6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Милләт ҡайғыһымы икән уларҙа
26.11.03


       Президент вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең сәйәси карьерал ары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың Башҡортостанды тәнҡит ләүсе тауыштары шымырға уйламай әле. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, әфәнделәрҙең береһе билдәле Рәсәй гәзитенә ҙу- у- у - ур инт ервью биреп ташланы. Һүҙ, әлбиттә, Башҡортостан, дөрөҫөрәге,
       йәнәһе һуңғы арала киҫкенләшкән милли мөнәсәбәттәргә ҡағылы шлы барҙы. Был сәйәсмәндең һүҙ бутҡаһын өс һүҙ менән генә тү бәндәгесә билдәләргә була: республикала башҡорттан башҡа бөт ә, айырыуса татар милләтенә йәшәргә ирек бирмәйҙәр ( ул үҙе бы милләт вәкиле түгел, шуға күрә татарҙарҙы яҡларға ташланы уының сәбәбе алашылып етмәй). Уныңса, халыҡты иҫәпләү мәғлүм әттәре дөрөҫ түгел, татар мәктәптәре аҙ, гимназия бөтөнләй б ер бөртөк кенә, власта ла татарҙарға урын юҡ, татар гәзиттәр е аҙ баҫыла һ. б. һ. б. Кандидат кире миҫал сифатында "билдә ле бер кеше"нең ғаиләһендә килеп тыуған ситуацияға туҡталыуҙ ы кәрәк тип тапты: паспорт буйынса ул башҡорт, ә "үҙенән дә билдәлерәк ҡыҙы" - татар тип яҙылған. Текста фамилияһы бирел мәүгә ҡарамаҫтан был шәхесте танымау мөмкин түгел, һәм ниңә ата менән ҡыҙҙың ике миләт вәкилдәре булып сығыуы ла аңлашыл а. Атаһы президент вазифаһына дәғүә итә, шуға күрә "татар"ҙ ы "башҡорт"ҡа алмаштырған да инде.
       Хәйер, уларҙа беҙҙең эшебеҙ ҙә юҡ, кем булып йәшәһәләр
       ҙә йәшәһендәр, тик беҙҙең тормошто бутамаһындар ғына. Ә бын а интервью биреүсе әфәнде менән һүҙ көрәштерергә урын бар. Ә йткән һандарығыҙға кем күҙлегенән сығып ҡарайһығыҙ икән һеҙ
       Республикала татар телендә бер журнал, ике республика гәзи те, Өфө дәүләт "Нур" татар театры, Башҡорт дәүләт филармония һы эргәһендәге Нефтекама татар концерт бригадаһы эшләп килә.
       "Башҡортостан"дәүләт телерадиокомпанияһында 1991 йылдан алы п татар телендә тапшырыуҙар редакцияһы үҙ эшен даими башҡара , радиола татар телендә тапшырыуҙар сыға. Республика мәктәпт әрендә 19 214 бала тыуған татар телендә белем ала, 98 238 уҡ ыусы татар телен фән булараҡ өйрәнә. 1400 татар теле һәм әҙә биәте уҡытыусы эшләй.
       Шуныһы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ниңә әфәнде сағыштырыу өсөн
       генә булһа ла Татарстанда нисә башҡорт мәктәбе, театры барл ығын һанамай икән. Шул уҡ ваҡытта унда барлығы ике - өс башҡ орт милли мәҙәниәт автономияһы һәм йәкшәмбе көнө эшләүсе баш ҡорт мәктәбе генә бар. Башҡортостан тураһында ул тиклем ҡайғ ыртҡас, бәлки ошо һорауҙы күтәреп сығырға кәрәк буландыр уға . Хәйер, ул Татарстан президенты вазифаһына дәғүә итмәй бит.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал