6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Наркоманияға ҡаршы акция үтте
31.01.06


       Үткән шәмбе көнө "сегән ихаталарында" наркотик менән һатыу
       итеүселәр көндәгенән кәмерәк аҡса эшләгәндер, моғайын. "Наркотикһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары урындағы "сауҙәгәрҙәрҙе" һәм уларҙың клиенттарын бер аҙ шөрләтеп алды. Башҡортостандың наркотиктарҙы контролдә тотоу үҙәге матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң хәрби - патриотик клуб волонтерҙары, спортсылар, студенттар һәм сәләмәт тормош яҡлы башҡа кешеләр бында сираттағы, иҫәп буйынса дүртенсе акция үткәрҙе. Яҡын - тирәлә урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр, тынып ҡалған наркотик һатыусылар ике сәғәт дауамында плакаттар тотҡан кешеләрҙе күҙәтте, уларҙың сығыштарын тыңланы.
       "Наркотикһыҙ ҡала" рәйесе, республика парламенты депутаты
       Флүр Әсәҙуллин бындай саралар файҙаһыҙ түгел, тип белдерә.
       Был йәһәттән БР Дәүләт йәштәре комитеты рәйесе Юлай Ильясов, БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов һәм башҡалар ҙа бының менән ризалаша.
       Черниковка Таборы тураһында бөтә республикаға мәғлүм. 30 йыл тирәһе элек ҡаланың Кольцевая һәм Ушаков урамдары менән сикләнгән был өлөшөнә сегән диаспораһы вәкилдәре йыйыла башлай. Ҡаты дефицит йылдарында бында һәр саҡ араҡы һәм тәмәке, 1990 йылдар башынан - марихуана, һуңынан хәшиш тә һатып алырға мөмкин була. Ҡулланылған шприцтар, бер береһен алмаштырыусы машиналар, шикле кешеләр, сираттағы доза артынан килеүсе наркомандар артыуы был районда йәшәүселәрҙе хафаға һала, улар үҙҙәренең балалары өсөн ҡурҡып йәшәргә мәжбүр.
       2001 йылда нигеҙ һалынған "Наркотикһыҙ ҡала" наркоманияға
       ҡаршы иң ҡаты позицияла тора һәм законға ярашлы барлыҡ алымдарҙы файҙаланып йәмәғәтселектең иғтибарын был проблемаға йәлеп итергә тырыша. Мәҫәлән, ойошма ағзалары билдәләгән һуңғы план - "сегән ихаталары" урынлашҡан йорттоң береһендә фатир алып, бында булған хәл - ваҡиғаларҙы
       камераға төшөрөү.
       Урындағы халыҡтың бындай акцияларҙа әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Бәғзе күршеләрҙең яратҡан шөғөлөнә ҡаршы төшөүселәр рәтенә баҫыр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк, әлбиттә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал