6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Уның ғүмерен эсерҙар пуляһы өҙә
31.01.06


       Өфөнөң Ленин районында Урицкий исемен йөрөтөүсе урам бар Моисей Соломонович Урицкий ( 1873 йылдың 30 ғинуарында донъяға килә) - профессиональ революционер. Ул Черкассы
       ҡалаһында тыуа. Гимназияла белем ала. Киев университетында уҡыған сағында революцион түңәрәктәр эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. 1897 йылда батша властары уны ҡулға ала һәм биш йылға Яҡутстанға һөргөнгә оҙата. Ҡулға алыу, төрмәләр, һөргө н, эмиграция ошонан башлана ла инде.
       Февраль революцияһы Урицкийға тыуған иленә ҡайтырға мөмкинселек бирә. Партияның бишенсе съезында уны Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайлайҙар. РСДРП (б) Үҙәк Комитетының 1917 йылдың 10 октябрендә үткәрелгән тарихи ултырышында ул Л енин менән бергә ҡораллы ихтилал тураһында резолюцияны
       яҡлап тауыш бирә, Петроградта үткән күтәрелеш башында тороусыларҙың береһе була.
       Үҙәк Комитет һәм Совет Хөкүмәте Мәскәүгә күскәндән һуң Петроградта Ғәҙәттән тыш Комиссияға етәкселек итә.
       Был осорҙа эсерҙар яңы пландар ҡора, шәхси террорға күсә. 1918 йылдың 30 авгусында Петроградта ЧК рәйесе Урицкийҙың ғүмерен эсер - студент А. Канегиссерҙың пуляһы өҙә. Шул уҡ көндә Мәскәүҙә лә атыу яңғырай, В. И. Ленинды дошман пуляһы йәрәхәтләй.
       Урицкий беҙҙең тарафтарҙа ла була. 1917 йылдың яҙында Белорет заводында гражданлыҡ комитеты - Ваҡытлы хөкүмәттең в ласть органы булдырыла. Белорет һәм Тирләндең эшсе депутаттар советтарында эсерҙар һәм меньшевиктар хакимлыҡ
       итә. Ә большевик П. Точисский етәкселегендәге РСДРП (б) ойошмаһында ни бары 28 кеше иҫәпләнә. Ҡасабала иһә бөтәһе 18 мең кеше йәшәй. Петроградтан партия етәкселәре
       Точисскийға ярҙамға килә, улар араһында Урицкий ҙа була. 1917 йылдың 17 июнендә ул Белоретта сығыш яһай: " Власть буржуаз Ваҡытлы хөкүмәт ҡулында булғанда, рус ерендә тыныслыҡ көтмәгеҙ. Советтарҙа меньшевик һәм эсерҙар хужа икән, халыҡ ерһеҙ ҙә, икмәкһеҙ ҙә ҡала". Урицкий Белорет
       халҡын һалдаттарҙы империалистик фронттан ҡайтарырға, меньшевик һәм эсерҙарҙы Советтарҙан ҡыуырға һәм власты үҙ ҡулдарына алырға саҡыра.
       Урицкийҙың сығышының баһаһы ошонда күренә: Петроградта
       һалдат һәм эшсе депутаттары Советының власты үҙ ҡулына алыуы тураһындағы хәбәр ишетелгәс тә Белорет эшселәре "Власть Советтарға!" лозунгыһына ҡушыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал