6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Ғәҙеллек еңерме
31.01.06


       Олимпия уйындары яҡынлашҡан һайын Туринға йүнәлтмәләр тирәләй шау - шыу ҡыҙа бара. Һуңғы ғауға ҡорбаны тип Өфөнөң ун туғыҙ йәшлек талантлы шорт - трексыһы Вячеслав Кургинянды
       әйтергә мөмкин. Донъя кубогы этаптарында квалификация ҡаршылыҡтарын уңышлы үтеп, ул дүрт йыллыҡ уйындарында Рәсәй намыҫын яҡлап сығыш яһарға тейеш ине. Әммә, "БАШвестЪ" гәзитенә билдәле булыуынса, Омск шорт - трегы мәктәбе вәкилдәре һайлау старттарында бөтөнләй ҡатнашмаған тәрбиәләнеүселәре Сергей Пранковичты илдең йыйылма командаһын составында ҡатнашыуға әҙерләй.
       Кургиняндың Туринға путевканы ноябрь айында уҡ, Италияның
       Бормио һәм Нидерландта Гаага ҡалаһында үткән Донъя кубогы этаптарында яулауын хәтергә төшөрәйек. Бының өсөн уға дистанцияларҙың береһендә иң көслө 32 спортсы иҫәбенә инергә кәрәк ине. Вячеслав был бурысты ышаныслы башҡарып
       сыға алды. Өҫтә һанап үтелгән ярыштар буйынса шулай уҡ Мәскәүҙән Михаил Ражин квалификация үтеүгә иреште. Тағы ике спортсы - Александр Герциков һәм өфөлө Булат Вәлиуллин да 32
       иң көслө шорт - трексылар иҫәбендә. Әммә Рәсәйҙең ирҙәр командаһы Олимпия эстафетаһына путевка яулай алмауы сәбәпле, Герциков һәм Вәлиуллинды эстафетала уңышлы сығыш яһ аусы башҡа ил вәкилдәре ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
       Ошо көндәрҙә хәл бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе. Сергей Пранкевич Бормио һәм Гаагалағы Донъя кубогы этаптарында ҡатнашманы ( беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, документтар әҙерләү
       буйынса ниндәйҙер проблема сәбәпсе була), ул Польшала үткән Европа чемпионатында бронза миҙал яуланы. Һәм ошо уңыш нигеҙендә Рәсәйҙең конькисылар союзында ике исемдән торған и семлекте бер аҙ үҙгәртергә һәм Вячеслав Кургинян урынына алда әйтелгән Омск спортсыһын яҙырға ҡарар ителә.
       Аңлатма һорап беҙ Өфөнөң төп шорт - трексыһы Евгений Мельчаковҡа мөрәжәғәт иттек.
       - Әлегә эштең тамамланмауын һәм һуңғы һығымта яһалмауын
       айырым билдәләп үтәм. Омск мәктәбе вәкилдәре Уйындарға үҙ спортсыларын үткәрергә тырыша. Кургинян Донъя кубогының н әҡ квалификация этаптарында уңышлы сығыш яһауға әҙерләнде. Уға шунда уҡ һайлау Европа чемпионатында йәки Рәсәй чемпионатында була тип әйтһәләр, ул ошо ярыштарға бөтә
       көсөн һалыр ине! Әммә юҡ бит - һайлау критерийҙары башҡаса ине, һәм Слава уларҙы ҮТӘНЕ! Ул инде ярты йыл дауамында Новогорскийҙа Рәсәйҙең ҡалған иң көслө шорт - трексылары менән бергә күнекмәләр үтә. Һуңғы көндәрҙә аҙаҡҡы ҡарарҙы көтә һәм килеп сыҡҡан хәл асыҡланмайынса комментарийҙар бирмәйәсәк.
       - Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, уларҙың ҡайһыһы көслөрәк - Кургинянмы әллә Пранкевичмы
       - Рәсәйҙең ирҙәр шорт - трегында яҡынса биш спортсы бер кимәлдә тора, һәм улар икеһе лә ошо бишәү иҫәбенә инә, әйткәндәй, унда тағы бер өфөлө, Булат Вәлиуллин да бар.
       Билдәле булыуынса, Кургинян эше Мортаза Рәхимовҡа ла таныш. Башҡортостан Президенты Рәсәйҙең Олимпия комитеты рәйесе Леонид Тагачевҡа хат менән мөрәжәғәт итте. Унда Мортаза Рәхимов Вячеслав Кургиняндың хоҡуғын һаҡларға һәм
       ғәҙел ҡарар ҡабул итергә саҡыра. Республика башлығы Кургиня н күрһәткән һөҙөмтәләр уға Рәсәй йыйылма командаһы составында Туринда үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында сығыш яһау хоҡуғын бирә, тип белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал