ятаҡта йәшәйем. Әлегә эшләйем..." - артабан 19 йәшлек
       Лена үҙенең габариттарын һүрәтләй. "33 йәшлек Арыҫлан ысын ир - егет эҙләй" - яҡын - тирәһендә ысын ирҙәр юҡ, тимәк. "Никахта биш йыл. Ә бына рухи яҡынлыҡты ситтән эҙләргә тура килә" - ҡыҙыҡ, ә уның икенсе яртыһы кем менән "рухи" аралаша
       икән
       Ябай ғына, "автомобилһеҙ һәм торлаҡ проблемалары булған" ир исеменән биргән иғландарым яуапһыҙ ҡалды тип әйтергә була . Ә бына "Эскерһеҙ аралашыу өсөн йәш кеше" иғланы буйынса
       шылтыратыуҙар булды. Телефондан шылтыратыусы ҡалын тауыш х ата яҡын арала осрашырға тәҡдим итте. Гомосексуал булмауым хаҡында бутала - бутала аңлата башлағас, ул миңә би к ныҡ үпкәләүен белдерҙе.
       "Матди ярҙам күрһәтергә" һәләтһеҙ булыуым мине ҡатын - ҡыҙҙар иғтибарына дәғүә итеүселәр араһынан төшөрөп ҡалдырҙы,
       күрәһең. Бик һирәктәр генә "фәлсәфә һатырға яратыусы ир" йо раты менән танышырға теләк белдерҙе. Ә ҡатын - ҡыҙҙар үҙҙәре эргәһендә күрергә теләгән ир - ат портреты түбәндәгес ә
       яңғырай: "ышаныслы, аҡсалы, йомарт, әҙәпле, үҙаллы"- һәм та ғы ла ҡатын - ҡыҙҙар ниңәлер "йомшаҡ күңелле" тип өҫтәй. Унд ай ирҙе ҡайҙан табаһың инде
       Ике аҙна буйына ҡатын - ҡыҙ ҡиәфәтендә көслө заттар менән
       аралашып хәлдән тайҙым. Ҡорһаҡлы ир урынына һомғол буйлы, е тен сәсле, ҡабарынҡы күкрәкле ҡатын - ҡыҙға әйлән әле. Ир - ат өсөн ул үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер. Ирҙәрҙең гәзиттә танышыу теләге менән биргән иғландары миндә аҫылыныу теләге тыуҙырҙы. Уларҙың фекере буйынса, ҡатын - ҡыҙ мотлаҡ "темпераментлы, сибәр, яғымлы, тыныс, баҫалҡы, комплексһыҙ" булырға тейеш. Минеңсә, ирҙәргә реклама ҡарарға
       ярамай. Беренсе иғланым: "Баҫалҡы, мөләйем ҡатын 27/165, кейәүҙә, килешле кәүҙәле, сексуаль. Һирәк осрашыуҙар өсөн. Тел...". Икенсеһе: "Аҡсалы, һөйкөмлө ҡатынға ҡарт булмаған, темпераментлы ир кәрәк. Осрашыу өсөн урын бар. Хат һәм фото мотлаҡ..."
       Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙемде ставка ҡуйылған ярыш аты тип хис иттем. Хаттар һаны илленән артып китте. Ҡаланың ир - аттарын йоҡонан яҙҙырҙым, тип бер ҙә арттырмайынса әйтә алам ® Хаттар өҫтөндә ун көн ултырырға тура килде. Был ирҙәр көндәлек тормошта үҙҙәренең ҡатындары һәм әхирәттәре менән н исек аралашалыр, әммә улар бер ҙә хат яҙа белмәй"
       - Күптән инде осрашыуҙар өсөн берәй ҡыҙ менән танышырға теләйем, - ти Сергей хатындағы номер буйынса шылтыратҡан ҡатын - ҡыҙ коллегама ҡыйыуһыҙ ғына тауыш
       менән.
       - Ғаилә тормошо барып сыҡманымы ни - тип һорау бирә "һөйкөмлө блондинка". Тик быны әйтергә ярамаған булған икән.
       - Вулкан өҫтөндә йәшәгән кеүекмен, дөрөҫөн әйткәнгә ғәфү итегеҙ, һ. б. һ. б. ... - . Хушлашырға ваҡыттыр, ахыры.
       - Мин көтәсәкмен! Үбәм... - тип тағы нәмәлер теҙә Сергей, әммә коллегам телефон трубкаһын ташлап өлгөрҙө. Тәүге осрашыуҙа уҡ "үбәм" Шул ғына етмәгәйне Башҡа хаттарҙы ҡарарға кәрәк. Ҡайһылай ҙа һаҡ беҙҙең ирҙәр - барыһы ла тик эш телефондарын ғына яҙған. Ә инде танышыуға кандидаттарҙың тотанаҡһыҙлығы иҫең китерлек. Өйләнгән Андрей үҙенең мөхәббәт актын һүрәтләү оҫталығы менән хайран ҡалдырҙы. Тик хат аҙағында ул юҡҡа ғына ғәфү үтенгән һәм ниңәлер уңыштар теләгән. Икенсе Андрей "Хыянатсы ҡатын" шиғырын яҙып ебәргән. Бынан һуң ниндәй осрашыу тураһында һүҙ булыуы мөмкин
       Ә бына командировкаға килеүселәр өмөттәрҙе аҡламаны. Эйе,
       халыҡ улар тураһында дөрөҫ һөйләй икән. Башҡа ҡалаларҙан килгән хаттарҙың ҡайһыһын ғына алма, уларҙа Өфөгә командировкаға килгән ваҡытта осрашырға тәҡдим яһала. Ғөмүмән, ирҙәрҙең һөйгән йәрҙәренән баш тартырға әҙерлеге хайран ҡалдыра.
       Шулай ҙа ир - аттарҙың күпселек өлөшө әлегә ҡыйынһына
       кеүек. Дөрөҫ, билдәле кимәлдә профессионаллыҡ та һиҙелә. Ун
       хатты визит карточкалары менән сағыштырырға булыр ине. Ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр ҙә осраны, мәҫәлән: "Эдуард, тел..." Ике Сергей һәм бер Алексей үҙ автомобилдәрендә ҡаршы алырға вәғәҙә итте. Урыны ла, автоһы ла, шампан шарабы ла бар уларҙың.
       Дөйөм алғанда, ҡыҙыҡ ҡына картина килеп сыға. Ошондай юл менән шәхси тормошон юлға һалырға ҡарар иткән ҡатын - ҡыҙҙы ун осраҡтың туғыҙында йә "ҡулланыусыға", йә "профессионалға" , йә "халявщикка" тап булыу көтә. Һәм был, билдәләп үтәм, ма тур, аҡыллы, үҙ - үҙен тулыһынса тәьмин иткән ҡатын - ҡыҙҙар . Был
       исемлеккә инмәгәндәргә нәмә эшләргә - билдәһеҙ. Әгәр комплекстарыңды ситкә ташлап, үҙ ялыңды "ирҙәр схемаһы"
       буйынса ойоштораһың икән, интим осрашыу килеп сығасаҡ. Тәүгеһе һәм һуңғыһы, әлбиттә. Ҡатын - ҡыҙҙар, ирҙәрҙән айырмалы рәүештә, бик сәйер ҡоролған: ғәҙәти сексҡа улар риза түгел, уларға мотлаҡ мөхәббәт тойғоһо өҫтәлеүе кәрәк. Б ыл тойғо иһә яуаплылыҡҡа алып килә. Һуңғыһынан ирҙәр уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Ул күңел асырға теләй, ә бында...
       Иғландар ярҙамында потенциаль ғаилә башлығы булмаһа ла,
       ысын ир табырға иҫәп тотоусы ҡатын - ҡыҙҙарҙы бик ҡыйыу тип  әйтер инем. Уларҙың ҡайһы берҙәренең был юл менән танышыу
       ғына түгел, ғаилә лә ҡороуын билдәләргә кәрәк! "Бәхетле бил ет" тартып сығарыу ихтималлығы бар, әлбиттә, тик... Тик ул троллейбуста (поезд, автобус, трамвай, самолет, һ. б.) үҙең дең берҙән - береңде осратыу мөмкинселегенән бер нәмә менән дә
       айырылмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал